Әбүзәр Мөхәмәтов

Әбүзәр Мөхәмәтов ( 1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Әбүзәр Мөхәмәт улы Илембәтов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы) Әбеш ауылында йәшәгән.

1805 йылдың 1 майынан казак булып хеҙмәт итә.

1807 йылда 1-се Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз кампанияһында ҡатнаша[1].

1809 йылдың 1 ғинуарында зауряд-есаул званиеһын ала[1].

1818 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[1].

1820 йылдың 11 майынан йорт старшинаһы вазифаһын үтәй.

Ғаиләһе

Ҡатындары — Ҡунаҡбикә, Бәлхиә һәм Хәҙисә; улдары — Ҡотлоәхмәт, Шәрәфетдин, Абдулмәхийән һәм Хажмөхәмәт; ҡыҙҙары — Ғәмбәрә, Барсын һәм Ғәйшә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 107. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.

Әҙәбиәт