Ҡыш бабайға хат
Ҡыш бабайға хат — Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә таралған Яңы йыл алды ғәҙәте[1]. Ҡыш бабайға хатта, ҡағиҙә булараҡ, уҙған йылғы ҡаҙаныштар тураһында һөйләйҙәр, теләктәр теләйҙәр һәм бүләктәргә заказ бирәләр[2].
Ғәҙәт тураһында
Ҡыш бабайға хат яҙыу ғәҙәте нисек һәм ҡасан килеп сыҡҡаны билдәле түгел. Уның үҙгртелгән славян йолаһы булыуы тураһында күҙаллауҙар бар: Раштыуа төнөндә кешеләр изге теләктәрен ҡағыҙға яҙып, һуңынан уны яндырған[3].
Икенсе версия буйынса, ғәҙәт Санта-Клаусҡа хат яҙыу йолаһы булған көнбайыш илдәренән үҙләштерелгән[4].
1998 йылда Бөйөк Устюгта (Вологда өлкәһе) Ҡыш бабайҙың рәсми резиденцияһы асыла[5]. шул йылда тылсымсы почтаһына 13 мең хат килә, уларҙың һаны йылдан-йыл арта[6]. 2024 йылдың 1 ғинуарына Ҡыш бабай 4 688 536 хат ала[7].
Статистикаға ярашлы (2024 йыл мәғлүмәттәре), Рәсәй Ҡыш бабайы тотош Рәсәй һәм БДБ илдәренән йыл һайын 400 меңдән ашыу хат, 500 мең самаһы электрон мөрәжәғәт ала[8].
Традицион рәүештә мөғжизәле почта 18 ноябрҙә[9] — Ҡыш бабайҙың тыуған көнөндә асыла[10]. Әммә хатты йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында яҙырға мөмкин[11].
Рәсәйҙең төп Ҡыш бабайынан тыш, ил төбәктәрендә үҙҙәренең тылсымсылары (Башҡорт Ҡыш бабайы, Тол Бабай, Урал Мороз һ.б.) бар, уларға ла хат яҙарға була[2].
4 декабрҙә Рәсәйҙә Бүләктәр һорау һәм Ҡыш бабайға хат яҙыу көнө билдәләнә[12]. был көндә почтамттарҙа Ҡыш бабайға яҙылған хаттарҙы төшөрөргә махсус ҡумта ҡуйыла[13].
Ҡыш бабайға хаттың ҡалыбы
Ҡыш бабайға хат яҙыуҙы берҙәм өлгөһө юҡ. Ул ирекле рәүештә яҙыла.
Хатҡа[2]:
- сәләмләшеү;
- үҙең тураһында ҡыҫҡаса хикәйәт;
- йыл дауамында матур ғәҙәттәреңде тасуирлау;
- хыялдарың тураһында һөйләү;
- бүләк һорау;
- Ҡыш бабайҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл һәм раштыуа менән ҡотлау инә.
Ҡыш бабайға хат ҡына түгел, открытка ла, посылка йәки бандероль дә ебәрергә мөмкин[3].
Хатты ебәреү ысулдары
Ғәҙәти булмаған ысулдар
Ҡыш бабай тылсымсы булғас, хатты:
- шыршы аҫтына һалһаң[14];
- һалҡын урынға (туңдырғыс, балкон) һалһаң;
- форточканан ташлаһаң һ.б. ул үҙе ала ала тип һанала.
Почта аша
Күпселек хаттар Ҡыш бабайҙың Бөйөк Устюгтағы рәсми: 162390, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг, Октябрьский тыҡырығы, 1А адресына ебәрелә[15][16].
Ҡыш бабйҙың резиденцияһы Мәскәүҙә лә бар. Хатты унда тура килтерергә йәиһә: 109472, мәскәү ҡалаһы, Кузьминка урманы, Волгоград проспекты, вл. 168д адресы буйынса ебәрергә мөмкин[17].
Шулай уҡ мөрәжәғәтте Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге резиденцияларына ебәрергә йәки хат яҙырға була.
2024 йылда Мәскәүҙә Ҡыш бабайға хат өсөн почта йәшниктәрен тотош ҡалаға ҡуйыла. Беренсе тапҡыр улар Мәскәү зоопаркында, «Зарядье» паркында, Космонавтика музейында һәм «Москвариумда» ҡуйыла[18].
Электрон почта аша
Ҡыш бабай шулай уҡ хаттарҙы: postcard@ao-dedmoroz.ru адресы буйынса ла ала[16].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вера в чудо: таджикистанцы пишут письма Деду Морозу. mir24.tv (4 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ 1 2 3 Письмо Деду Морозу: как написать, адреса доставки, шаблоны, варианты оформления. 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Эдуард Юсупов. Как написать письмо Деду Морозу: на какой адрес отправить, шаблон правильного оформления (23 октябрь 2023). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ This Is How Letters to Santa Were First Delivered by the U.S. Mail. time.com (21 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ Банкротство Деда Мороза: почему главный волшебник стал убыточным проектом (3 ғинуар 2022). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Как правильно написать письмо дедушке Морозу (27 ноябрь 2023). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Российский Дед Мороз. vk.com (1 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ 4 декабря – День заказа подарков и написания писем Деду Морозу. www.dedmorozz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ Готовимся к Новому году: традиция писать письма Деду Морозу. 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ День рождения Деда Мороза (18 ноябрь 2023). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Дедушка мечты: что россияне пишут в письмах Деду Морозу (3 декабрь 2020). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Сегодня нужно написать письмо Деду Морозу (4 декабрь 2019). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ День заказа подарков у Деда Мороза на Новый год 2023 - 2024 (4 декабрь 2023). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Елизавета Луговская. 6 способов отправить письмо Деду Морозу — и получить на него ответ. Инструкция для родителей. 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Письмо Деду Морозу: как правильно написать и куда отправлять (18 ноябрь 2023). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Контакты. Российский Дед Мороз. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ Письмо Деду Морозу. Московская усадьба Деда Мороза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
- ↑ РСН МО. В Москве открывается почта Деда Мороза: более 150 ярких ящиков для писем по всему городу!**. www.rsnmo.ru (14 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2024.
Әҙәбиәт
- Шарикова Г. Ю. Новогодние чудеса «Заповедной Мордовии» // Мордовский заповедник. 2018. № 15.
- Сухотерина Т. П., Евсеева К. Р. Жанр праздничной коммуникации «новогоднее письмо» в пространстве естественной письменной речи // Мир науки, культуры, образования. 2016. № 6.
- Сухотерина Т. П., Евсеева К. Р. «Детское письмо» как жанр естественной письменной речи // Культура и текст. 2016. № 1.
- Липовка В. О. Анализ писем учащихся как способ выявления ценностных ориентаций подростков (на примере писем Деду Морозу) // Научно-педагогическое обозрение. Pedagogical Review. 2014. № 3.
Һылтанмалар
- Почта России: Как отправить письмо Деду Морозу?
- Топ-20 резиденций Деда Мороза в России
- Письмо Деду Морозу. Московская усадьба Деда Мороза
- Пишем письмо Деду Морозу?
- Как правильно написать письмо Деду Морозу
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
