Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы
Флүр Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов | |
Гражданлығы | |
---|---|
Вафат булған урыны | |
Заты | ир-ат |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 2010 (77 йәш) |
Тыуған көнө | 1 февраль 1932 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған урыны |
Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы (1 февраль 1932 йыл — 28 ғинуар 2010 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1955 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1962 йылдан инженер-конструктор, 1964 йыдан — өлкән мастер, 1974 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1993—1994 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
Биографияһы
Флүр Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов 1932 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Балтас районы Иҫке Илекәй ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1949 йылда «Осҡон» колхозында колхозсы булып башлай.
Дүрт йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Артабан ул үҙенең бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеген машиналар эшләү тармағын үҫтереүгә арнай.
1955 йылда Өфө авиация институтын тамамлай, шул уҡ йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә («УМПО») — инженер-конструктор, һуңынан — өлкән мастер, цех начальнигы урынбаҫары, баш инженеры булып эшләй, үҙен юғары квалификациялы, грамоталы белгес, оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе итеп таныта.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге Указы менән Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улына, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1996 йылда пенсияға сыға. Башҡортостан Республикаһы ветерандар советы ағзаһы була. Өфө ҡалаһында йәшәй. 2010 йылдың 28 ғинуарында Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Иҫке Илекәйҙә ерләнгән.
Уға «Почётлы мотор эшләүсе» исеме бирелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (26.04.1971)
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы
- «Почётлы мотор эшләүсе» исеме.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы
Һылтанмалар
- Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- В. С. Смирнов. Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 9 июль 2016.
- Ушёл из жизни Герой Соцтруда Флюр Галимзянов 2018 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы: Социалистик Хеҙмәт Геройы. ААЙ «УМПО» ветераны: некролог] // — ("Башҡортостан" гәзите ; 29 ғин.). — (Ҡыҙыл таң ; 29 ғинуар).
- Өфөлә вафат булғандар
- 28 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- 1 февралдә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Балтас районында тыуғандар
- Шәхестәр:Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
- Алфавит буйынса шәхестәр