Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы
Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева (рус. Аминева Эльмира Фахретдиновна, 1955 йылдың 11 ғинуары) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Биография
Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева Башҡорт АССР-ының Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 1955 йылдың 11 ғинуарында тыуған. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 1962 — 1972 йылдарҙа уҡый.
Әминева Э. Ф. 1973 — 1974 йылдарҙа Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ, Әбделмәмбәт урта мәктәптәрендә эшләй. 1975 — 1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтынының филология факультетында ситтән тороп уҡый. 1975 — 1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә уҡыта. 1977 — 1999 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дәрәжәһенә эйә була.
Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы 2000 — 2005 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының әйҙәүсе-етәксеһе. 2005 — 2012 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара, бер үк ваҡытта уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.
2012 йылдан хаҡлы ялда.
Ғаиләһе
Тормош иптәше - Әлфир Уйылдан улы Әминев. ике ҡыҙ (Әлфиә, Гөлфиә), ул (Азамат) тәрбиәләп үҫтерә. Улар, һәр береһе юғары белем алып, ғаилә ҡороп, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүҙең мөһим мәсьәләләре"темаһына арналған район конференцияһы
- Бөрйән районында “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә осрашыу үтте
- История развития образования в Бурзянском районе.
- История МОБУ СОШ села Старосубхангулово 2022 йылдың 31 март көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
Аминева Эльмира Фахретдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.