Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улы

Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улы — (1909—1943)[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, политрук, эскадрон командиры урынбаҫары[2], ҡыҙылармеец.

Биографияһы

Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улы 1909 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Мишкә ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында өлкән политрук, дивизияның химик һөжүмдән һаҡлау эскадроны командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Хәлимулла Әмиров 1942 йылдың декабрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса 1943 йылда[3]) һәләк була, Ростов өлкәһенең Чернышевская станцияһында ерләнә[4].

Ғаилә хәле

Өйләнгән. Ҡатыны Әмирова Анна Николаевна[3][5]. Балалары тураһында мәғлүмәт юҡ.

Хәтер

Әмиров Хәлимулла Сәғиҙулла улының исеме «Хәтер китабы. Башҡортостан» баҫмаһының 15-се томына[6] һәм Мишкә районының Мишкә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.