Ҡул сәғәте
Ҡул сәғәте— ағымдағы ваҡытты белергә һәм ваҡыт арауығын үлсәп торорға ярҙам итеүсе прибор.
Ҡул сәғәттәре тарихы XVI быуаттан башлана һәм XX быуатта киң тарала. Иң тәүҙә ҡул сәғәте ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе тип һаналған, әммә һуңыраҡ, быға тиклем сылбырлы кеҫә хронометрҙарын өҫтөн күргән, ир-егеттәр сәғәт тағып йөрөй башлай. Был ваҡыт эсендә сәғәт механизмы күп үҙгәрештәр кисерә.
Ҡул сәғәте тарихы
Ҡул сәғәте тәүге тапҡыр 1571 йылда телгә алына. Роберт Дали Англия королеваһы Елизавета I-сегә ғәҙәти булмаған биҙәүестәр — миниатюралы сәғәт бүләк итә[1]. Һуңыраҡ, 1810 йылда, Швейцарияла тыуған Француз оҫтаһы Авраам-Луи Бреге Неаполь королеваһы Һәм император Наполеондың һеңлеһе Каролина Мюрат өсөн сәғәт эшләй[2][3].
1850 йылдан һуң ҡул сәғәттәре Францияла һатыла башлай, һәм диңгеҙселәр араһында бик популяр була. Диңгеҙселәр сәғәтте практик яҡтан юғары баһалай. Әммә ҡул сәғәттәрен йәмәғәтселек XIX быуат аҙағында ғына, немец адмиралтействоһы диңгеҙ офицерҙары өсөн был аксессуарҙар партияһын заказ биргәс кенә, ҡабул итә. Шул ваҡыттан ҡул сәғәте әлегә тиклем популяр булған мода аксессуарына әйләнә[4].
Бөйөк Британияла ҡул сәғәте 1910 йылда киң таралыу ала һәм Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ҙур популярлыҡ яулай. Ул ваҡытта сәғәт иң беренсе сиратта авиаторҙар һәм артиллеристарға талап ителә. Һуғыш тамамланғас, ҡул сәғәте башҡа граждандарҙың иғтибарын йәлеп итә. Был ваҡытҡа ҡул сәғәтенең бөтә кәрәкле функциялары уйлап сығарылған була. Яңы технологиялар һәм сәнәғәт производствоһы арҡаһында ҡул сәғәттәре урта синыф өсөн дә уңайлы була. Сәғәт сифаты камиллашыуын дауам итә, ә продукция ассортименты даими киңәйә бара[4].
1920 — 1930-сы йылдарҙа Көнбайыш Европала, бигерәк тә Швейцарияла иҡтисади депрессиянан һуң ҡул сәғәттәре етештереү киң тарала.[5] 1939 йылда Бөйөк британияла армия өсөн ATP (Army Trade Pattern) сәғәте стандарты эшләнә. Ул бер нисә талапты үҙ эсенә ала, атап әйткәндә, механизмда кәм тигәндә 15 таш, ҡоростан йәки нихромдан һыу үткәрмәүсе корпус, аҡ циферблат һәм яҡтыртҡыс радиоактив сәғәт уҡтары булырға тейеш. Был стандартҡа ярашлы 17 швейцария компанияһы сәғәт етештерә башлай[6].
Икенсе донъя һуғышы осоронда Швейцария фирмалары автоподзавод механизмдары өҫтөндә әүҙем эшләй, һәм 1942 йылда «Фелс» сәғәт фирмаһы боролоу мөйөшө буйынса сикләүҙәрһеҙ әйләнеүсе йөк секторы менән автоподзаводтың беренсе механизмын эшләй ала. Төрлө фирмалар араһындағы конкуренция яңы тикшеренеүҙәр үткәреүҙе стимуллаштыра. 1948 йылда «Эбош» сәғәт фирмаһы автоподзаводлы тәүге ҡатын-ҡыҙ сәғәттәрен сығара, ә ун йылдан һуң «Барен вотч» фирмаһы сәғәт сәнәғәте белгестәрен ҡыҙыҡһындырған планетар роторлы автоподзавод механизмын уйлап таба[5].
1957 йылда Японияла электрон һәм механик деталдәр һәм узелдар менән бер-береһен алмаштырыусы сәғәттәр етештереү ҙур уңыштарға өлгәшә. Япония ҡул сәғәте яҡын-тирәләге Азия илдәренә генә түгел, АҠШ-ҡа ла экспортлана. 1959 йылда транзисторлы электрон схемаларҙы файҙаланған камертон ҡул сәғәте эшләнә[5].
1960 йылға тиклем автоподзавод менән ҡул сәғәте ҡул сәғәте етештереүҙең дөйөм күләменең бик аҙ өлөшөн тәшкил итә. Автоподзавод механизмдары төрлө конструкцияға эйә була, әммә иң киң таралған механизмдар булып үҙәктә йөк секторы һәм боролоу мөйөшө сикләнгән механизмдар тора. 1960-сы йылдар башынан автоподзавод менән ҡул сәғәттәре етештереү ҡырҡа арта, юғары аныҡлыҡ һәм ышаныслылыҡ менән нәфис ҡул сәғәттәре эшләнә. 1960 йылдан һуң ҡул сәғәттәре конструкцияһында һәм етештереүендә ҙур үҙгәрештәр була. 1967 йылда стрелкалы һәм цифрлы индикация менән йыһазландырылған интеграль схемалар ҡулланып кварц сәғәттәр барлыҡҡа килә[5].
Хәҙерге Швейцария сәғәт сәнәғәте 1970-се йылдарҙа булған «кварц революцияһы» йоғонтоһонда формалаша. Швейцария етештереүселәренең донъя сәғәт секторындағы өлөшө 1970 йылда 40 проценттан 1981 йылда 17 процентҡа тиклем кәмей. Бындай киҫкен түбәнәйеү япон компанияларының уңышы менән бәйле, улар сығымдарҙы һиҙелерлек кәметә һәм продукцияны арзаныраҡҡа һата. LED һәм LCD-экранлы кварц сәғәттәрҙең донъя кимәлендә популярлығы традицион механик сәғәттәр етештереүселәргә тағы ла нығыраҡ кире йоғонто яһай. Әммә Николас Хайек эшмәкәрлеге Һәм Swatch пластик сәғәттәрен күпләп етештереүҙе башлау арҡаһында хәл үҙгәрә [7].
Яйлап Хайек нигеҙ һалған Swatch Group холдингы бөтә хаҡ диапазонын сағылдырған брендтарға эйә була: Breguet, Blancpain, Glashütteiiginal, Jaquet Droz, Leon Hatot, Omega, Rado, Longines, Tissot, Certina, Mido, hamilton, Balmain, Ck watch, Flik-flak (балалар сәғәте) һәм Swatch. Бынан тыш, холдинг составына ETA һәм Frederic Piguet фабрикалары инә[7].
1920-се йылдарҙа СССР-ҙа сәғәт етештереүҙе ойоштороу дәүләт кимәлендә белдерелгән етди бурыстарҙың береһе була. Әммә Совет сәғәт сәнәғәте Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң ғына әүҙем үҫеш ала. Оборона комплексына ингән сәғәт заводтары хәүефле райондарҙан сығарыла. Беренсе сәғәт заводы Златоустҡа, һуңынан Силәбегә, ә икенсе сәғәт заводы Чистополгә күсерелә. Тап Чистополдә билдәле совет хәрби сәғәттәре «Командир» етештерелә, бындай сәғәттәр СССР оборона Министрлығының махсус заказы буйынса 1965 йылда эшләнә[6].
XXI быуатта был аксессуар ҡатмарлыраҡ һәм функциональ була, традицион ҡул сәғәттәренә алмашҡа цифрлы «аҡыллы сәғәт» килә, ул ваҡытты ғына түгел, һаулыҡ торошон да күҙәтә ала[8].
2014 йылда Apple компанияһы Watch,-тың электрон хаттар һәм SMS ҡабул итеү һәм ебәреү, шулай уҡ шылтыратыуҙар яһау һәм музыка уйнатыуҙы идара итеү мөмкинлеге булған тәүге аҡыллы сәғәттәрен эшләй. Сәғәт фитнес-беләҙек режимында эшләй ала һәм өлөшләтә iPhone мөмкинлектәрен дә ҡабатлай[9].
Төп классификациялар
Дөйөм классификациялар
- Хронометрҙар — юғары теүәллектәге приборҙар (механик һәм кварцлы була).
- Хронографтар — автономлы секундомер функцияһы булған механизмдар (йыш ҡына өҫтәмә циферблат була).
- Дизайнер сәғәте — авторлыҡ эше өлгөләре.
- Скелетондар — циферблат яғынан механизмы күренеп торған сәғәт[10].
- Спорт сәғәте — спорт бәҙәлешле сәғәттәр.
- Ювелир сәғәттәр — аҫыл таштар менән биҙәлгән һәм затлы металдан эшләнгән декоратив аксессуар.
- Смарт-сәғәт йәки аҡыллы сәғәт — шылтыратыуҙар, электрон хаттар һәм SMS-хәбәрҙәр ҡабул итеүсе, геолокацияны күрһәтеүсе, ҡатмарлы иҫәпләүҙәр яһай алған, смартфондар менән бәйләнеш булдыра алған электрон ҡоролма.
Механиз төрө буйынса
- Механик сәғәттәр. Пружиналы ҡулдан заводлы классик сәғәт. Бәләкәй механизм сәғәткә нәфис форма бирә, хронометрҙар ваҡыт арауыҡтарын секундҡа тиклем теүәл үлсәй. Автоподзаводлы моделдәр бар, унда махсус ротор сәғәт тағыусы ҡулын хәрәкәтләндергәндә механизмды заводлау. Ҡул менән эшләнгән механизмдар ҡатмарлы һәм һуғыуға һиҙгер деталдәрҙән тора. Механик сәғәт магнит ҡырҙарына һиҙгер һәм даими рәүештә таҙартыу һәм көйләү талап ителә, улар ғәҙәттә бер нисә йылға бер тапҡыр үткәрелә. Хәҙерге моделдәрҙә дизайнерҙар йыш ҡына скелетон ҡуллана, был механизмдың эшен корпустың үтә күренмәле элементтары аша күҙәтергә мөмкинлек бирә[10]
- Кварц сәғәттәр. Кварц кристалдары нигеҙендә эшләй, улар батареянан электр тогы үткәндә билдәле бер йышлыҡтағы импульстар барлыҡҡа килтерә. Улар, ҡулланыусы өсөн мәғлүмәтте күрһәтеү ысулына ҡарап, аналог һәм цифрлы төрҙәргә бүленә. Механик сәғәттәр менән сағыштырғанда, кварцлы сәғәттәр юғары теүәллек һәм тышҡы тәьҫирҙәргә тотороҡлоҡ менән айырыла. Ике төр сәғәттә лә механизмдарҙың хеҙмәт итеү ваҡыты бер төрлө, сөнки база деталдәре бер төрлө туҙа, әммә кварц батареяһы 10 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ ваҡытта кварц сәғәттәренең функционалы механик моделдәрҙән күпкә юғарыраҡ.Кварц сәғәттәр ағымдағы ваҡытты ғына түгел, датаны ла күрһәтә, календарь менән эшләргә һәм будильник ҡуйырға ла мөмкин[10].
- Электрон сәғәттәр. Кварц сәғәтенең бер төрө булып тора. Ваҡытты электрон диплейҙа һандар рәүешендә йәки экранда сәғәт уғы формаһында күрһәтә[10].
- Кинетик сәғәттәр. Батареяларҙы йәки ҡул подзаводын алмаштырыу кәрәкмәйенсә, сәғәт тағыусының ҡул хәрәкәтен энергияға әйләндереүсе махсус механизм нигеҙендә заводка ала[11].
Өҫтәмә функциялы сәғәттәр
Хәҙерге хронометрҙарҙың ваҡытты күрһәтеү төп функцияһынан тыш, өҫтәмә мөмкинлектәре лә бар, улар араһында түбәндәгеләрҙе айырып күрһәтергә мөмкин: дисплейҙы яҡтыртыу, автоматик заводлау, будильник, вибросигнал, GPS, календарь, ай календары йәки ай фазаларын күрһәтеүсе, яҙыу китабы, шагомер, бәләкәй күләмдә мәғлүмәт һаҡлау өсөн flash — хәтер, mini-usb порты пк-ға тоташыу. GPS функцияһы булған сәғәт йыш ҡына компас менән йыһазландырыла һәм һыу үткәрмәүсәнлек һәм бәрелешкә сыҙамлылы итеп эшләнә[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кирилл Шевелев. Когда появились наручные часы? Научно-популярный журнал «Как и Почему» (10 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
- ↑ Cogs of war: Napoleon’s timepieces (ингл.). The Sunday Times. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Первые наручные часы. breguet.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 Богданов И. Ф. История механических часов: 700 лет совершенствования // Евразийский научный журнал. — С. 33—36.
- ↑ 1 2 3 4 Пипуныров В. Н. История часов с древнейших времен до наших дней. — М.: Наука, 1982. — 496 с.
- ↑ Елизавета Епифанова. Часы войны: история возникновения наручных часов. Вокруг света. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Эксперты: Часовщики с ужасом вспоминают "кварцевую революцию" 70-х годов. Российская газета (20 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
- ↑ Кравченко С. А., Кравченко С. А. “Умные часы” как фактор становления гибридной коммуникации между врачом и пациентом // Communicology. — 2021. — № 3. — С. 15—28.
- ↑ Антон Благовещенский. Компания Apple представила умные часы Watch и новый MacBook. Российская газета (10 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 4 Наталья Ерофеевская. Какие бывают наручные часы? sunmag.me (8 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Кинетические часы: что это такое и как они работают. promenter.ru (9 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
Әҙәбиәт
Ечевская О.Г. Наручные часы: время и социальная идентичность после модерна // Журнал социологии и социальной антропологии : журнал. — 2007. — Т. 10, № 1. — С. 96—107.