Рәсәй Федерацияһында мәктәп формаһы
Рәсәй Федерацияһында мәктәп формаһын кейеү 1994 йылдың яҙында бөтөрөлә (ғәмәлдә 1992 йылдың 1 июнендә туҡтатыла, сөнки уны етештергән предприятиелар ябыла). 2013 йылдың 1 сентябренән форма ҡабаттан индерелә, әммә дөйөм ҡағиҙә тәртибендә генә.
2025 йылдың авгусында Мәғариф министрлығы Рәсәй уҡыусылары өсөн яңы форма стандарттарын тәҡдим итә. Продукцияһын мәктәр формаһы булараҡ билдәләгән етештереүселәр, ГОСТ талаптарын үтәргә бурыслы. Мәктәп формаһы стиле эшлекле, үҙе уңайлы булырға тейеш. Был Рәсәйҙә беренсе шундай стандарт. Ул дөйөм, төп һәм урта белем биреү учреждениелары уҡыусыларының кейеменә ҡағыла[1]. Мәғариф министрлығында аныҡлауҙарынса, берҙәм мәктәп формаһы индереү планлаштырылмай, уҡыу йорттары уҡыусыларҙың кейеменә үҙҙәре талап ҡуя ала[2].
Тарихы
Төп мәҡәлә: Рәсәйҙә мәктәп формаһы (рус.)баш.
Рәсәй Федерацияһында, СССР-ҙағы кеүек, берҙәм мәктәп формаһы юҡ, әммә күп лицей һәм гимназиялар уҡыусыларҙың ошо уҡыу йортонда уҡығанын күрһәтеп торған үҙ формаларын индерә. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә рәсми ҡабул ителгән форма юҡ, әммә ул уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән килешеү буйынса класс кимәлендә индерелеүе мөмкин (ғәҙәттә бындай «класс» формаһын башланғыс синыфтарҙа индерәләр). Бынан тыш, мәктәп формаһы булмаған уҡыу йорттарында эшлекле кейем кейеү ҡағиҙәләре (рус.)баш. булыуы мөмкин. Совет заманының аҡ алъяпҡыс менән мәктәп формаһын (йәки уға оҡшатып тегелгән күлдәктәр) ғәҙәттә ҡыҙҙар мәктәп менән хушлашыу символы итеп Һуңғы ҡыңғырауға, һирәгерәк башҡа байрамдарға кейә.
Әммә, мәктәптәрҙә (Яр Саллының бер нисә лицейы, Прохоров гимназияһы, Красноярск һәм Өфө мәктәптәре) ҡыҙҙар өсөн күлдәк һәм алъяпҡыстар совет заманынан һаҡлана, йәиһә 2000 йылдарҙа ҡабаттан индерелә. 2022 йылда Сергей Кравцов берҙәм мәктәп формаһын индерергә планлаштырыуын белдерә, әммә белем биреү ойошмаларының уның ниндәй буласағын хәл итеү хоҡуғы буласаҡ. Белем биреү буйынса комитет башлығы Ольга Казакова ни өсөн бындай инициатива күрһәтелеүен былай тип аңлата: «Мәктәп формаһы ойоштора һәм тәртипкә өйрәтә, шуға күрә балаларҙың уны кейеүе мөһим»[3].
2025 йылдың 1 июлендә Рәсәйҙә мәктәп формаһының ГОСТ-ы көсөнә инә. Унда, атап әйткәндә, форма донъяуи, эстетикалы һәм уңайлы булырға, «әхлаҡһыҙ тәртипте пропагандалау» «асоциаль рәсми булмаған йәштәр берләшмәләренең» символикаһы булмаҫҡа тейеш. Стандарт, киреһенсә, дәүләт һәм патриотик символиканы тәҡдим итә[4].
2025 йылдың 6 авгусында Мәғариф министрлығы Рәсәй уҡыусылары өсөн форманың яңы стандартын тәҡдим итә. Продукцияһын мәктәп формаһы тип билдәләгән етештереүселәр ГОСТ талаптарын үтәргә тейеш. Талаптарға ярашлы, мәктәп формаһының стиле эшлекле, ә үҙе уңайлы булырға тейеш. Был — Рәсәйҙә беренсе шундай стандарт. Ул дөйөм, төп һәм урта белем биреү учреждениелары уҡыусылары кейеменә ҡағыла[1].
Мәғариф министрлығында аныҡлауҙарынса, берҙәм мәктәп формаһын индереү планлаштырылмай, уҡыу йорттары уҡыусыларҙың тышҡы ҡиәфәтенә талапты үҙҙәре ҡуя ала[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Минпросвещения показало новый стандарт школьной формы. РБК (6 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
- ↑ 1 2 Минпросвещения не планирует вводить единую школьную форму. РИА Новости (6 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Единая школьная форма в России 2025-2026: суть законодательной инициативы, какой будет форма, когда введут. kp.ru (6 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
- ↑ Появился полный текст ГОСТа с требованиями к школьной форме. РБК (29 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.