Ҡунаҡбай Йомаев
Ҡунаҡбай Йомаев (? — ғинуар 1774) — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
Биографияһы
Сығышы менән Себер даруғаһы Ирән улусы (хәҙерге Пермь крайы Октябрьский районы) Сарсбаш (Оло Сарс) ауылы башҡорттарынан.
Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, 1774 йылдың ғинуарында үҙенең отряды менән баш күтәреүселәр яғына сыға. Емельян Пугачёв уға полковник званиеһын бирә. 1774 йылдың ғинуарында башҡа ихтилал етәкселәре Ҡәнзәфәр Усаев һәм Мәүлит Айытов отрядтары менән берлектә Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Әшит ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша. Пермь провинцияның Тиса заводы эшселәрен һәм Торговиж бастругы халҡын ихтилалсыларҙың ғәскәренә мобилизациялай.
1774 йылдың ғинуарында Пермь провинцияһы Көңгөр ҡалаһын ҡамауға алғанда һәләк була.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Кулбахтин Н. М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. — Уфа, 2005.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — С. 212. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
- Таймаҫов С. У. Ҡунаҡбай Йомаев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.