Ҡудашев Рөстәм Радик улы
Рөстәм Радик улы Ҡудашев (рус. Кудашев Рустем Радикович; 1954 йылдың 13 феврале, Өфө) — совет һәм Рәсәй музыканты, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы аккомпаниатор-концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
Биографияһы
1954 йылдың 13 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1985 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Л. Н. Бажанова класы), 1990 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Р. М. Бикмәхәмәтова класы) тамамлаған.
1972 йылдан алып «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының музыка етәксеһе, 1973 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында аккомпаниатор-концертмейстер булып эшләй. Репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, төрлө халыҡ кәйҙәре. «Аҡ болан», «Ҡыпсаҡ ҡыҙы», «Мөхәббәт», «Сибай», «Сәскәләр» инструменталь пьесалары, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртмәләре һәм башҡалар авторы.
Фәриҙә Ҡудашева, Илһам Шакиров, Флүрә Килдейәрова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев, Вәхит Хызыров кеүек артистарға ҡушылып уйнай.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рөстәм Ҡудашев әҫәрҙәрен фортепианола яңғыҙ башҡара һәм синтезаторҙа йырсыларға һәм балет артистарына ҡушылып уйнай[1][2].
Ҡарағалпаҡ АССР-ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976), Сыуаш АССР-ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнаша. СССР буйлап, Италия, Германияла гастролдәрҙә була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)
- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991)
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Зөлфиә Ҡудашева (1956), совет һәм Рәсәй бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Поздравляем! Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова (20 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
- ↑ Кудашев Рустем Радикович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
Һылтанмалар
- Башҡорт Дәүләт филормрнияһы сайты 2016 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.
- Әхмәтшина Э. Ә. Ҡудашев Рөстәм Радик улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.