Ҡабарҙы-Балҡар ҡурсаулығы

Ҡабарҙы-Балҡар бейек тау ҡурсаулығы (рус. Кабарди́но-Балка́рский высокого́рный запове́дник) — Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[1]. 1976 йылдың ғинуарында ойошторола. Майҙаны 82 649 гектар. Буфер зонаһының майҙаны — 26 000 гектар.

Рельефы

Ҡурсаулыҡ Оло Кавказдың бейек тау зонаһына инә. Уның иң юғары нөктәһе — Дыхтау тауы (5204 м), иң түбән нөктәһе диңгеҙ кимәленән 1800 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡта 256 боҙлоҡ бар. Уларҙың 194-енең майҙаны — 10 гектарҙан ашыу. Йәшәү мөмкин булмаған бүлкәттең дөйөм майҙаны 45 502 гектар, йәки ҡурсаулыҡ территорияһының 60,7 процентын тәшкил итә.

Гидрологияһы

Территория күп һанлы боҙлоҡтарҙан сыҡҡан йылғалар селтәре менән ҡапланған. Иң ҙурҙары — Чегем, Черек-Безенги, Черек-Балкар, Сукан-Су һәм Хазнидон. Минераль һыуҙарҙарҙың бер нисә сығанағы бар.

Флора һәм фаунаһы

Ҡурсаулыҡта теркәлгән төрҙәрҙең һаны: юғары үҫемлектәр — 1200, балыҡтар — 1, ер-һыу хайуандары — 1, һөйрәлеүселәр — 3, ҡоштар — 128, Һөтимәрҙәр — 29. Дағстан туры, ябай төлкө, ҡабан, шакал, һоро айыу, кавказ урман бесәйе, һеләүһен, аҫ, йәтсә, алтай тейене, ҡуян, ярғанат һ.б. даими йәшәй. Ҡоштарҙың һирәк төрҙәре бар: бөркөт, ҡара гриф, һаҡаллы бөркөт, таҙғара, көсөгән, ыласын, кавказ һуйыры, тау күркәһе.

Иҫкәрмәләр

  1. Кабардино-Балкарский государственный заповедник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2014. Архивировано 11 ғинуар 2016 года.

Тема буйынса өҫтәмә