Ҡалас (ҡала)
Ҡалас — ҡала (1945[3]), Рәсәй федерацияһының Воронеж өлкәһе Ҡалас районы һәм Ҡалас ҡала биләмәһенең административ үҙәге.
Халыҡ — 18 834 кеше (2018 йыл).
Географияһы
Ҡала янында Толучеевка һәм Подгорная (бассейн Дон) йылғалары ҡушылған урында, Воронеждан 240 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ҡала биләмәләһенә Ҡалас ҡалаһы, Гаранькин, Гринев, Залесный, Крутой, Николенков, Рыбкин, Сереженков утарҙары инә.
Тарих
Археологик ҡаҙыуҙар күрһәтеүенсә, районда б. э.тиклем икенсе мең йыллыҡта хәҙерге территорияһында йәшәүсе халыҡтар игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән, улар дала буйлап күсеп йөрөгән халыҡ булған. 1571 йылда был территорияла даими йәмәғәт ҡарауыл хеҙмәте ойошторола.
XVIII быуат башында даими ултыраҡтар барлыҡҡа килә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (18 апреля 2017)">722 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>]. Украин күскенселәре һәм Острогожский полкы казактары уларға нигеҙ һалған. Губерна канцелярияһы 1715 йылда Воронеж янында — Ҡалас биҫтәһен.төҙөү тураһында бойороҡ бирә. Сауҙа слобода әһәмиәте арта, тимер юлдар 1896 йылда төҙөлә башлаған.
ГГраждандар һуғышында край яуһыҙ алыш плацдармы була.
1928 йылдың 30 июлендә Ҡалас Калачеевский районының үҙәгенә әйләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы барышында ла Калачеевский районы һуғыш яланы була. 15 меңдән ашыу ир-ат төрлө фронттарҙа һуғыша, шуларҙың 9 меңдән ашыу яугир һуғышта һәләк булған. Ҡалас ҡалаһының 17 кешеһенә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1945 йылдың 10 ғинуарынан РСФСР Юғары Советы Президиумы указы Ҡалас районға буйһонған ҡала итеп үҙгәртелә.
Тыныс ваҡытта ҡаланың 5 кешеһенә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.Һуңғы йылдарҙа районда хужалыҡ нығый бара, ауыл хужалығы культураларының уңыш арта, һарыҡ малы күбәйә, колхоз техник яҡтан яҡшы йыһазландырыла. 1960 йылда бында өлкәнең иң эре элеваторы барлыҡҡа килә. 1970—1980 йылдарҙа Ҡалас янында ҙур предприятиелар сафҡа индерелә: шәкәр һәм сыр яһау заводы, ит комбинаты, электр селтәрҙәре, трансгаз.
Бөгөн Ҡалас — хәҙерге үҫешкән социаль инфраструктуралы ҡала, унда бик күп белем биреү, медицина һәм мәҙәни учреждениелар бар. Район территорияһында йөҙҙән ашыу тарихи, архитектура һәйкәлдәре бар.
Климат
Ҡала климаты уртаса континенталь, ҡыш сағыштырмаса һалҡын һәм эҫе, ҡоро йәй.
| Климат Ҡалас (1981—2010 йылдарҙа нормалары) | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
| Уртаса температура, °C | -6,1 | -6,5 | -1 | 8,4 | 15,1 | 19,3 | 21,2 | 19,9 | 13,7 | 7,2 | -0,2 | -4,9 | 7,2 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 42 | 33 | 29 | 24 | 37 | 57 | 57 | 35 | 50 | 40 | 43 | 42 | 489 |
| Сығанағы: ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД" 2017 йылдың 31 июль көнөндә архивланған. | |||||||||||||
Мәҙәниәт
Музейҙар
- Ҡалас район тыуған яҡты өйрәнеү музейы [1]
Кинотеатрҙар
- "Юбилей" иинотеатры
Мәҙәниәт йорто
- "Юбилей" район мәҙәниәт йорто
- Заброденский мәҙәниәт йорто
- В. И. Чапаев исемендәге мәҙәниәт йорто
Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы
- И. Ленин һәйкәле
- Жак Якобин һәйкәле
- В. Ф. Маргелов һәйкәле
- Е. А. Родионов һәйкәле
- Аҡбур мәмерйә
- Успение сиркәү ҡорам комплексы (XVIII—XX быуат. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Успенская сиркәүе (1750 йыл. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Лисицын йорто (Ҡалас, 9 ғинуар урамы, 3; xx быуат башында. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Башланғыс мәктәп бинаһы (Ҡалас, Ленин майҙаны, 10; XIX быуат. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Торлаҡ йорт (Ҡалас, Ҡыҙыл Армия урамы, 3; XIX быуат. Архитектура ҡомартҡыһы)
- Торлаҡ йорт (Ҡалас, Ленин майҙаны, 6; 1900 йыл. Архитектура ҡомартҡыһы)
Белем
Ҡалас ҡалаһының белем биреү учреждениелары:
Ҡалас балалар баҡсаһы № 4 [2] 2019 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.
Ҡалас балалар баҡсаһы № 5 [3]
Ҡалас балалар баҡсаһы № 6 [4] 2019 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
Ҡалас балалар баҡсаһы № 7 [5] 2019 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
Ҡалас гимназияһы № 1 [6]
Ҡалас урта мәктәбе № 1 [7]
Ҡалас урта мәктәбе№ 6 [8]
Ҡалас балалар сәнғәт мәктәбендә [9]
Ҡалас аграр техникумы [10]
Билдәле шәхестәр
- Краснощеков Павел Сергеевич (1935-2016) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәй Фәндәр академияһының академигы (1992).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ СССР. Административно-территориальное деление союзных республик на 1 января 1980 года / Сост. В. А. Дударев, Н. А. Евсеева. — М.: Известия, 1980. — 702 с. — С. 114.
Әҙәбиәт
- Воронежская энциклопедия: В 2 т. / Гл. ред. М. Д. Карпачёв. — Воронеж: Центр духовного возрождения Чернозёмного края, 2008. — Т.1: А—М. — 524 с., ил., карты. — ISBN 978-5-900270-99-9.
Һылтанмалар
- Виртуальный Калач — Сайт города Калач и Калачеевского района Воронежской области
- Официальный сайт Администрации городского поселения город Калач
- Сайт органов местного самоуправления Калачеевского муниципального района
- Историческая информация о городе Калач
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |