Ғәбитов Әбдрәхим Абдрахман улы

Ғәбитов Әбдрәхим Абдрахман улы (рус. Габитов Абдрахим Абдрахманович, 1920 йыл, Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы) — 1970 йыл (Ғәлиәкбәр)) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Әбдрәхим Абдрахман улы Ғәбитов Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында 1920 йылда тыуған. Белеме — 3 класс.

1940 йылдың 6 октябрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 196-сы уҡсылар полкында рядовой дәрәжәһендә хеҙмәт итә[1]

1946 йылдың 16 майында демобилизациялана[1].

Әбдрәхим Абдрахман улы һуғыштан һуң Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы эшләй.

1970 йылда вафат була һәм Ғәлиәкбәр ауылы зыяратында ерләнә[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар