Ҡыуатова Гөлнур Вил ҡыҙы
Гөлнур Вил ҡыҙы Ҡыуатова (рус. Куватова Гульнур Вилевна; 1981 йылдың 12 апреле, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы) — шағирә, яҙыусы, журналист. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2024)[1].
Биографияһы
Гөлнур Вил ҡыҙы Ҡыуатова 1981 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Юлдаш ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә һәм Ейәнсура башҡорт гимназияһында белем ала. Мәктәп йылдарында уҡ ижад менән мауыға, «Йәншишмә» тәүге мәҡәләләре баҫылып сыға. Фольклор экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, теүәл фәндәр буйынса район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа әүҙем сығыш яһай.
Урта белем алғандан һуң Өфө китапхана техникумын тамамлай, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Юғары белемде ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының «Китапхана эше» (рус.)баш. факультетында ала.
2008—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты китапханаһында эшләй[2]. 2014 йылдан «Йәшлек» гәзитендә, 2020 йылдан бер үк ваҡытта Шоңҡар журналында эшләй.
2018 йылдың 21 декабрендә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең йыллыҡ байрамы — Матбуғат балы уҙҙы. «100-гә тулыһынса зарядлан!» тигән девиз аҫтында үткән сара 2019 йылда билдәләнәсәк Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Тантанала башҡорт телендәге «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова «Йыл журналисы — 2018» исеменә лайыҡ тип танылды[3].
2023 йылда Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә «Изге һөнәрле ижадсы» проектын ойоштороп, уны йыл дауамында алып бара[2].
2024 йылдың май айында Өфөлә үткән Халыҡ-ара китап йәрминкәһе «Китап-байрам» сараһы сиктәрендә Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған тантанала яңы ағзалар сафына ҡабул ителә. Танытмаларҙы йәш яҙыусыларға яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов тапшыра[4].
Ижады
Гөлнур Ҡыуатова — ике шиғри йыйынтыҡ авторы.
- «Гөл һағышы нурлы күңел» (2012, үҙнәшер);
- «Тик һөйөүҙән тора йөрәгем» (2014, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, «Йәштәр тауышы» серияһы).
Уның шиғриәте мөхәббәт, күңел нескәлеге, өмөт һәм һағыш мотивтары менән һуғарылған. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, шағирәнең ижадында һөйөү — төп асҡыс образ, күңел кисерештәре иһә ихласлыҡ һәм эске моң менән бирелә[5].
Проза өлкәһендә лә әүҙем эшләй, хикәйә һәм публицистик яҙмалары республика баҫмаларында донъя күрә[5].
Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәренә бик күп йырҙар ижад ителгән[6]. Проза өлкәһендә лә уңышлы эшләй[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт дәүләт медицина университетының Почет грамотаһы;
- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты;
- «Йыл журналисы» (2018);
- «Йәшлек» гәзитенең йыл лауреаты (2015);
- «Шоңҡар», «Тамаша» журналдарының йыл лауреаты (2021);
- Юлай Мәҡсүтов исемендәге журналистар премияһы (2024)[8];
- Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почёт грамотаһы (2024);
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2025).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гөлнур Вил ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
- ↑ 1 2 7 вопросов от «МГ» победителю конкурса «Журналист 2018 года РБ» Гульнур Куватовой (рус.). 13 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе Бал прессы назвал лучших журналистов 2018 года (рус.). 13 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ На «Китап-байраме» писателям Башкирии вручили государственные награды (рус.). 13 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Ҡунаҡта "Йәшлек" газетаһы хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова (ru-BASH), Bash.News (17 декабрь 2014). 13 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәренә яҙылған йырҙар
- ↑ Гөл һағышы-нурлы күңел(Гөлнур Ҡыуатова ижады)
- ↑ «Бахетнамэ» — Творчество Гульнур Куватовой (ru-RU), Bash.News (17 сентябрь 2014). 13 февраль 2026 тикшерелгән.