Ғәлимова Гөлнара Илдус ҡыҙы
Гөлнара Илдус ҡыҙы Ғәлимова (рус. Галимова, Гульнара Илдьдусовна; 1973 йылдың 20 июле, Иҫке Ҡалмаш, Башҡорт АССР-ы) — дәүләт эшмәкәре, юрист. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Гөлнара Илдус ҡыҙы Ғәлимова 1973 йылдың 20 июлендә Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алыу теләге ҡыҙҙы Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Уҡыу йортон 1995 йылда юғары белемле юрист булып тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған районында ҡулланыусылар йәмғиәтендә юрист булып башлай (1995—1996).
1996—2023 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығында 2-се категориялы белгес булып башлап, БР Башлығы Хакимиәтенең шул уҡ идаралығында Закондар сығарыу эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бүлек мөдиренә тиклем үрләй.
2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидаралыҡ буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[1][2].
Ғаиләһе
Тормошта, ҡыҙ тәрбиәләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
• Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Почёт Грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы
• БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһының ҡануниәтен үҫтереүгә индергән айырым өлөшө өсөн» почёт билдәһе
• БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт Грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы профсоюздары федерацияһының Почёт Грамотаһы[2].