Ҡуңғырат (үзбәктәр)

Ҡуңғыраттар — XIV быуаттан үзбәк ҡәбиләһе булараҡ телгә алынған төрки-монгол ҡәбиләһе. 1763—1920 йылдарҙа Хорезмда хакимлыҡ иткән үзбәк ҡуңғырат ҡәбиләһе.

Тарихы

Г. Е. Грумм-Гржимайлоның һүҙҙәренә ярашлы, үзбәктәр составындағы ҡуңғраттар монгол сығышлы[1]. Әммә үзбәк ҡуңғраттарын ентекле өйрәнгәндән һуң, совет тикшеренеүселәре, XVI быуат башында тел, мәҙәниәт һәм этник билдә буйынса күптән төркиләшкән, тигән һығымтаға килгән[2].

Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, XIII быуат аҙағында — XIV быуат башында ҡуңғраттарҙың тәүге төркөмдәре Урта Азия йылғалары араһында — XIV быуаттың икенсе яртыһында идара иткән династияға нигеҙ һалған, йәғни ҡуңғраттарҙың бер өлөшө Мәүәрәннәһер территорияһында йәшәгән — Хорезм территорияһында ултыраҡ тормошҡа күсә башлаған.

XV быуаттың 30-60-сы йылдарында Дәште-Ҡыпсаҡта тороп ҡалған ҡуңғыраттарҙың бер өлөшө «Үзбәк улусы» составына ингән.

XVI быуат башында Урта Азия йылға араһына (междуречье) ҡуңғраттарҙың Мәүәрәннәһер, шулай уҡ төньяҡ Афғанстандың бөтә биләмәһендә тиерлек таралған яңы төркөмө күсеп ултыра. Күрәһең, киләһе быуаттарҙа ҡуңғраттарҙың иртә һәм һуң төркөмдәре бергә ҡушылғандыр, шулай уҡ уларҙың составы яҡындағы урындағы ырыу төркөмдәре менән тулыланғандыр.

И. П. Магидович фекеренсә, Харәзм үзбәктәренең күпселек өлөшөнөң ата-бабаһы булып Харәзмдә дәште-ҡыпсаҡтарҙың төп массаһы килгәнгә тиклем йәшәгән ҡуңғыраттар һаналған. Ҡаҙаҡ ҡуңғыраттары союзы XV быуаттан да алда барлыҡҡа килмәгән. Ә шәйбаниҙарҙың Мәүәрәннәһергә һөжүмендә ҡаҙаҡ ҡунғыраттары түгел, ә Харәзм ҡунғыраттары союзы ҡатнаша[3]. Ҡуңғыраттарҙың Үзбәкстан территорияһында төпләнеүе тураһында башҡа фараздар ҙа бар.

Т. А. Жданко үҙенең фәнни хеҙмәттәрендә (1950, 1974) Харәзм, Ҡараҡалпаҡстан һәм Һырдаръяның түбәнге ағымындағы ханлыҡтар йолаларының этногенетик оҡшашлығын күрһәтә. Ҡарағалпаҡ, Харәзм, Сурхандарья һәм Ҡашҡадарья ҡуңғыраттары араһында генетик бәйләнеш барлығын улар составындағы ырыуҙарҙың оҡшашлығын күрһәтә. Ырыуҙарҙың үҙенсәлекле булыуы уларҙың составында берҙәй булыуын раҫлай. Шерабадтың ҡайһы бер ҡуңғыраттары (Сурхандарья өлкәһе) ата-бабалары Харәзмдан күсеп килгән тип иҫәпләгәне үрҙә әйтелгәндәрҙе тулыландыра.

Амударьяның түбәнге ағымында урынлашҡан ҡуңғыраттар үзбәктәрҙең тарихын этнограф Задыхина Клавдия Леонтьевна өйрәнгән.

Ырыу составы

Ҡуңғырат үзбәктәр ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ ҡуңғыраттарынан яҡын һәм алыҫ туған апай-һеңлеләренә өйләнеүе, ғаилә ҡороуы, вариҫлыҡ хоҡуғы менән айырылып тора.

Шулай уҡ Харәзм һәм Көнсығыш Бохара үзбәк-ҡуңғыраттарының генеалогияһында оҡшашлыҡ күренә[4]. Т. А. Жданко в своих исследованиях указал также на то, что генеалогия каракалпакских и хорезмских кунгратов одинакова.

Көнсығыш Бохара ҡуңғыраттарының, уларҙың Харәзм ырыуҙаштарының һәм бөтә ҡарағалпаҡ ырыуҙарының һигеҙ этнонимы тап килә: ачамайлы, болғалы, боғажәли, көнжиғәле, ҡараҡорһаҡ, ҡоштамғалы, тортаулы һәм туғыҙ (туғыҙ). Шулай уҡ Харәзмдең Бохара ҡуңғыраттары һәм үзбәк-ҡуңғыраттарының биш этнонимы бер төрлө: бараҡ, бабай, жылантамғалы, ҡарабура, нуғай. Әйенне, аҡпысаҡ, баймаҡлы, күзеюҡлы, ҡаҙаҡ, ҡайсылы, ҡанчи, ҡарабуйин, ҡарға, ҡулдәүле, копиш, ҡуйын, ҡурама, тараҡлы, урыҫ, хәндәкле, чүмечле, ырғаҡлы һ.б. этнонимдар ҡарағалпаҡтар менән тап килә. Шулай итеп, Көнсығыш Бохара ҡуңғыраттарының 13 этнонимы — Харәзм, 12-һе ҡарағалпаҡ ҡуңғыраттары менән тап килә[5]. Үзбәк-ҡуңғыраттары ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ ҡуңғыраттарынан яҡын һәм алыҫ ҡарындаштарына өйләнеүе, шуның өсөн уларҙа никах, вариҫлыҡ хоҡуғы айырылып тора.

Бик күп кенә тикшеренеү хеҙмәттәрендә үзбәк-ҡуңғыраттар тураһында күп кенә мөһим мәғлүмәт бар[6]. Ҡуңғыраттарҙың риүәйәттәре буйынса, уларҙың ҡәбиләһенең аҡһаҡалы Ҡуңғыр ата йәки Көнгир бей булған, тәүге ҡатыны уның дүрт ул тыуҙырған: Ваҡтамғамлы, Ҡуштамғалы, Көнжиғәле һәм Айнни (Айнли). Улдары ҡуңғырат ырыуҙарына нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә. Ҡуңғырат атаның тағы кесе ҡатынына бүләк ителгән Тортаулының бишенсе улы була. Шулай итеп, ҡуңғраттар һәр береһе бер нисә ваҡ нәҫелгә бүленгән биш ырыуға бүленә: 18-е — Ваҡтамғалыла, 16-һы — Ҡуштамғалыла, 14-е — Көнжиғәлелә, 12-һе — Айннелә һәм 6-һы — Тортаулыла. Һөҙөмтәлә тағы ла бәләкәйерәк туғандаш ғаилә төркөмдәренә бүленгән 66 ырыу[3].

1924 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Бохара өйәҙендә — 3000, Ғиждыуан өйәҙендә — 10 875, Карман өйәҙендә — 1370, Гузарҙа — 20 615, Шахрисабзда — 325, Шерабадта — 23 164, Байсунда 9 890 үзбәк-ҡуңғырат теркәлгән. Был мәғлүмәттәргә ярашлы, Бохара ханлығы территорияһында үзбәк халҡының 14,5%-ын ҡуңғыраттар тәшкил итә[7]. Амударъяның түбәнге ағымында 17 мең ҡуңғырат теркәлгән[8].

Диалекттары

В. В. Решетов фекеренсә, үзбәк ҡуңғыраттарының диалекты, «ж» ҡулланыу сәбәпле, ҡыпсаҡ һөйләштәренә ҡарай[9]. Әлеге ваҡытта Көнсығыш Үзбәкстанда ҡуңғыраттар этник атамаһын һаҡлап ҡалһа ла, ваҡ ырыуҙарға бүленеү ҡулланылмай.

Физик антропологияһы

Антропологик мәғлүмәттәр буйынса, билдәле бер ҡуңғырат төркөмдәрендә монголоид элемент иртә урта быуат дәүеренән Урта Азия араһында йәшәгән ҡайһы бер төрки телле төркөмдәргә ҡарағанда түбәнерәк дәрәжәлә күҙәтелә, был урындағы компоненттың Мәүәрәннәһер ҡуңғыраттары составына шаҡтай ҙур өлөш индергәнлеген раҫлаусы өҫтәмә дәлил булып тора.[10]

«Алпамыш» эпосы

Билдәле булыуынса, ҡуңғраттарҙың «Алпамыш» эпосында ҡуңғырат халҡы һәм уларҙың байсун-ҡуңғырат тыуған иле тураһында сюжеттар сағылдырылған. Эпостың ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ һәм тиҫтәләгән үзбәк версиялары бар. Нигеҙҙә, һүрәтләнгән ваҡиғалар Байсун-Ҡуңғырат крайында (Үзбәкстандың Сурхандаръя өлкәһе) бара. Алпамыш — ҡуңғырат эпосының билдәле геройы.

Эпостың үзбәк, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, тажик, алтай, татар һәм башҡорт версияларын сағыштырма тикшереү ҡунғырат редакцияһындағы "Алпамыш"тың һәм Гомер «Одиссея»һының билдәле бер яҡынлығын күрһәтте. Был өлкәләге билдәле белгес — В. М. Жирмунский фекеренсә, «Алпамыш» һәм «Одиссея» боронғо әкиәт сюжетының дөйөм «көнсығыш» (героик) вариантына барып тоташа. «Одиссея» мәғлүмәте был хикәйәт версияһының («ире ҡайтыу» сюжеты) б.э.т. VII быуатҡа ҡарата ҡулланылышына индерергә мөмкинлек бирә.[11]

Бәғзе тикшеренеүселәр уйлауынса, «Алпамыш» эпосының төп өлөшө Һырдаръяның түбәнге ағымында һәм Арал буйында X—XI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән.[12] Яҙма сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, был осорҙа ҡуңғыраттар Монголияла йәшәгән,[13] үрҙә телгә алынған мәғлүмәттәр ата-бабаларының күбеһе ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ халыҡтарының монголдарҙың һөжүменә тиклем күпкә алдараҡ Арал буйында йәшәгәнлеген раҫлай. Эпостың формалашыуы XIV—XV быуаттың беренсе яртыһында, моғайын, Үзбәк улусында тамамланыуы ихтимал.

«Алпамыш» эпосының үзбәк варианттары үзбәктәрҙең эндогам никах традициялары һүрәтләнгәнлеге, йәғни төп герой Алпамыш атаһы менән бер туған ағаһының ҡыҙына — ике туған апаһына өйләнгәнлеге менән ҡарағалпаҡ һәм ҡаҙаҡ халҡынан айырылып тора.

Хорезмда ҡуңғыраттар династияһы (1763—1920)

undefined
  • Мөхәммәтәмин бей, Ишмөхәмәт Йәрбейҙең улы, ҡуңғырат-үзбәк ҡәбиләһе бейе, Хорәзмдың инәге 17631790
  • Ауаз инәк, Мөхәммәтәмин бейҙең улы, үзбәк Ҡуңғырат ҡәбиләһе бейе, Хорәзм инәге 17901804
  • Эльтузар, Ауаз инәктең улы, Ҡуңғырат ҡәбиләһе бейе, Хорәзм инәге 1804, Хорәзм ханы 18041806
  • Мөхәмәтрәхим хан I, [[Ауаз инәктең улы, Хорәзм ханы 18061825
  • Аллакули, Мөхәмәтрәхим хан I-нең улы, Хорәзм ханы 18251842
  • Рахимкули, Аллакули хандың улы, хан Хорезма 18421845
  • Мөхәмәтәмин хан, Аллакули хандың улы, Хорәзм ханы 18451855
  • Абдулла хан, Ибәтулла бәктең улы, Хорәзм ханы 1855
  • Ҡотломурат хан, Ибәтулла бәктең улы, Хорәзм ханы 18551856
  • Сәйетмөхәмәт хан, Мөхәмәтрәхим хан I-нең улы, Хорәзм ханы 18561864
  • Мөхәмәтрәхим хан II 1845 йылда тыуған, Сәйетмөхәмәт хандың улы, Хорәзм ханы 18641910, 1873 йылда, урыҫ протектораты урынлаштырғандан һуң, Бөтә Рәсәй императоры Хорәзм хандарына сығышы буйынса — ғали йәнәптәре тигән дөйөм титул биргән.
  • Әсфәндийәр хан 1871 йылда тыуған, Мөхәмәтрәхим хан II-нең улы, вәлиәхд бөйөк әфәнде (светлость) 18911910, Хорәзм ханы 19101918, Уның Император Ғали Йәнәптәре ярандары (Свиты Е. И. В.) генерал-майор 1910
  • Сәйет Абдулла хан 18701933, Мөхәмәтрәхим хан II-нең улы, Хорәзм ханы 19181920.

Иҫкәрмәләр

  1. Грум-Гржимайло Г. Е. Западная Монголия и Урянхайский край. — Directmedia, 2013-03-13. — С. 531—533. — 907 с. — ISBN 9785446048205. Архивировано 28 ғинуар 2021 года.
  2. Кармышева Б. Х. Очерки этнической истории южных районов Таджикистана и Узбекистана. М., 1976, с.211
  3. 1 2 Аристов Н. А. Заметки об этническом составе тюркских племен и народностей и сведения об их численности // Живая старина. Вып. 3 и 4. 1896. С. 370
  4. Задыхина К. Л. Узбеки дельты Амударьи//Труды Хорезмской арх.-этногр. экспед. М., 1952. Т. 1. С. 338
  5. Кармышева Б.X. Указ. соч. С. 213
  6. Материалы по районированию. Кн. 3. Ч. 1. Бухара. С. 189—190
  7. Материалы по районированию. Кн. 1. Ч. 1. Бухара. С. 268—269. Табл. 8
  8. Материалы по районированию. Кн. 4. Ч. 2. Хорезм. С. 97
  9. Боровков А. К. Вопросы классификации узбекских народных говоров / Известия АН УзССР. 1953. № 5. С. 58
  10. Ходжайова Г. К. Дерматоглифика узбеков с родоплеменными делениями. // Расы и народы. Выпуск 21. М.,2001, с.138
  11. Жирмунский В. М. Эпическое сказание об Алпамыше и «Одиссея» Гомера // Фольклор Запада и Востока. Сравнительно-исторические очерки. М.,2004,с.231
  12. Мирзаев Т. «Алпомиш» достони, унинг версия ва вариантлари. // «Алпомиш» — узбек халк кахрамонлик эпоси. Т.,1999, 20-бет
  13. Рашид ад-дин Сборник летописей. Т.1., кн.1. Перевод с персидского Л. А. Хетагурова. М., 1952. с.160-161

Әҙәбиәт

  • История Хорезма. Под ред. И.Муминова. Ташкент, 1976
  • Дониёров Х. Узбек халкининг шажара ва шевалари. Т.,1968.
  • Жирмунский В. М. Эпическое сказание об Алпамыше и «Одиссея» Гомера // Фольклор Запада и Востока. Сравнительно-исторические очерки. М.,2004.
  • Задыхина К. Л. Узбеки дельты Аму-дарьи. // Археологические и этнографические работы Хорезмские экспедиции. 1945—1948. т.1. М.,1952.
  • Мирзаев Т. «Алпомиш» достони, унинг версия ва вариантлари. // «Алпомиш» — узбек халк кахрамонлик эпоси. Т.,1999.
  • Маликов А. М. Из истории кунгратов Среднеазиатского междуречья // Вклад кочевников в развитие мировой цивилизации. Сборник материалов международной научной конференции. Алматы, 2008, с.170-180

Ҡалып:Этносы тюрко-монгольского происхождения