Әйле

Әйле — башҡорттар составындағы ырыу.

Әйле ырыуы әйле, тырнаҡлы, ҡаратаулы, төрөкмән һәм һарт-әйле нәҫелдәренә бүленә. Әйле һәм шайтан-көҙәй ырыуынан башҡа ырыуҙар араһында эске бүленеш юҡ.

  • Әйлеләрҙең ырыу тамғаһы — ярым ай (☽). Аралары: ай, айҙар, алтмышҡолаҡ, асҡар, аскилде, башҡорт, бидергэн, ишәле, бускур, бохар, буранғол, исмәғил, ҡаҙаҡ, ҡаҙанғол, ҡалмаҡ, ҡолой, ҡумый, көсөк, көҙәй, кудей, күмер, куалды-башкорты, ҡуян, ҡыҙылбаш, ҡыйҡа, ҡырғыҙ, мышар, мостафа, мужырым, мәликәй, манже, һалйот, һүтек, сыуаш, һәпрә, сәрмә, табын, таҙ, татар, типтәр, торна, туғәҙ, туғыҙаҡ, тукул, урал тукулы, үзбәк, һарт, сәргәлдык, этимгән, этимгән әйле, эткөсөк, эжэк, яманай.
  • Ҡаратаулы (Табынмаҙар). Аралары: бускак, бүрес, ҡара, ҡараикмәк, кесерткән, сирмеш, табынмаҙар, таҙ, әпте.
  • Һарт. Аралары: әбделхәйер, аҡимбәт, аҡҡош, аҡтояҡ, алыстар, арый, байыш, бикмеш, биктимер, бохар, бүкәй, баубэк, бәшмәк, зәнгир, ҡаҙаҡ, ҡалмаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡарағол, ҡаракөсөк, ҡашҡалаҡ, кисебай, күмер, ҡыуаҡан, ҡыҙылбаш, кәнтәй, махтар, миндебай, мужырым, мырҙаа, малек, себен, сүмес, сыуаш, таҙ, таулы, тәкеш, тәнкәй, урта аймаҡ, сыргылтык, һуйыр, рыҫҡол, абдэл, алекән, этимгән, эткөсөк.
  • Тырнаҡлы. Аралары: бүрес, ҡумый, күкйүргәк, оҙон бармаҡ, рахманҡол, һулым, бикәнәй, юламан.
  • Төркмән. Аралары: ҡырғыҙ, сутыш, торнаморон, әнйәк.
  • Иштәк.

Этник тарихы

IV—V быуттарҙа теле (уғыҙҙар) Арал алдынан һәм Көньяҡ Уралға, Көнбайыш Монголия далаларына тиклем ҙур территорияла ултыра. Тиҫтәләгән уғыҙ ҡәбиләһе араһында «Бэй-ши» һәм «Суй-шу» (VII быуат) хроникалары башҡорт халҡына нигеҙ һалған башҡорттарҙың (ба-шу-ки-ли) ата-бабаларын, дөрөҫөрәге, башҡорт (baş + kurt, «баш бүре») этноним йөрөтөүселәрҙе теркәй. Әммә был ваҡытта әйлеләр икенсе уғыҙ берләшмәләренең өлөшө булып, боронғо башҡорттар составына инмәй әле.

Р. Ғ. Кузеев әйлеләрҙең этник тамырын асыҡлау мәсьәләһендә нигеҙҙә башҡа төрки халыҡтарҙа осраған этнонимдар һәм атрибуттар (тамға, оран, ағас) менән параллелдәр үткәрә, шулай уҡ шәжәрәләргә һәм тарихи риүәйәттәргә таяна. Ул, ай (әйле) этнонимы Төркмәнстан үзбәктәрендә айнлы, төркмән-нохурлиҙарҙа алты-ата-айтамғалы формаларында һаҡланыуын асыҡлай. Уларҙың барыһының да ырыу тамғаһы ярым ай (ай) була. Бынан тыш, әйлеләрҙең шәжәрәһендә ата-олаталарының береһе тип Төркмән күрһәтелгән. Быларҙың барыһы ла Р. Ғ. Кузеевҡа уларҙың сығышы уғыҙҙарға бәйле, тигән һығымта яһарға мөмкинлек биргән. Уның ҡаҙанышы — уғыҙ ҡәбиләләре берлегенең генеалогия структураһына иғтибар биреп, унда әйлеләргә урын табыуы.

XI быуаттың төрки (ҡараханид) филологы Мәхмүт Ҡашғари, һуңынан XIV быуаттың фарсы тарихсыһы Рәшид әд-Дин үҙҙәренең хеҙмәттәрендә уғыҙ ҡәбиләләренең шуға оҡшаш, әммә бер-береһенә тап килмәгән исемлеген килтерә: кынык, кайы, баюндур, йива, салгур, бекдили, бюкдуз, бйат, язгыр, аймюр, кара-булук, алка-булук, икдыр, юракир, тутырга, улайундлуг, тукар, баджнак, джувалдар, джебни, джаруклуг (Махмут Ҡашғари исемлеге буйынса (22 ырыу)); кайи, баят, ал-караули, кара-уйли, языр, дукер, дордирга, япарлы, авшар, кызык, бекдели, каркын, баяндур, бичинэ, джаулдур, чибни, салыр, имур, алаюнтли, уркиз, бекдир, бюкдуз, йива, кынык (Рәшид әд-Дин исемлеге буйынса (24 ырыу)). Күреүебеҙсә, һанап үтелгән уғыҙ ырыуҙарында әйле иҫкә алынмай.

Әммә Рәшид әд-Дин уғыҙҙарҙы 24 ырыуға бүлеүҙән тыш, боронғо космогоник һәм этногенетик легенданы килтерә. Уға ярашлы, 24 ырыу легендар Уғыҙ хан улдарының исемдәрен йөрөткән 6 аймаҡҡа бүленә: Кюн (‘Ҡояш’), Ай (‘Ай’), Юлдуз (‘Йондоҙ’), Кӧк (‘Күк’), Таг (‘тау’), Денгиз (‘Диңгеҙ’). Легенда буйынса, Ай-хандың дүрт улы була: Языр, Дукер, Дордирга, Япарлы. Уларҙың исемдәре уғыҙ ҡәбиләләренең атамаһы булып китә.

1981 йылда Н. Д. Шоңҡаров БАССР-ҙың Мәсетле районы Йонос ауылы уҡытыусыһы Р. Әхтәровтан Әйле ырыуы башҡорттарының «Уҙаҡ-Туҙаҡ» эпосын яҙып ала. Әҫәрҙә Аҙау алдында Калка йылғаһы буйлап йәшәгән боронғо күсмән-бәшнәктәрҙең фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. Көнсығыштан уғыҙ-төркиҙәр һәм бала-усандар (ҡыпсаҡтар) тарафынан ҡыҫырыҡланған бәшнәктәр XI быуат уртаһында Карпатҡа һәм Дунайға күсенә, ҙур булмаған өлөшө (балабәшнәктәр) төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлә. Риүәйәттәр уларҙың Уралға табан юлы тасуирлана. Төп герой — балабәшнәктәр вәкиле. Уның ата-әсәһе игеҙәктәр тураһында хыяллана, әммә бер генә малай тыуа. Ата-әсә уны һәр кем үҙенсә атай: атаһы — Уҙаҡ, әсәһе Туҙаҡ (туҙҙырыу һүҙенән) тип йөрөтә, йәәнһе лә, улының исеменән үк үлем ҡурҡып торһон, ул үлемдең үҙен туҙҙырһын. Уҙаҡ-Туҙаҡ ике кеше өсөн ныҡлы булып үҫкән батыр итеп һүрәтләнә. Үлер алдынан атаһы уға ер-һыу һәм тормош иптәше табыуҙы васыят итә. Атаһының васыятын үтәп, Уҙаҡ-Туҙаҡ кешеләрҙең тәбиғәт менән гармонияла йәшәүе зарурлығын аңлай. Әҫәрҙә ҡәбилә-ара ыҙғыштар һәм баҫҡынсылыҡ һуғыштары ғәйепләнә[1].

Хисам әд-Дин ибн Шәрәф әд-Диндең «Рисала-и таварих-и Булгарийа» әҫәрендә яҙылғанса, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡушыуы буйынса Урал-Волга буйына килгән сәхәбәләрҙең башҡорттар араһынан беренсе уҡыусылары — тәбиғииндәр әйлеләр була:

« «Первым, кто пришёл с западной стороны Урала для обучения у сахабов из племени башкурт, был Аиткул, сын Заита, который пришёл из долины реки Ай. [Затем] Кутлубай сын Давлетбая; Эткусты, сын Муйнака; Этимган, сын Кулчума; Уразбаки, сын Бурджана; Таймас, сын Тайсына — все они, придя с реки Ай, получили обучение у сахабов, вернулись в свои юрты, став мусульманами» »

[2].

VII—IX быуаттарҙа әйле ырыуы вәкилдәренең ата-олаталары Һырдаръя һәм Арал алды далаһының бәшәнәк-уғыҙ-ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составына инә.

Әйлеләр Уралға IX—XII быуаттарҙа күпләп күсенә.

XVI—XVIII быуаттарҙа уларҙың билдәле бер өлөшө — Урал аръяғына һәм Көнбыйыш Башҡортостанға, XVIII быуат урталарында көнсығышҡа — Уй һәм Тубыл далаларына күсенә.

Р. Ғ. Кузеев әйле ырыуы атамаһын башҡорт-ҡуңғырат этнонимдары һәм топонимдары менән бәйләй[3]. Ҡырғыҙ ғалимы Т. А. Акеров версияһы буйынса, әйле ҡәбиләһе ҡуңғырат һәм һалйоғоттар менән тығыҙ этногенетик бәйләнешкә эйә[4].

Таралып ултырыуы

Әйлеләр Башҡортостандың хәҙерге Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Балаҡаатй, Нуриман һәм Иглин райондарында, Силәбе өлкәһенең Сосновка, Ҡыҙыл Армия, Кәҫле, Ҡоншаҡ, Ҡуҫа һәм Арғаяш райондарында, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл һәм Щучье райондарында, Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәй.

Y-DNA анализы

Тикшерелгән әйлеләрҙең бер өлөшө R1a, субклад R1a-Z2123[5][6] гаплотөркөмө вәкиле булып тора. Әйлеләр башҡорттарҙың бишул, һыуун, табын, ирәкте, кәлсер, дыуан, көҙәй, балыҡсы, ҡатай, бер өлөшө тамъян һәм оҡшаш гаплотөргә һәм дөйөм Z2123+ субкладына эйә башҡа ҡәбиләләргә туғандаш[7].

Шәжәрә

«Әйле ырыуы шәжәрәһе» башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы булып тора. Уны Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди төҙөгән һәм «Тарихнамә-и болғар» хеҙмәтенә индергән. Иҫке төрки телендә яҙылған, шжәрәгә мифтар, легендалар, риүәйәттәр керетелгән.

Шежерәлә приведены некоторые сведения из жизни Ҡол Ғәлиҙең тормошонан ҡайһы бер мәғлүмәттәр килтерелгән, көҙәй һәм ҡошсо башҡорт ҡәбиләләренең этимологияһы асыҡланған. Әҫәрҙең бер өлөшөн Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы үҙенең «Йәдкәр» (1897) китабына индерә[8].

Шәжәрә бер нисә тапҡыр күсереп яҙыла. Мәрҙәш ауылынан Миңлеғол Ғәбделнасиров тарафынан яҙылып 1912 йыл менән тамамланған бер вариантын Р. Ғ. Кузеев «Башҡорт шәжәрәләре» (1960) йыйынтығына керетә. Уның ҡулъяҙмаһы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана.

Насиров Әнүәр Хатип улы «Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии» китабында Миңлеғәли Шайморатовтың атаһы менән һөйләшеүен килтерә:

« Однажды Минигали Мингазович вспомнил свой давний разговор с отцом Мингазетдином. Он спросил его: «…Отец, откуда пришел наш род?». Отец ответил: «…Наши предки пришли из-за Урала, из Исяцкой провинции. В крови потопил князь Бибиков бунт на уральских заводах. А корни наши в племени айлинских башкир».

На вопрос: «…Вы какой национальности?», Шаймуратов отвечал: «Я — башкир, с Урала, из Башкирии, из Биштяки»

»

[9].

Топонимдар

Әй — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы йылға, Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Йылға атамаһы Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе атамаһынан барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Иҫкәрмәләр

  1. ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ → УЗАК-ТУЗАК (билдәһеҙ). https://ufa-gid.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2020. Архивировано 22 июнь 2020 года.
  2. Рисала-и Таварих-и Булгария (билдәһеҙ). http://www.bulgartimes.hu (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2020. Архивировано 20 май 2022 года.
  3. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — Москва: Наука. — С. 163. — 570 с. Архивная копия от 23 июль 2020 на Wayback Machine
  4. Акеров Т. А. О происхождении клана Тайбуга. http://kghistory.akipress.org.+Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020. Архивировано 18 февраль 2020 года.
  5. National clans project of FTDNA
  6. Муратов Б. А., Суюнов Р. Р. Снипы туранских подветвей группы R1a-Z2123 по результатам Big-Y. Часть 1//Proceedings of the Academy of DNA Genealogy Boston-Moscow-Tsukuba Volume 7, № 8 August 2014, С.1227-1235. ISSN 1942-7484
  7. Муратов Б. А. Этногенез башкир: историография и современные исследования (4-е издание), ЭИП «Суюн», Серия «Эид», Том 1. Vila do Conde, Lidergraf, 2013, 284 c., ISBN от 1-го издания: 978-5-9904583-1-4, Portugal, Vila do Conde, Lidergraf, 2013, С.61-65.
  8. Надергулов М. Х. Шежере рода айле.// Статья в Башкирской энциклопедии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2020. Архивировано из оригинала 2 октябрь 2020 года.
  9. Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии — Уфа: Китап, 2006. — 216 б. — ISBN 5-295-03902-1.

Әҙәбиәт

  • Башкирские шежере (сост., пер. текстов, введ. и комм. Р. Г. Кузеева). — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1960. — С. 155—165. — 305 с. — 2000 экз. (рус.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
  • Өмөтбаев М. И. Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе // Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — С. 229—231. — 288 с.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар