Ҡаһарманов Хәмиҙулла Ғиниәтулла улы

Ҡаһарманов Хәмиҙулла Ғиниәтулла улы- (1915 йыл – 2002 йыл). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы яугиры.[1]

Биографияһы

Ҡаһарманов Хәмиҙулла Ғиниәтулла улы 1915 йылда Башҡорт АССР-ның Маҡар районы (Ишембай районы) Михайловка ауылында тыуа. Һөнәре буйынса уҡытыусы. Ҡазан педагогия университетының тарих факультетын тамамлай. Ғафури, Ишембай райондары мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡара [2].

Хәрби юлы

Ҡаһарманов Хәмиҙулла Ғиниәтулла улы 1941 йылда Маҡар районының хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алына. 112-се һанлы данлыҡлы башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Сталинград һуғышында ҡатнаша. 1943 йылда ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң демобилизациялана. Һуғыштан һуң Ишембай районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Ҡаһарманов Хәмиҙулла Ғиниәтулла улы 2002 вафат була[1]

Наградалары

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар