Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 1 октябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө уҡытыусы
Тыуған урыны
Эш урыны

Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы (1 октябрь 1965 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаева (Ғәбитова) Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1988 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус-башҡорт бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 112-се мәктәбендә башлай, аҙаҡ Йылайыр районында уҡыта. Әлеге көндә Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Республика кимәлендә үткәрелгән конкурс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиадаларында уҡыусылары уңыштарға өлгәшә.

« ...Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаеваға ла рәхмәтемде белдерәм. Сөнки ул бишенсенән алып мине ошо олимпиадаларға, конкурс­тарға әҙерләне. Уҡытыу­сыларым башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләне, ҡы­ҙыҡһыныу уятты. Улар ярҙамы менән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү­селәр конкурсында ҡатнаштым һәм II урын­ға лайыҡ булдым, – ти Айгүзәл Йосопова. [1] »

Методик эшкәртмәләре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Н. Мусин «Һайлап алған яҙмыш» романы буйынса[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы
  • Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2022)