Ҡарағайлы (күл)

Ҡарағайлы — Башҡортостанда Яйыҡ йылғаһы басейнына ҡараған ҙур булмаған күл[1].

Атамаһы

Тирә-яғында ҡарағай ылыҫлы ағасы күп үҫкәнлектән, күлде Ҡарағайлы тип атағандар.

Тасуирламаһы

Күл диңгеҙ кимәленән 518 м бейеклектә. Һыу өҫтө майҙаны — 3,84 км²[2]. Һыу ағымы аша күрше Оло Учалы күле менән тоташҡан[3].

Император энәғарағы Скандинавиянан Африкағаса һәм Атлантик океандан Үҙәк Азия тауҙарынаса йәйелгән киңлектәрҙә таралған. Башҡортостаныбыҙҙа иһә был гүзәл бөжәкте Учалы районының Ҡарағайлы күле тирәһендәге мөхиттә генә осратырға мөмкин. Рәсәйҙә лә ул кәмегәндән-кәмей бара[4].

Географияһы

Күлдең тирә-яғында ҡарағай-ҡайын урмандары үҫә, һыу ятҡылығы ярында һирәк осрай торған күл ҡамышы, күрән, мамыҡбаш күрән, көньяҡ ҡамышы, тар япраҡлы екән үҫемлектәрен осратырға мөмкин[1].

Сығышы буйынса — тектоник күл, аҫҡы һəм урта девондың ирəндек свитаһы тоҡомдарында (базальттар, андезибазальттар, туфлы ҡомташтар, туффиттар) барлыҡҡа килгəн, соҡоро табаҡ һымаҡ. Төбө һөҙəк, мəтеле. Төньяҡ һəм көньяҡ- көнбайышта ҡалҡыулыҡҡа күсə. Күлдә табан балыҡ, суртан һәм башҡа балыҡтар тереклек итә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 А. М. Гареев. тәржемәсе И.М. Япаров. Карагайлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. «Карагайлы» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Карта бите N-40-59-D-D — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»
  4. Император энағарағы 2017 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.