Ғәлин Бәшир Әҡсән улы

Ғәлин Бәшир Әҡсән улы (4 июль 1954 йыл, БАССР, Әбйәлил районы, Хәлил ауылы)— уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре[1], Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны

Биографияһы

Бәшир Әҡсән улы Ғәлин 1954 йылдың 4 июлендә БАССР-ҙың Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған. 1971 йыл Хәлил урта мәктәбен тамамлағас, Сибай ҡалаһында тимер-бетон заводында электрослесарь булып эшләй.

1972 йылда Совет Армияһы сафына алына һәм 1974 йылға тиклем сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Хәлил мәктәбе интернатында тәрбиәсе булып эшләй, 1975—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала.

Хәлил урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы, 1986—2021 йылдарҙа директор булып эшләй.

1989 йылда ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультетын тамамлай. Ҡатыны Зилә Зиннур ҡыҙы (Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, 2002 йыл) менән 2 балаға ғүмер бирәләр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2003)
  • Рәсәй Федерацияһы мәғарифы алдынғыһы (1995)
  • Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүенә 100 йыл миҙалы (2018 йыл)
  • «Хеҙмәт даны» миҙалы (19 август2024 йыл)

Шулай уҡ ҡарағыҙ