Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы

Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы (1920 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1][2].

Биографияһы

Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы 1920 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районында тыуған. 1940 йылдда Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла[2]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында хеҙмәт итә[1][2].

1944 йылда «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (Белоруссия фронтының 7 гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкы буйынса 1944 йылдың 28 апрелендәге 4 номерлы приказы) менән бүләкләнә[1][2].

«Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана:

« 3 батареяның гвардия рядовойы Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улын, 1943 йылдың апреленән ашнаҡсы булып эшләп, ваҡытында һәм тәмле итеп аш-һыу әҙерләгәне, теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә алғы һыҙыҡҡа ваҡытында ашарға килтергәне өсөн бүләкләргә[1]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар