Ҡырғыҙстан географияһы

Ҡырғыҙстан — диңгеҙгә сығыу юлы булмаған Үҙәк Азия иле. Милли биләмә көнсығыштан көнбайышҡа яҡынса 925 саҡрымға һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан 454 саҡрымға һуҙыла.

Ҡырғыҙстан көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Ҡытай, төньяҡта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үзбәкстан һәм көньяҡта Тажикстан менән сиктәш. Фирғәнә үҙәнендәге Үзбәкстан менән Тажикстан араһындағы сиктәр үтергә ауыр. Сталиндың Үҙәк Азияны биш республикаға бүлеүе арҡаһында күп кенә этник ҡырғыҙҙар Ҡырғыҙстанда йәшәмәй. Өс анклав булдырыла, улар юридик яҡтан Ҡырғыҙстан территорияһының бер өлөшө булып тора, әммә географик яҡтан бер нисә километр алыҫлыҡта: икеһе — Үзбәкстанда һәм берәүһе — Тажикстанда.

Ҡырғыҙстан рельефында Тянь-Шань һәм Памир тау системалары өҫтөнлөк итә, улар бергә милли территорияның яҡынса 65 процентын биләй. Алай һыртының бер өлөшө илдең көньяҡ-көнбайышында өҫтөнлөк итә, ә көнсығышта төп Тянь-Шань һырты Көньяҡ Ҡырғыҙстан менән Ҡытай сиге буйлап үтә, артабан көнсығышҡа табан Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы‎на тиклем һуҙыла. Уның уртаса бейеклеге — 2750 метр, Еңеү түбәһендә 7439 метрҙан алып Ош ҡалаһынан алыҫ түгел Фирғәнә үҙәнендә 394 метрға тиклем тәшкил итә. Ил территорияһының 90 проценты самаһы диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан ашыу бейеклектә ята.

undefined
undefined

Топографияһы һәм дренажы

undefined
undefined
undefined

Ҡырғыҙстандың тауҙары геологик яҡтан йәш, шуға күрә физик рельефы ҡырҡа күтәрелгән түбәле, тәрән үҙәндәр менән бүленгән. Шулай уҡ боҙлоҡтары байтаҡ, уларҙың иң ҙуры — Иныльчек боҙлоғо. Иҫәпләүҙәр буйынса, Ҡырғыҙстандың 6500 айырым боҙлоғонда яҡынса 650 куб километр һыу бар һәм Ҡырғыҙстан территорияһының 8048 квадрат километрын йәки 4,2 процентын биләй. Чуй, Талас һәм Фирғәнә үҙәндәре тирәләй генә игенселек өсөн яраҡлы тигеҙлектәр бар.

Бейек түбәләр дымды тота, шуға ла Ҡырғыҙстан уларҙан төшкән ағынты һыуҙар менән сағыштырмаса яҡшы һуғарыла. Әммә Ҡырғыҙстан йылғаларының береһе лә суднолар йөрөшө өсөн яраҡлы түгел. Уларҙың күбеһе бәләкәй һәм шәп аға. Ҡырғыҙстан йылғаларының күбеһе — Һырдарья ҡушылдыҡтары. Һырдаръя Ҡытай сиге буйлап Тянь-Шандың көнбайыш өлөшөндә башлана. Чү йылғаһы Ҡырғыҙстандың төньяғында башлана һәм һуңынан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Көньяҡ Ҡаҙағстан сүллектәрендә юҡҡа сыға. Ул тағы бер ҙур ағым системаһы барлыҡҡа килтерә, Ысыҡ-Күл Үҙәк Азияла ҙурлығы буйынса Арал диңгеҙенән һуң икенсе урында тора, әммә тоҙло күл даими кәмей, ә уның минераль миҡдары яйлап арта бара. Ҡырғыҙстанда 2000 күл иҫәпләнә. Уларҙың дөйөм майҙаны — 7000 км², башлыса 3000 метрҙан 4000 метрға тиклем бейеклектә урынлашҡан. Әммә уларҙың иң ҙур өсәүһе генә майҙаны 100 км² тәшкил итә. Нарын йылғаһы бассейнында ҙурлығы буйынса икенсе һәм өсөнсө урында торған күлдәр — Сонкель һәм Чатыр-Күл (һуңғыһы тоҙло) урынлашҡан.

Стихиялы бәлә-ҡазалар йыш һәм төрлө була. Текә тау битләүҙәрендә саманан тыш мал көтөү һәм урмандарҙы ҡырҡыу арҡаһында ишелмәләр һәм ташҡындар күбәйә, улар һирәкләп тотош ауылдарҙы баҫа. 1992 йылдың авгусында көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә Жалал-Абад ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында бер нисә мең кеше йортһоҙ ҡала.

Климаты

Файҙалы ҡаҙылмалар

Илдең минераль-сеймал базаһын затлы, төҫлө һәм һирәк металдар, мәғдән булмаған сеймал, яғыулыҡ-энергетика ресурстары ятҡылыҡтары тәшкил итә. Ҡырғыҙстанда файҙалы ҡаҙылмалар сеймалының күп төрҙәре бар. Уның территорияһында мәғдән һәм металл булмаған файҙалы ҡаҙылмаларҙың бер нисә мең ятҡылығы асыҡланған. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың төп төрҙәре араһында: алтын, терегөмөш, һөрмә, аҡ ҡурғаш, вольфрам, күмер, металл булмаған сеймал[1].

Алтын

Әлеге ваҡытта республика территорияһында яҡынса 2500 алтын сығанағы табылған. Уларҙың күпселеге бик ваҡ. Республиканың дөйөм алтын запасы — 500 тоннанан ашыу.

1992 йылда Кумторҙа иң ҙур алтын ятҡылығы асыла (ҡырғыҙ. Ҡом-Төр; алтын запастары буйынса донъяла 7-се урында[2]), 1996 йылда эшкәртелә башлай. Был ятҡылыҡ Ысыҡ-Күл өлкәһенең Джети-Уғыҙ районында урынлашҡан.

Әлеге ваҡытта Макмал, Кумтор, Солтон-Сары, Терек, Тереккан, Жамгыр, Иштамберди файҙаланыла[1].

Республикала һөрмә запасы 7 ятҡылыҡта тупланған (264 000 тонна)[1].

Ҡадамжай һөрмә комбинаты республикала иң эреһе булып тора. Ул 1936 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Комбинат СССР-ҙа металл һөрмә етештереү буйынса иң ҙуры була һәм донъяла бындай профилле иң эре заводтарҙың береһе һанала: 1991 йылға тиклем продукция сығарыу йылына 17 000 тоннаға етә (донъя етештереүенең 10 проценты). Сәнәғәт комплексы продукцияһы 14 төр металл һермәһенән һәм уның берләшмәләренән тора. Ҡадамжай һөрмә комбинаты асылғандан һуң, СССР һөрмәне ситтән индермәй һәм тулыһынса үҙе етештерә. Оҙаҡ ваҡыт был комбинатта етештерелгән һөрмә был металдың донъя эталоны була[3].

Терегөмөш

Ҡырғыҙстан терегөмөш запасы булған илдәр иҫәбенә инә, шулай уҡ уны етештереү буйынса донъяла Ҡытайҙан ҡала икенсе урынды биләй. Республикала ике терегөмөш ятҡылығы файҙаланыла: Айдаркен (элек Хайдаркан)[4] һәм Новое[5].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Донбасстағы Никитов терегөмөш комбинатын немец ғәскәрҙәре баҫып алғас, илде терегөмөш менән Айдаркен һәм Чаувая рудниктары тәьмин итә. Айдаркендың һәм Яңы Айдаркен һөрмә-терегөмөш ятҡылығы базаһында 70 йылдан ашыу Айдаркен терегөмөш комбинаты эшләй[6].

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре

undefined

Ҡырғыҙстанда төрлө статуслы 88 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе бар: тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, тәбиғәт парктары, заказниктар, биосфера биләмәләре. Уның дөйөм майҙаны 1 476 121,6 га, йәки 14 761,21км² (республика майҙанының 7,38 %). Бөгөнгө көндә эшләй:

  • 10 тәбиғәт ҡурсаулығы (509 952,7 га);
  • 13 тәбиғәт паркы (724 670,2 га);
  • 64 заказник (шуларҙың 8-е урман, 23-ө ботаника, 2-һе комплекслы һәм 12-һе һунар (зоология), 19-ы геология (дөйөм майҙаны 241 498,7 га));
  • 1 биосфера территорияһы (4 314 400 га).
undefined
Ҡырғыҙстандың дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары
Атамаһы Ойошторолоу йылы Майҙаны, га
1 Ысыҡ-Күл 1948 18 999
2 Сары-Селек 1959 23 868
3 Беш-Арал 1979 112 463,3
4 Нарын 1983 36 969
5 Ҡаратал Жапырыҡ 1994 36 392,6
6 Сарычат-Эрташ 1995 149 117,9
7 Падыш-Ата 2003 30 556,4
8 Ҡолон-Ата 2004 27 434
9 Һөрмә-таш 2009 66 194,4
10 Дашман 2012 7958,1
Бөтәһе 509 952,7
Ҡырғыҙстандың дәүләт тәбиғәт парктары
Атамаһы Ойошторолоу йылы Майҙаны, га
1 Ала-Арча 1972 16 484,5
2 Ҡырғыҙ-Әли 1992 11 172
3 Ҡара-Шоро 1996 14 440,2
4 Беш-Таш 1996 13 731,5
5 Чон-Кемин 1997 123 654
6 Ҡаракол 1997 38 095,3
7 Салҡын-Төр 2001 10 419
8 Саймалуу-Таш 2001 32 007,2
9 Саркент 2009 39 999,4
10 Ҡара-Буура 2013 61 543,9
11 Ҡан-Ачуу 2015 30 496,5
12 Алатай 2016 56 826,4
13 Хан-Тенири 2016 275 800,3
Бөтөһе 724 670,2

1998 йылда 4 314 400 гектар майҙанда Ысыҡ-Күл биосфера биләмәһе ойошторола, ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса ул милли кимәлдә һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусына тиңләштерелә. 2001 йылдан ЮНЕСКО ҡарары менән Ысыҡ-Күл өлкәһе бөтә донъя биосфера резерваттары селтәренә индерелә.

Һары-Селек дәүләт биосфера ҡурсаулығы 1979 йылда ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы ҡарары менән халыҡ-ара биосфера резерваттары селтәренә индерелә. Бында бөтә тәбиғәт объекты һәм комплексының мониторингы тормошҡа ашырыла. Ҡурсаулыҡ территорияһында метеопост йыһазландырылған һәм эшләй[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 http://www.mfa.gov.kg/contents/view/id/90. www.mfa.gov.kg. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2018. Архивировано из оригинала 8 февраль 2018 года.
  2. Сокровища природы Кыргызстана. limon.kg. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2018. Архивировано 6 февраль 2018 года.
  3. АО Кадамжайский сурьмяной комбинат. Промышленность Кыргызстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2018. Архивировано из оригинала 8 февраль 2018 года.
  4. О внесении изменений в некоторые решения Правительства Кыргызской Республики. Постановление Правительства Кыргызской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2019. Архивировано 8 июль 2019 года.
  5. Мировое потребление и производство ртути идёт на снижение | Merchant Research & Consulting Ltd. marketpublishers.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2018. Архивировано 8 февраль 2018 года.
  6. Мир, полный открытий — "Слово Кыргызстана". slovo.kg. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2018. Архивировано 8 февраль 2018 года. 2018 йылдың 8 февраль көнөндә архивланған.
  7. Особо-охраняемые природные территории (ингл.). www.ecology.gov.kg. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 12 май 2021 года. 2021 йылдың 12 май көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Природа Киргизии: Краткая физико-географическая характеристика. — Фрунзе: Киргизское гос. изд-во, 1962. — 296 с.
  • Умурзаков С. У. и др. Словарь географических названий Киргизской ССР/ АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1988. — 214 с.
  • Климат Киргизской ССР. — АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1965. — 290 с.
  • Умурзаков С. У. Географические исследования в Киргизии/ АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1970. — 152 с.
  • Проблемы географии Киргизии: Материалы к съезду Киргизского географического общества/ АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1975. — 290 с.
  • Биологические ресурсы Кыргызстана: Эколого-географические и природоохранные аспекты/ Институт биологии АН Кыргызстана. — Бишкек: Илим, 1992. — 148 с.

Категориялар