Һуңғы ҡыңғырау

Һуңғы ҡыңғырау — мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙың традицион байрамы. Һуңғы ҡыңғырауҙар май аҙағында, уҡыу тамамланған, ә сығарылыш имтихандары башланмаған саҡта, үткәрелә. Белем биреү учреждениелары тантананың датаһын үҙҙәре һайлай, әммә ғәҙәттә был 24 йәки 25 май[1].

2025 йылда Рәсәй мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырауҙар 24 майҙа уҙҙы[2].

Тарихы

Тикшеренеүселәр фекеренсә, байрам идеяһын совет педагогы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Федор Брюховецкий тәҡдим итә. Һуңғы ҡыңғырауға арналған байрам тәүге тапҡыр 1948 йылдың 25 майында Мәскәүҙә 182-се мәктәптә (хәҙерге 1388-се) һәм Краснодарҙың 12-се мәктәбендә үтә[3]. Тантаналы линейканан һуң сығарылыш уҡыусылары мәктәп биләмәһендә ағастар ултырта[4].

undefined

1970 йылдар башында, СССР Мәғариф министрлығы ҡарары буйынса, байрам рәсми статус ала һәм йыл һайын үткәрелә башлай. Башта һуңғы ҡыңғырау 10-сы класс уҡыусылары өсөн генә үткәрелә (ул саҡта был уҡыуҙың һуңғы баҫҡысы була). 11 йыллыҡ белем биреү системаһына күсеү менән традиция 11-се класс уҡыусылары өсөн көнүҙәккә әйләнә[5].

Йола буйынса, байрамға мәктәптең тамаша залын биҙәйҙәр, сығарылыш уҡыусылары стена гәзиттәре төшөрә. Байрам көнөндә мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар тантаналы линейкаға йыйыла. Бүләкләүҙәр була, дипломдар һәм грамоталар тапшырыла. Директорҙың сығышынан һуң уҡыусылар шиғыр уҡый, йырҙар башҡара, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтә, сәскәләр бүләк итә.

Сараның айырылып торған үҙенсәлектәре булып мәктәп вальсы, һауа шарҙарын күккә осороу була. Һуңғы ҡыңғырауҙың символы булып ҡыңғырау сыңлауы тора[1]. Совет осоронда сығарылыш ҡыҙҙары форма рәүешендәге күлдәктәр, аҡ алъяпҡыстар һәм яғалар кейгән, сәстәрен аҡ таҫмалар менән биҙәгән, сығарылыш егеттәре форма салбарҙары, ябай пинжәктәр һәм аҡ күлдәктәр кейгән. 1990 йылдарҙа «Выпускник» яҙыулы һәм мәктәпте тамамлау йылы күрһәтелгән сағыу таҫмалар барлыҡҡа килә.

Пандемия осоронда байрамды үткәреү форматы үҙгәртелә. 2020 йылда һуңғы ҡыңғырау онлайн форматта була. 2021 йылда сикләүҙәр менән үткәрелә. Мәғариф министрлығының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми сәхифәһендә тантананың трансляцияһы була.

2022 йылда Рәсәй мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырауҙар ғәҙәттәгесә үтә[1].

2024 йылда Мәғариф министрлығы мәктәптәргә һуңғы ҡыңғырауҙарҙы 24 һәм 25 майҙа — йома һәм шәмбелә үткәрергә тәҡдим итә. Курск һәм Белгород өлкәләренең сик буйы райондарында байрам онлайн форматта уҙғарыла[6].

2025 йылда Рәсәй мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау байрамы 24 майҙа үтә. Мәғариф министрлығы төбәктәргә инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн хәүефһеҙлек сараларын һәм биналарҙың уңайлылығын тәьмин итергә ҡушты[7].

undefined

Тасуирламаһы

Һуңғы ҡыңғырау — сығарылыш уҡыусыларына, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә тәғәйенләнгән ҙур дөйөм мәктәп байрамы. Тантаналы сара ҡунаҡтарҙың, директорҙарҙың, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең сығыштарын үҙ эсенә ала: беренсе класс уҡыусыларын сәләмләү, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларына өгөт-нәсихәт һүҙҙәре.

Традициялар

Йола буйынса ҡыҙҙар — мәктәп формаһын, һирәгерәк ҡара итәк менән аҡ блузка кейә. Был көндө егеттәр ябай костюмдар кейә. Оҙаҡ ваҡыт аҡ алъяпҡыслы совет осоро өлгөһөндәге мәктәп формаһы таралған ине, әммә һуңғы ваҡытта ул заманса өлгө формаһы менән ҡыҫырыҡлана башланы. Сығарылыш кисәһенән айырмалы рәүештә, һуңғы ҡыңғырауҙа егеттәр һәм ҡыҙҙар кейеме өҫтөнән «Выпускник» яҙыулы таҫмалар бәйләй, ә костюмдарға (ҡыҙҙарҙың — алъяпҡыстарына) ҡайһы берҙә йә бәләкәй ҡыңғырау, йә ҡыңғырау рәүешендәге билдә беркетелә[1].

Байрам ваҡытында йыш ҡына дәрес башланыуын йәки тамамланыуын аңлатып, мәктәп ҡыңғырауын символик һүрәтләгән ҡыңғырау сыңлап тора. Ғәҙәттә быны беренсе класс уҡыусыһы эшләй, уны ун беренсе класс уҡыусыһы иңбашына ултыртып йөрөтә[8]. Йыш ҡына сығарылыш уҡыусылары урамға сыға һәм күккә һауа шарҙары осороп ебәрә, шулай уҡ мәктәп вальсын башҡара.

Тантаналы линейканан һуң сығарылыш уҡыусылары класс, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән фотосессиялар ойоштора. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә байрам сәйе эсеү, концерттар, теплоходта йөрөү, тематик викториналар һәм квестар үткәреү ойошторола[5].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Последний звонок в 2025 году: дата и история. Традиции праздника в России и других странах. РБК Life (4 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  2. Минпросвещения определилось с датами последних звонков и выпускных (9 март 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
  3. Ирина Макеева. В школах России прозвенит «последний звонок». Парламентская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025. Архивировано 16 апрель 2019 года.
  4. 25 мая 1948 года в советской школе впервые прошёл последний звонок. Музей истории станицы Полтавской (25 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  5. 1 2 Линейки, чаепития и фотосессии: как пройдет последний звонок в 2025 году (3 май 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
  6. Для российских школьников прозвенел последний звонок. Как это было. РБК Life (24 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  7. Установлены единые дни проведения последнего звонка и выпускного в школах в 2025 году. Минпросвещения России (9 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
  8. Откуда пошла традиция праздновать последний звонок? Аргументы и факты (30 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.

Әҙәбиәт

  • Лещинская В. Праздники для старшеклассников: 9—11 класс. — М.: Аделант, 2017.
  • Уланова Л., Уланов Г. Последний звонок. Выпускной вечер. Выпускной бал (сценарии). — М.: ФГУИППВ, 2014.