Ҡарлы шар
Ҡарлы шар (ингл. Snow globe) (шулай уҡ «ҡарлы быяла шар» тип йөрөтөлә) — быяла шар рәүешендә эшләнгән Раштыуа сувениры, уның эсендә ниндәйҙер модель (мәҫәлән, байрамға биҙәлгән йорт) бар. Бындай шарҙы һелкеткәндә модель өҫтөнә яһалма «ҡар» төшә башлай. Заманса ҡарлы шарҙар бик матур биҙәлә; күптәренең борғосо һәм хатта яңы йыл көйөн уйнаған беркетелгән механизмы бар.
Тарихы
Тәүге ҡарлы шарҙың ҡайҙа һәм ҡасан барлыҡҡа килгәне аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә уларҙы Францияла XIX быуатта яһай башлағандар. Моғайын, ул ваҡытта популяр пресс-папьелар шарҙарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булалыр. 1889 йылда Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡарлы шарҙарҙың тәҡдим ителеүе айырыуса иғтибарға лайыҡ. Шарҙар эсендә бик күп миниатюр биналар, шул иҫәптән Эйфель башняһы урынлашҡан була.
Франциянан сувенирҙар Викториан Англияһына үтеп инәләр, ә уҙған быуаттың 20-се йылдарында океанды кисеп, Америка Ҡушма Штаттарында коллекционерҙар туплаҡтарында йыйылып тарала башлайҙар.
XIX быуатта хирургия инструменттары эшләү менән шөғөлләнгән Эрвин Перци Schneekugel (ҡарлы шар) уйлап сығара һәм уны етештереүгә тәүге патент ала. Тәүҙә уның маҡсаты өҫтәмә сағыу яҡтылыҡ сығанағы — хирургик лампа эшләү була. Ул шәмдең яҡтылығын төрлө материалдарҙан эшләнгән сағылдырғыс ролен үтәгән өлөшсәләр менән тулған Schneekugel аша үткәреп ҡарағас, килеп сыҡҡан эффект уға ҡар яуыуын хәтерләтә. Тап шул арҡала ҡарлы шарҙы булдырыу идеяһы барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Ул яһаған тәүге ҡарлы шарҙа Дева Мария Рождествоһының базиликаһы (Мариацелль) миниатюраһы була. Уның асышы бик популяр булып китә, һәм Перци ҡустыһы Людвиг менән Венала ғаилә бизнесын — бөтә донъя илдәренә оҙатылған ҡарлы шарҙарҙы яһаған, әле лә эшләп килгән магазинды аса. Яһалма «ҡар»ҙы яһауҙа ҡулланылған материал (һыу төбөнә төшөр алдынан мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөҙөргә тейеш) быуындан быуынға тапшырылып килгән ғаилә сере булып ҡала.
Америка Ҡушма Штаттарында ҡарлы шарҙар етештереүгә тәүге патент 1927 йылда Питтсбургтан (Пенсильвания штаты) Джозеф Гараджеға бирелә. 1929 йылда Гарадже популяр әҙәби әҫәрҙәр эпизодтарын һүрәтләгән миниатюралар менән шарҙар эшләй башлай. 1940-сы йылдарҙа Америкала ҡарлы шарҙар рекламала киң ҡулланыла. Бынан тыш, ҡарлы шарҙар бер нисә фильмда күрһәтелә, уларҙың иң билдәлеһе — 1941 йылда экранға сыҡҡан «Гражданин Кейн» драмаһы.
XX быуат уртаһында ҡарлы шарҙарҙы күпләп етештерә һәм бүләк итеп ҡуллана башлайҙар. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре дини темаға арнала. Дини күренештәрҙе һүрәтләгән ҡарлы шарҙар балалар өсөн католик Раштыуаһына популяр бүләккә әйләнә. Шарҙар Раштыуа менән ныҡлы ассоциациялана башлай һәм йыш ҡына рекламаларҙа һәм фильмдарҙа күренә.
1950 йылдарҙа быяла шарҙарға алмашҡа пластик шарҙар килә. Хәҙерге ваҡытта уларҙы күп илдәрҙә етештерәләр, Ҡытайҙан һәм Гонконгтан (күпләп сығарыу) алып Германияға тиклем (эксклюзив зиннәтле әйберҙәр). Шарҙар эсендә урынлашҡан моделдәрҙең ниндәйе генә юҡ — тарихи һәм хәрби сәхнәләр, уйлап сығарылған һәм популяр персонаждар, һәм, һис шикһеҙ, Яңы йылдың һәм Раштыуаның традицион символдарына тиклем. Һайлау кампанияларында ла ҡар шарҙарын файҙаланыу билдәләнгән.
2000 йылдарҙан алып Louis Vuitton, Ladurée, Sonia Rykiel йәки Chanel кеүек модалы һәм зиннәтле брендтарға ҡарлы шарҙарҙы үҙенең эмблемалары һәм символдарын ҡулланып яһау хас була. Был трендты заманса рәссамдар ҙа, мәҫәлән, Уолтер Мартин һәм Палома Муньос, хатта музейҙар ҙа эләктереп алалар[1].
Етештереү
Тәүге шарҙар гәлсәр булған һәм ныҡлы керамик аҫлыҡҡа ҡуйылған. Улар һыу менән тулы булған, ә ҡар ҡомдан йәки ваҡ фарфор киҫәктәренән яһалған. Һуңынан быяла һәм «база» көндән-көн нығыраҡ һәм нәфисерәк була бара; хәҙер ҡарҙы пластиктан эшләйҙәр, ә һыуға антифриз — мәҫәлән, глицерин өҫтәлә[2].
Хәҙерге шарҙарҙа музыкаль механизм да, сағыу лампочкалар ҙа, хатта моторҙарҙы (ҡар яуыуы һелкетеүҙән түгел, ә борғостан башлана) ла табырға мөмкин. Йыш ҡына аҫлыҡтары шарҙарҙың ҙурлығына етә һәм оҫта итеп биҙәлә. Ҡарлы шарҙарҙың ҡайһы бер моделдәрендә социаль йәки сатирик мәғәнә лә бар. Шарҙарҙың ҡайһы берҙәрендә, урталарында фотолар ҡуйыр өсөн тишектәр бар.
Шарҙарҙың традицион нигеҙендәге варианттары ла бар: мәҫәлән, ҡар түгел, ә ваҡ объекттар (йышыраҡ Хэллоуинға эшләнә) өрөлгән торнадо[2].
Мәҙәни аллюзиялар
Хәҙерге мәҙәниәттә ҡарлы шарҙар йыш файҙаланыла. Улар бала саҡты, ғәйепһеҙлекте йәки «яҡты көндәрҙе» символлаштырырға мөмкин. Әммә ҡайһы бер яҙыусылар, ғәҙәти булмаған юмор тойғоһона эйә булып, ижад емештәрендә ҡот осҡос сәхнәләрҙә лә ҡулланалар.
2010 йылда ҡарлы шар «Coca-Cola» рекламаһында төп нәмә була. Был сувенир ярҙамында Санта-Клаус донъяны күҙәтә һәм ҡайһы берҙә шарҙы борғолап, ваҡиғалар барышын үҙгәртә[3].
Фильмдарҙа
- Ҡарлы шарҙар бик йыш ҡышҡы байрамдар менән бәйле һәм башҡа фильмдарҙа күренә. Мәҫәлән, «Гражданин Кейн» фильмы үлеп барған төп геройҙың ҡулынан ҡарлы шар төшөп ярылыуҙан башланып китә.
- «Симпсондар»ҙа ҡайһы бер сәхнәләре был Раштыуа сувениры менән пародиялана
- «Милые кости» бестселлерында төп геройҙың тәүге иҫтәлеге булып уның йортондағы ҡарлы шар тора[4].
- «Неверная» (2002) фильмында Эдвард Самнер (Ричард Гир) ҡатынына бүләк ителгән ҡарлы шарҙы һөйәре Пол Мартелды (Оливье Мартинес) үлтереү ҡоралы итеп ҡуллана.
- «Санта-Клаус» фильмында малай Сантаны (атаһын) һағынған саҡта ҡарлы шарҙы һелкетеп үҙенә саҡыра ала.
- «Мадагаскар» йәнһүрәтендә арыҫлан Алекс зебра Мартиға ҡарлы шар бүләк итә һәм шул ваҡыттан алып ул үҙенең тормошона башҡаса ҡарай башлай.
- «Шелдондың бала сағы» (рус. Детство Шелдона) телесериалының өсөнсө миҙгелендә Шелдондың ағаһы Джорджи урындағы халыҡҡа Техас символикаһы төшөрөлгән ҡарлы шарҙарҙы һата.
Әҙәбиәт
- Nancy McMichael. Snowdomes. — 1990. — ISBN 1558590366. Книга, посвящённая истории снежных шаров. Предоставляет много информации по теме.
Иҫкәрмәләр
- ↑ История появления снежных шаров от 19 века до 21. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2015. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
- ↑ 1 2 Christmas Snow Globes: A Whimsical History of An Old-Fashioned Christmas Decoration (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года.
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ «У моего отца на письменном столе стоял стеклянный шар, а в нём — утопающий в снегу пингвин с красно-белым полосатым шарфиком на шее…» См. Введение к книге
Һылтанмалар
Рувики.Медиала Ҡарлы шарҙар темаһы буйынса медиафайлдар бар.- Beautiful Snowdomes (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 декабрь 2010. Архивировано 11 май 2012 года.
- The world of snow globes and dream globes (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 9 декабрь 2013 года.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |