Ҙур көйөлдө

Ҙур көйөлдө[17] — һаралйындар ғаиләһенән ҡош төрө (рус.большой кроншнеп)

Тышҡы күренеше

Ҙур көйөлдө 50 һәм 60 сантиметрға тиклем етә,  ауырлығы 600 г алып 1000 г тиклем тарта. Ҡанаттарының ҡоласы  80 см алып 100 см  тәшкил итә. Улар һаралйындар ғаиләһенең иң эре вәкилдәре һәм  Европала йыш осраусы көйөлдөләр булып тора. Ҙур көйөлдөнөң үҙенсәлекле  һыҙаты булып уның оҙон һәм аҫҡа һонолған суҡышы тора. Инә ҡош, ҡағиҙә булараҡ, ата ҡоштан бер аҙға ҙурыраҡ, ә уның суҡышы тағы ла оҙонораҡ һәм нығыраҡ бөгөлгән. Бынан тыш, ике енес араһында тышҡы айырма юҡ. Ҙур көйөлдөнөң төҫө башлыса ябай, ҡауырһыны төрлө һыҙыҡтар һәм тимгелдәр менән аҡһыл көрән төҫтән һоро-көрән төҫкә тиклем үҙгәрә. Тауышы оҙон, һағышлы  тиерлек, «кури-ли» кеүек яңғырай. Күберәк  ата ҡоштар  йырлай, уның ярҙамында улар үҙҙәренең оялау участкаларын билдәләйҙәр. 

Таралыуы

undefined
undefined

Ҙур көйөлдө һаҙлыҡлы һәм башҡа дымлы урындарҙа оя ҡора. Ҡышын улар яр буйҙарында һәм кипкән һаҙлыҡтарҙа, ҡитға эсендә  —баҫыуҙарҙа һәм һыубаҫар туғайҙарҙа йәшәй.  Уларҙың төп таралыу ареалы булып  Төньяҡ һәм  Үҙәк Европа, шулай уҡ Британия утрауҙары тора. Ҡышҡы осорҙа был ҡоштар  Көнбайыш һәм Көньяҡ Европа яры буйҙарына осош яһай. Ҙур көйөлдөләр шулай уҡ Азияның күп өлөшөндә осрай, уларҙың ареалы көнсығышта Байкал күле һәм Манчжурияға тиклем, көньяҡта Ҡырғыҙстанға тиклем етә. 

Туҡланыуы

Көйөлдөнөң аҙығы булып бөжәктәр, селәүсендәр, моллюскылар тора, уларҙы ерҙән оҙон суҡышы менән йыя.  Шул уҡ ваҡытта ҡаты тышлыҡтың эсенән ҡусҡарҙары сығарып алыу өсөн суҡышын пинцет сифатында ла ҡуллана.

Үрсеүе

Ояһын ерҙә яҫы уйымда төҙөй, унда үлән һала.  Бер тапҡыр ятҡанда дүртешәр йомортҡа һала. 

Төрсәләре

Stamps of Kazakhstan, 2013-63.jpg

Ҙур көйөлдөнөң ике төрсәһе бар.  Numenius arquata arquata Европала осрай, ә Волга-Урал һыҙатынан көнсығыштараҡ Numenius arquata orientalis төрө тереклек итә.  Дөйөм алғанда, ҡоштоң һуңғы төрсәһе асығыраҡ, ә ҡауырһынындағы ҡарағусҡыл штрихтар күпкә вағыраҡ. Суҡышы бер аҙ оҙонораҡ, шулай уҡ ҡанаттары ла оҙонораҡ. Ике төрсә лә Волга һәм Уралда береһе икенсеһенә талғын күсә һәм тышҡы күренеше буйынса һиҙелмәй тиерлек. 

Иҫкәрмәләр

  1. British Trust for Ornithology (ингл.) — 1932.
  2. 1 2 3 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 1996.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 IOC World Bird List Version 6.3 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.3
  4. The IUCN Red List of Threatened Species 2021.3 — 2021.
  5. Portál informačního systému ochrany přírody (чеш.)Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
  6. Lislevand T., Figuerola J., Székely T. Avian body sizes in relation to fecundity, mating system, display behavior, and resource sharing (ингл.) // Ecology / Ecological Society of America — United States of America: Ecological Society of America, 2007. — Vol. 88, Iss. 6. — P. 1605—1605. — 1 p. — ISSN 0012-9658; 1939-9170doi:10.1890/06-2054
  7. 1 2 Handbook of the Birds of Europe, the Middle East and North Africa (ингл.): The Birds of the Western PalearticOUP.
  8. 1 2 3 Красная книга — 1964.
  9. 1 2 3 IOC World Bird List. Version 10.1 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.1
  10. 1 2 3 4 5 6 7 IOC World Bird List. Version 10.2 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.2
  11. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 IOC World Bird List Version 6.4 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.4
  12. Gwefan Llên Natur
  13. 1 2 3 4 Бельгийский список видов
  14. http://www.sabencia.net/nomenclator.php
  15. Alerstam T., Rosén M., Bäckman J., Hellgren O. Flight speeds among bird species: allometric and phylogenetic effects (ингл.) // PLOS Biology / J. A. EisenPLoS, 2007. — Vol. 5, Iss. 8. — P. e197. — ISSN 1544-9173; 1545-7885doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0050197PMID:17645390
  16. Jetz W., Sekercioglu C. H., Böhning-Gaese K. The worldwide variation in avian clutch size across species and space (ингл.) // PLOS Biology / J. A. EisenPLoS, 2008. — Vol. 6, Iss. 12. — P. 2650—7. — ISSN 1544-9173; 1545-7885doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0060303PMID:19071959
  17. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 85. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.

Әҙәбиәт

  • Lars Jonsson: Die Vögel Europas und des Mittelmeerraumes — Kosmos-Naturführer, Franckh-Kosmos Stuttgart 1992/1999, ISBN 3-440-06357-7  (нем.)(нем.)

Һылтанмалар