Ғәйфуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы
Ғәйфуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы (1 ғинуар 1905 йыл — 3 октябрь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.
Биографияһы
Ғәйфуллин Ғәрифулла Ғәйфулла улы 1905 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуа. Бәләкәйҙән колхоз баҫыуында эшләй. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың декабрендә Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1].
Хәрби хеҙмәте
Ғарифулла Ғайфулла улы 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһының 295-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. Ул икенсе сабель эскадрондында һуғыша. Курск дуғаһында, Ростов-на Дону янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Икенсе тапҡыр ул ауыр яралана һәм Балашов, Молотов, Ҡазан ҡалаларының госпиталдәрендә дауалана. Врачтар бер аяғын һаҡлап ҡала алмай, ампутация эшләргә тура килә. Ошо сәбәп арҡаһында 1944 йылда ул тыуған ауыла ҡайта[2].
Һуғыштан һуңғы йылдар
Хәрби хеҙмәтен Германияла тамамалай. Фронтан әйләнеп ҡайтҡас, һуғыш инвалиды булыуға ҡарамаҫтан колхозда эшләй.
Ғаилә хәле
Тормош иптәше Мәнзүмә Зәкетдин ҡыҙы һуғыш йылдарында Молотов (хәҙерге Пермь ҡалаһы) ҡалаһында урынлашҡан хәрби заводта эшләй. Унда фронтҡа һуғыш ҡоралдары әҙерләйҙәр. Улар туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр[1]