Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы

Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы (14 февраль 1992 йыл) — бишалыш менән шөғөлләнеүсе Рәсәй спортсыһы, Рио-де-Жанейро олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, заманса бишалыш буйынса донъя чемпионы (2017).

Биография

Гөлназ Ғөбәйҙуллина 1992 йыл 14 февралендә Ямал-Ненец автономиялы округының Яңы Уренгой ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе сығышы менән Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан.

Ун йәшендә ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Башта ҡыҙ йөҙөү менән шөғөлләнә, ә 11 йәшендә бишбәйгегә күсә. 2003 йылдан башлап 2014 йылғаса Өфө тренеры Игорь Шохов етәкселегендә шөғөлләнә.

Гөлназ Ғөбәйҙуллина күп тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеп сыҡты йә призлы урындар алды. Ул үҫмерҙәр араһында Йәйге Олимпия уйындарында награда яулаған берҙән-бер Рәсәй спортсыһы булды. 2010 йылда шәхси зачетта «бронза» яуланы[1].

Спорт ҡаҙаныштары

  • 1Gold medal icon.svg Алтын — 2017 йылда Донъя чемпионаты — 1 урын
  • Халыҡ-ара заманса бишалыш союзының (UIMP) башҡарма комитеты ултырышы йомғаҡтары буйынса донъяның иң яҡшы бишалышсыһы тип Гөлназ Ғөбәйҙуллина таныла[2].

Һылтанмалар