Ғәлимова Флүзә Кәбир ҡыҙы

Ғәлимова Флүзә Кәбир ҡыҙы (14 сентябрь 1948 йыл) — педагог, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2011)[1].

Биографияһы

Флүзә Кәбир ҡыҙы Ғәлимова 1948 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында тыуған.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Нуриман районындағы Байгилде урта мәктәбендә эшләй.

1975 йылдан алып Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә эшләй: 108-се урта мәктәптә, 1980 йылдан — 1-се, 1981 йылдан — 2-се урта мәктәптә хеҙмәт итә.

— 1989 йылдан алып Өфө ҡалаһының 5-се лицейында уҡыта[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2011)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006)
  • Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (2000)[1]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар