Ҡотҡарыусылар көнө (Рәсәй)
Ҡотҡарыусылар көнө (рус. День спаса́теля Росси́йской Федера́ции) — Рәсәй ҡотҡарыусыларының һөнәри байрамы[1].
Рәсәйҙә ҡотҡарыусылар профессиональ авария-ҡотҡарыу формированиеларында, шул иҫәптән эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә, субъекттарҙың авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә, муниципаль ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәттәрендә, шулай уҡ хәрби ҡотҡарыу формированиеларында, төрлө янғын һағы төрҙәрендә, штаттан тыш ҡотҡарыу формированиеларында, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһының башҡа учреждениеларында, шәхси ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм отрядтары һәм профилле йәмәғәт берекмәләрендә эшләй һәм хеҙмәт итә[2][3][4].
Байрам датаһы итеп 27 декабрь — Рәсәй ҡотҡарыусылар корпусы ойошторолған көн һайлана. Был дата шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторолған көн тип иҫәпләнә[1].
Тарихы
1995 йылдың 26 ноябрендә Рәсәй Федерацияһының беренсе Президенты Борис Ельцин «Рәсәй Федерацияһы ҡотҡарыусылары көнөн билдәләү тураһында» Указға ҡул ҡуя, Унда был көндө 27 декабрҙә билдәләргә ҡушыла[5][6].
Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған. 1990 йылдың 27 декабрендә РСФСР Министрҙар Советы «РСФСР Дәүләт комитеты хоҡуғында Рәсәй ҡотҡарыу корпусын төҙөү, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен күҙаллау, иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт-йәмәғәт системаһын формалаштырыу» тураһында ҡарар ҡабул итә[1][5][7].
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ойошторолоу тарихы
Рәсәй ҡотҡарыу корпусы 1990 йылда ойошторола, һуңынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тип үҙгәртелә, тиҙҙән был корпус РСФСР Президенты ҡарамағындағы Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт бәлә-ҡазалары эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Дәүләт комитеты барлыҡҡа килә. Ул, үҙ сиратында, Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт ҡазалары эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Дәүләт комитеты итеп үҙгәртелә. 1994 йылдың 10 ғинуарында сираттағы үҙгәртеп ҡороу барышында уның нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт ҡазалары эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығы (Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы) булдырыла[1].
Рәсәйҙә хөкүмәткә ҡарамаған ҡотҡарыу отрядтары
Рәсәйҙә бер нисә дәүләткә ҡарамаған ҡотҡарыу отряды эшләй, уларҙың хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәре тейешле ҡотҡарыусы дипломдарына эйә. Иң билдәлеләренең береһе — Liza Alert эҙләү-ҡотҡарыу отряды. Отряд дәүләт органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләһә лә, тулыһынса ирекмәндәрҙән тора[8][9].
Башҡа билдәле хөкүмәткә ҡарамаған ҡотҡарыу отрядтарына «СпасРезерв» һәм Бөтә Рәсәй студенттар ҡотҡарыу корпусы инә[10][11][12].
Байрамды үткәреү
Ҡотҡарыусылар көнөн байрам итеү йола буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениеларында ла, тематик мәҙәни саралар сиктәрендә лә бара. Күп хеҙмәткәрҙәргә һөнәри байрамын дежурҙа билдәләргә тура килә — ҡотҡарыусылар өсөн, улар хатта һөнәри байрамы уңайынан да эштәнтуҡтамай. Ҡотҡарыусылар көнөндә, ҡағиҙә булараҡ, шулай уҡ абруйлы хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырыла[13]. Байрам концерттары үткәрелә[14].
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселеге йола буйынса Мәскәүҙең Кременчуг урамына «Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар» һәм «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветерандары» һәйкәл комплексына сәскәләр һалыу өсөн килә. Бынан тыш, һәләк булған ҡотҡарыусылар иҫтәлегенә мемориаль саралар подразделениеларҙа ла үткәрелә[13].
Хайуандар-ҡотҡарыусылар
Ҡотҡарыусыларға йыш ҡына кинологтар һәм махсус әҙерләнгән эттәр ярҙам итә[15]. Ҡотҡарыу эштәрендә емереклектәр аҫтында кешеләрҙе эҙләргә өйрәтелгән йәки һыуҙа ҡотҡарыу хеҙмәтенә өйрәтелгән эттәр киң ҡулланыла[16].
Эттәрҙән тыш, ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡотҡарыусылар автомобиль транспорты хәрәкәте ауыр булған урындарҙа аттарҙы ла ҡуллана[17].
Бынан тыш, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядтарында бесәйҙәрҙе лә ҡулланалар. Был осраҡта улар кәрәк-яраҡты кимереүселәрҙән һаҡлау өсөн генә түгел, янғын һүндереүселәрҙең үҙҙәре әйтеүенсә, стрессҡа ҡаршы фактор ҙа[18].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- Гражданская защита. Энциклопедия / Под общ. ред. Шойгу С.К.; МЧС России. — Москва: Московская типография № 2, 2006. — Т. 1. — 568 с. — 3000 экз. — ISBN 5-86472-158-1.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 27 декабря – День спасателя Российской Федерации. МЧС России (27 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ Профессиональные аварийно-спасательные формирования. МЧС России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Аттестованные аварийно-спасательные службы и аварийно-спасательные формирования. МЧС России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Федеральный закон от 22.08.1995 N 151-ФЗ (ред. от 14.07.2022) "Об аварийно-спасательных службах и статусе спасателей". Консультант плюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 Образован российский корпус спасателей. День спасателя России. Б. Н. Ельцин исемендәге президент китапханаһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Указ Президента РФ от 26.12.1995 N 1306 "Об установлении Дня спасателя Российской Федерации". Консультант Плюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Надежда Пономаренко. Праздник 27 декабря. День спасателя Российской Федерации. InMoment.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Илья Титов. Стать волонтёром. Как присоединиться к поисковым отрядам. Аргументы и факты (12 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ Отряд имени Лизы Фомкиной. LizaAlert. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Региональная общественная организация «Общественный поисково-спасательный отряд „Спасрезерв“». Агентство социальной информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ "Ребята, вызов!" Один день из жизни добровольцев "СпасРезерва". ТАСС (6 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ О ВСКС. История. Всероссийский студенческий корпус спасателей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 День спасателя в 2023 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ Праздничный концерт ко Дню спасателя. Беренсе канал (26 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ Кинологические службы в системе МЧС. Правительство Москвы (21 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ Четвероногие спасатели – особая категория «сотрудников» МЧС России. МЧС России (20 июнь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ Любить зверей и людей. О конно-кинологическом спасательном центре МЧС. ТАСС (20 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
- ↑ Татьяна Солдатова. Усы, лапы, хвост. В пожарном отряде МЧС служат двое московских котов. Аргументы и факты (19 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.