Һарына (ләлә сәскләр ғаиләһе)
Һарына (рус. Лиле́йник йәки рус. Красодне́в;[4] лат. Hemerocállis) — Асфоделов (Asphodelaceae) ғаиләһенең ләлә һымаҡтарҙың ярым ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Күп йыллыҡ декоратив үлән үҫемлек. Һәр сәскәһе бер көнгә сәскә ата, ләкин үҫемлектең бер нисә сәскәлеге булғанлыҡтан, декоратив осоро оҙайлы дауам итә[5].
Атамаһы
Hemerocallis атамаһы грек теленән килеп сыҡҡан: грек. ἡμέρα — «көн, тәүлек» һәм καλός — «матур», был күпселек лилиә төрҙәренең сәскә атыуы ҡыҫҡа ваҡытлы булыуына бәйле: һәр сәскә ғәҙәттә бер көн сәскә ата. Сәскәһе ләләгә оҡшағанлыҡтан, Рәсәйҙә үҫемлекте «лилейник» йәки «красоднев» тип атайҙар. Төрки телдәрҙә: ҡаҙаҡ телендә — сарана (ләлә); монгол телендә — sirana (ҡырағай һарымһаҡ); башҡорт телендә — Һарына, Һарана, (ләлә төрлө)[6][7]. Инглиз телле илдәрҙә Daylilies (бер көнлөк ләлә) исемен йөрөтә [5].
Таралыуы
Биологик тасуирлама
Күп йыллыҡ үлән тамырһабаҡлы үҫемлектәр. Мәңге йәшел төрө берәү — Hemerocallis aurantiaca..
Тамырҙары бау (шнур) һымаҡ, йыш ҡына итле, ҡалын, ҡайһы берҙә ер аҫты үрендеһен (столон) барлыҡҡа килтерә. Тамырҙар үренделәренең төбөндә өҙлөкһөҙ үҫә, был үҙенсәлеге ҡыуаҡтарҙы даими утап тороу кәрәклеген тыуҙыра.
Япраҡтары ике рәт, киң һыҙыҡлы, бөтөн ситле, тура йәки дуға һымаҡ бөгөлгән.
Эре сәскәәле, нигеҙҙә һары, ҡыҙғылт-һары, ал, ҡыҙғылт-көрән, йыш ҡына воронка һымаҡ, ҙур булмаған көпшәле алты бүлемле, сәскәлеккә 2-10-ары йыйылған. Бер үк ваҡытта 1-3 сәскә асыла. Сәскә атыу ваҡыты — 1-2 көн. Ҡайһы бер төрҙәре төндә сәскә ата. Өлкән үҫемлектең дөйөм сәскә атыу ваҡыты — яҡынса 25 көн.
Сәскәлеге япраҡлы, бейеклеге 100 см-ға тиклем, ғәҙәттә япраҡтарҙан юғары күтәрелә. Декоратив сәскәселектә төрҙәрҙе һәм гибридтарҙы сәскәлек оҙонлоғо буйынса шартлы төркөмдәргә бүлеү ҡабул ителгән: 30 см тиклем — тәпәш, уртаса 30-60 см — уртаса, ярым бейек 60-90 см — ярым бейек һәм 90 см ашыу — бейек.
Төрҙәре һәм тәбиғи гибридтары
The Plant List белешмәләр мәғлүмәте буйынса, зат үҙ эсенә 20 төрҙө һәм 10 меңдән дә артығыраҡ түбәндәге урындарҙа таралған гибрид сорттарҙы индерә.[9]
Көньяҡ-Көнсығыыш Азияла, Себерҙә һәм Европала:
- Hemerocallis citrina — Baroni — Лимон һары ләлә
- Hemerocallis darrowiana — S.Y.Hu —
- Hemerocallis dumortieri — E.Morren — Дюмортье ләләһе
- Hemerocallis esculenta — Koidz. —
- Hemerocallis × exilis — Satake —
- Hemerocallis × fallaxlittoralis — Konta & S.Matsumoto —
- Hemerocallis forrestii — Diels — Форрест ләләһе
- Hemerocallis fulva — L. L. — Ҡыҙыл-һары ләлә
- Hemerocallis hakuunensis — Nakai —
- Hemerocallis hongdoensis — M.G.Chung & S.S.Kang —
- Hemerocallis lilioasphodelus — L.[3] — Һары ләлә
- Hemerocallis littorea — Makino —
- Hemerocallis middendorffii — Trautv. & C.A.Mey. — Миддендорф ләләһе
- Hemerocallis minor — Mill. — Бәләкәй ләлә
- Hemerocallis multiflora — Stout —
- Hemerocallis nana — W.W.Sm. & Forrest — Кәрлә ләлә
- Hemerocallis plicata — Stapf — Ҡатламлы ләлә
- Hemerocallis taeanensis — S.S.Kang & M.G.Chung —
- Hemerocallis thunbergii — Barr — Тунберг ләләһе
- Hemerocallis yezoensis — H.Hara — Иез ләләһе
10 меңдән ашыу гибрид сорт билдәле, улар ҡатмарлы төр-ара һәм сорт-ара гибридтар булып тора һәм (Hemerocallis hybryda hort) гибрид лилиәлеккә ҡарай. Улар түбәндәгеләр буйынса классификациялай:
- генератив үрендеһе бейеклеге,
- сәскә атыу мөҙҙәте (срок),
- формаһы,
- төҫө,
- сәскә дәүмәле,
- вегетация оҙайлығы [5].
Ҡулланылыуы
Файл:Заросли лилейника.jpg
Ләлә (һарына) ҡыуаҡлыҡтары
Лилиәлектәр декоратив сәскәселектә миксбордерҙарҙа берәмләп һәм төркөмләп ултыртыуҙа ҡулланыла. Баҡсала лилиәлектәрҙең хәҙерге тетраплоид сорттары айырыуса эффектлы күренә. Уларҙың ҡыуаҡтары тиҙ үҫә, ҙурыраҡ сәскәләр бирә һәм япраҡтарының төҫө менән айырылып тора.
Азия илдәрендә, Ҡытайҙа, Кореяла, Японияла, Вьетнамда, Филиппинда йола буйынса бер нисә төр ләләнең яңы һәм киптерелгән төйөндәре бешерелгән һәм быҡтырылған килеш ҡулланыла. Һиндостанда сәскәләрҙән тыш, һарынаның сей һәм бешерелгән йәш япраҡтарын һәм бүлбеләре ашала. Үҫемлек халыҡ медицинаһында ҡулланыла[10].
Мәҙәниәттә
Мәҙәниәттә һығылмалы. Күләгәлә һәм ярым күләгәлә үҫә ала, әммә яҡшы яҡтыртылған урында ғына күп һәм мул сәскә ата. Күп кенә гибрид сорттарының сәскәһе ҡояш аҫтында ғына тулыһынса асыла[11].
Үҫемлектәр көнөнә алты сәғәт тура ҡояш нурҙары аҫтында яҡтыртыртылырға тейеш. Тупрағы 30 см тәрәнлеккә эшкәртелергә тейеш. Иң яҡшыһы яҙ ултыртыу, әммә йәй августтан да һуңға ҡалмайынса күсереп ултыртырға мөмкин. Үҫемлектәр араһындағы алыҫлыҡ 40-60 см булырға тейеш[12].
Вегетацияһы, төнгө температура ыңғай билдәләнгәндән һуң, иртә башлана. Рәсәй урта һыҙатының йәй шарттарында ләлә һарымһаҡтар үҫеүен тулыһынса тамамлап өлгөрмәй, һәм ҡырау тәьҫирендә япраҡтары юҡҡа сыға. Ҡышҡы тынлыҡ осоро ҡыҫҡа, 1,5-2 ай. Хәүефле игенселек зонаһында коллекция өсөн сорттар һайлағанда ҡышҡа сыҙамлы һәм иртә-уртаса сәскә атыу ваҡыты булған сорттарҙы ғына ҡулланыу яҡшы. Орлоҡ ярҙамында һәм вегетатив юл менән үрсей. Ҡыуаҡтарҙы бүлеү яҙ көнө башҡарыла[11].
Селекцияһы
1893 йылда Джордж Йельд (D. Yeld) ике ҡырағай төрҙө — һары ләләне һәм ерән ләләне яһалма аталандырыу юлы менән беренсе гибрид Hemerocallis 'Apricot' ләләһен булдырған.
Hemerocallis 'Crimson Pirate' беренсе ләләһе — спайдеры 1951 йылда АҠШта барлыҡҡа килгән[13].
1975 йылда донъяла ләләләрҙең 15 меңдән ашыу гибриды билдәләнгән.
2004 йылға уларҙың 40 меңе теркәлгән[14]. Сығарылған сорттар Америка Ләләлектәр Йәмғиәте — AHS тарафынан теркәлә бара[15]. Төрлө төҫтәренән тыш, хәҙерге заман ләлә сорттарының ҡыҙыҡлы геометрик һүрәттәре, япраҡ ситтәре рюш һәм тештәр менән биҙәлеүе мөмкин; ҡатмарлы таж япраҡлы (махровый) сорттары ла бар[16].
Япраҡтарының оҙонлоғо һәм киңлеге нисбәте 4:1 һәм шунан артығыраҡ булған гибридтар төркөмө спайдерҙар (ингл. spider) тип атала[17]. Сәскәлеге тотороҡло сорттар: Hemerocallis 'Velvet Ribbons', Hemerocallis 'Pink Rain Dancer', Hemerocallis 'Firebird Suite', Hemerocallis 'Mint Octopus', Hemerocallis 'Wildwookie', Hemerocallis 'Unidentified Flying Object', Hemerocallis 'Rolling Raven', Hemerocallis 'Scarecrow', Hemerocallis 'Screamcicle', Hemerocallis 'Spider Fingers'[12].
Ҡайһы бер сорттары
- Hemerocallis 'Baby Red Eyes'
- Hemerocallis 'Bonanza'
- Hemerocallis 'Catherine Woodbery'
- Hemerocallis 'Hyperion'
- Hemerocallis 'Fireborn'
- Hemerocallis 'Front Runner'
- Hemerocallis 'Ribbonette'
Иҫкәрмәләр
- ↑ Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
- ↑ Sp. Pl. 1: 324. 1753. Архивная копия от 11 октябрь 2017 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 Сведения о роде {{{1}}} в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT). (инг.)
- ↑ Русское название таксона — согласно следующему изданию:
- Шретер А. И., Панасюк В. А. Словарь названий растений = Dictionary of Plant Names / Межд. союз биол. наук, Нац. к-т биологов России, Всерос. ин-т лек. и ароматич. растений Рос. сельскохоз. академии; Под ред. проф. В. А. Быкова. — Кенигштейн/Таунус (Германия): Кельтц Сайентифик букс, 1999. — С. 356. — 1033 с. — ISBN 3-87429-398-X.
- ↑ 1 2 3 Нецветаева О. В., Афанасенкова О. В., Тохтарь В. К., 2012, с. 55
- ↑ Агишев, И.М., Биишев Ә. Ғ., Зәйнуллина Г. Д., Ишмөхәмәтов З. Ҡ.. һ. б. Башҡорт теленең Һүҙлеге 2-се том. — Мәскәү: Русский язык, 1993. — С. 578. — ISBN 5-200-01108-6.
- ↑ Общее тюрксо-индоевропейское лексическое наследство в названиях растений. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2024.
- ↑ Полетико О.М. Декоративные травянистые растения для открытого грунта СССР. В 2 т. / Н. А. Аврорин. — Л.: Наука, Лен. отд., 1977. — Т. 2. — С. 99—104.
- ↑ Hemerocallis (ингл.). The Plant List. Version 1.1. (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2016. Архивировано 5 сентябрь 2017 года.
- ↑ Н. Замятина «Букет на завтрак» Архивная копия от 31 август 2013 на Wayback Machine, Наука и жизнь, № 7, 2000)
- ↑ 1 2 Русинова Т. Лилейники // В мире растений. — № 9—10, 2001.
- ↑ 1 2 Рубинина А. Лилейники. Пусть нам покажут новые // Цветочный клуб. — 2009. — № 10.
- ↑ Ганов А. Старинные сорта лилейников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 август 2014 года.
- ↑ Шалавеене М. Непохожие лилейники. // Наука и жизнь. — № 8, 2004.
- ↑ American Hemerocallis Society. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2010. Архивировано 20 июнь 2010 года.
- ↑ Куделина Ю. Нет предела совершенству. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2012. Архивировано 27 июнь 2013 года.
- ↑ Spider. American Hemerocallis Society, Inc. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2010. Архивировано 20 сентябрь 2010 года.
Әҙәбиәт
- Рубинина А. Е. Лилейники. Все лучшие сорта к сезону. — Эксмо-Пресс 2013. — ISBN 978-5-699-34581-6
- Химина Н. И. Лилейники. — М.: Кладезь-Букс, 2005. — ISBN 5-93395-086-6
- Крестова И. Н. Род Hemerocallis L. (семейство Hemerocallidaceae) в условиях культуры в Приморском крае. — Диссертация. — Владивосток. Тихоокеан. ин-т биоорган. химии ДВО РАН, 2010. — 147 с.
- Полетико О. М. Декоративные травянистые растения для открытого грунта СССР. В 2 т. / Н. А. Аврорин. — Л.: Наука, Лен. отд., 1977. — Т. 2. — С. 99—104.
- Нецветаева О. В., Афанасенкова О. В., Тохтарь В. К. Особенности хозяйственно-биологических признаков сортов рода Hemerocallis L. в коллекции ботанического сада НИУ «БелГУ» // Региональные геосистемы. — 2012. — № 9 (128).
Һылтанмалар
- Һарына (ләлә сәскләр ғаиләһе) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Подборка статей о лилейниках на сайте Gardenia.ru
- Путеводитель по лилейникам. Ганов А., On-line газета «Академия садовода»
- Подборка статей о лилейниках
- База данных по видам, формам и сортам лилейников