Ҡыштым (станция)

ҠыштымКөньяҡ Урал тимер юлының Силәбе төбәге йөк-пассажир тимер юл станцияһы, Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында урынлашҡан.

undefined

Тарихы

Станция СиләбеҠыштымҮрге Өпәйле — Полевской — Екатеринбург электрлаштырылмаған тармаҡта урынлашҡан (тармаҡ 1896 йылда төҙөлгән һәм Урал тимер юлы менән Һамар-Златоуст тимер юлы менән тоташтырған)[1]. 1896 йылдың 28 (15) октябрендә Ҡыштымға беренсе паровоз килә.

Тәүҙә  тораҡ пункттары сиктәре станциянан:  Үрге Ҡыштым заводының яҡынса 2 км, Түбәнге Ҡыштым заводының яҡынса 1 км алыҫлыҡта була[2]. Станцияның тәүге исеме — Ҡыштымѣ.

Этимологияһы

Тикшеренеүселәр Ҡыштым атамаһының ике вариантын килтерә[3][4]: бер версия буйынса, боронғо башҡорт теленән Ҡыштым «тыныс ҡышлау» тигәнде аңлата, Икенсе версия буйынса ҡыштымдар (һалым түләүселәр) 8 быуатта көслө халыҡтарға яһаҡ түләргә тейешле кешеләрҙе атаған

2003 йылға тиклем тимер юл вокзалы станцияһы ағастан була, 2005 йылдан һуң иҫке бина һүтеп алына, уның урынына яңы бина сафҡа индерелә[1]. Шулай уҡ электрлаштырылған махсус пост йыһазландырыла.

Пассажирҙар ташыу

Станцияла пассажирҙар ташыу ҡала яны поездарының хәрәкәт составы менән башҡарыла (РА2).

Станция буйлап ҡала яны хәрәкәте

Станция буйлап алыҫҡа йөрөү

2019 йылдың июненә ҡарата станция аша алыҫ араға түбәндәге поездар йөрөй:

2008 йылдан башлап йыл һайын 9 май алдынан ветерандар менән Еңеү байрамына арналған Көньяҡ Урал тимер юлдарының дүрт ретро-поездарының береһе станцияға килә. Л-4429 паровозы йөрөткән поезд Силәбе- Төп станцияларынан килә һәм кире китә[5][6].

Йөк эше

Станцияла 2 парк бар: «Көньяҡ» һәм «Төньяҡ»[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Поющий сюрприз из подпола / Справка, Статья от 11.11.2016 г. в № 43 (9597) газеты «Призыв», приложения к газете «Гудок». Н. Лукьянчикова.
  2. Дмитріев-Мамонов А. И., Здзярский А. Ф. Путеводитель по Великой Сибирской желѣзной дорогѣ. Изданіе Министерства путей сообщенія (с 2 фототипіями, 360 фототипогравюрами, 4 картами Сибири, 3 планами городовѣ) // СПб: Товарищество художественной печати. — 1900. — 600 с. (C. 123).
  3. Поспелов, Евгений Михайлович|Поспелов Е. М.]]'' Географические названия России: Топонимический словарь. — М.: АСТ; Астрель, 2008. — С. 266
  4. Матвеев, Александр Константинович|Матвеев А. К.]]'' Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — С. 154
  5. На «Лебеде» в прошлое / Статья в № 16 (9668) газеты «Призыв» (приложение к газете «Гудок» от 11.05.2018 г. А. Кичгин.
  6. Под звук паровозного гудка / Статья в № 15 (9667) газеты «Призыв» (приложение к газете «Гудок» от 04.05.2018 г.