Әсирлек

Әсирлек (рус. Плен) — һуғышсы (рус. комбатант) йәки һуғышсы булмаған кешенең (рус. некомбатант), хәрби (һуғыш) хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешенең (хәрби хеҙмәткәрҙең), азатлығын сикләү.

Әсирлеккә алынған граждандарҙы әсирҙәр, һуғыш хәрәкәттәр ваҡытында әсирлеккә алынған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе «һуғыш әсирҙәре» тип атайҙар.

Боронғо донъя

Боронғо замандарҙа әсирҙәрҙе ҡоллоҡҡа алғандар, мәжбүри күсергәндәр йәки үлтергәндәр. Колумбҡа тиклемге Америка дәүләттәрендә әсирҙәрҙе йыш ҡына илаһтарға ҡорбан итеү йәки үлтереү йолаһы булған. Боронғо Мысыр һәм боронғо грек сығанаҡтарында әсирлеккә эләккән дошман һалдаттары «тере үлеләр» тип аталған. Ҡораллы яугирҙарҙы ғына түгел, ябай граждандарҙы ла әсирлеккә алғандар[1], бигерәк тә яугир менән тыныс халыҡ араһында йыш ҡына аныҡ сик булмаған. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар хәрби табыш тип ҡаралырға мөмкин. Боронғо Мысыр хакимдарының буйһонған дәүләт монархтарының балаларын тәрбиәгә алыу осраҡтары билдәле.

Феодализм

undefined

Феодал ҡоролош осоронда әсирлеккә эләккән юғары ҡатлам синыф ағзаһын йолом түләп алыу мөмкинлеге булған. Иң ҡыҙыҡлы тарих — Иоанн II-не азат итеү: уны инглиз әсирлегенән азат итеү өсөн Францияла франк һуғыла.

Урта быуаттарҙа әсирлеккә эләккән төрлө хәрби етәкселәрҙе һәм хакимдарҙы һатып алғандар (мәҫәлән, Мәскәү кенәзе Василий II Темный).

Яңы осорҙа

undefined

Хәҙерге халыҡ-ара гуманитар хоҡуҡҡа ярашлы, әсирлеккә алыу хоҡуғы тик дәүләткә генә ҡарай, уны хәрби органдар дәүләт исеменән башҡара; шәхси кешеләр һуғышта бер кемде лә әсирлеккә ала алмай.

Әсирлеккәхәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләр генә алынырға тейешле. Уға түбәндәгеләр инмәй:

  • тыныс халыҡ;
  • ҡораллы көстәргә беркетелгән хәбәрселәр;
  • Гаага конвенцияларына ярашлы, госпиталдәр һәм хәрби лазареттар персоналы, шулай уҡ дин әһелдәре.

Икенсе яҡтан, хәрби хәрәкәттәрҙә асыҡ һәм законлы ҡатнашҡанда ғына әсирлеккә алыу хоҡуғы бирелә, шпиондар, һатлыҡ йәндәр һ.б. ҡулға алынған осраҡта уларға хәрби әсир статусы бирелмәй. Шулай уҡ был статустан ялланып һуғышҡан кешеләр ҙә мәхрүм ителә.

Хәрби әсирҙәрҙең юридик хәле өс билдә менән бәйле:

  • улар енәйәтсе түгел;
  • улар үҙ гражданлығын һаҡлап ҡалған дошмандар;
  • улар хәрби.

Шуға күрә улар үҙ Ҡораллы көстәрендә биләгән положениеға ярашлы көсләүһеҙ һорау алыу, яҡшы мөғәләмә итеү һәм тотолоу хоҡуғына эйә; уларҙы үҙ Тыуған иленә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырға мәжбүр итеү ниндәй ҙә булһа формала рөхсәт ителмәй. Ҡасып, артабан әсирлеккә эләккән осраҡта уларҙы язаға тарттырырға ярамай. Улар хәрби тәртип һәм хәрби суд юрисдикцияһына буйһона (Рәсәй закондары буйынса, граждандар власы органдары ҡарамағына күсерелгәнгә тиклем).

Хәрби әсирҙәр менән мөғәмәлә 1949 йылғы өсөнсө Женева конвенцияһы менән көйләнә. Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре Комитеты хәрби әсирҙәрҙе ҡарай һәм уларҙы тотоу һәм уларға ҡарата мөғәмәлә итеү шарттарын күҙәтә.

Әсирлек хәле әсирлеккә эләгеү мәлендә булдырыла һәм солох төҙөү йәки тотҡондар менән алмашыу юлы менән туҡтатыла. Тыныслыҡ килешеүе бөтә әсирҙәрҙе азат итеү өсөн дөйөм һәм шартһыҙ нигеҙ булһа ла, төрлө сәбәптәр арҡаһында айырым осраҡтар рөхсәт ителә: тотҡондар төркөмләп азат ителә, йәки уларҙы билдәле бер урында артабан хеҙмәткә ебәреү шарты менән азат ителә. Мәҫәлән, 1870 йылғы һуғыштан һуң Германия хәрби хеҙмәт ваҡыты тамамланмаған тотҡондарҙың 20 меңен кисекмәҫтән Алжирға оҙатыуҙы, ә ҡалғандарын Луара йылғаһы аръяғына урынлаштырыуҙы талап итә. Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендә СССР территорияһындағы Германия ҡораллы көстәренең һәм уларҙың союздаштарының хәрби әсирҙәре Германия капитуляция тураһындағыға актҡа ҡул ҡуйғандан һуң да статусын үҙгәртмәй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР Ҡораллы Көстәре, документтар буйынса, Германияның 2 миллион 704 мең Германияның һәм союздаш илдәренең (юлдаштарының) 735 мең хәрби хеҙмәткәрен әсирлеккә ала. 580 меңгә яҡын хәрби әсирлектә һәләк була[2].

1945 йылда Германиянан 227 мең совет хәрби әсире ҡайтарыла .[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Wickham, Jason (2014) The Enslavement of War Captives by the Romans up to 146 BC, University of Liverpool PhD Dissertation. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2015. Архивировано из оригинала 24 май 2015 года. Wickham 2014 notes that for Roman warfare the outcome of capture could lead to release, ransom, execution or enslavement.
  2. Россия и СССР в войнах XX века. — М.: Олма-Пресс, 2001. — С. 515 (табл. 201)
  3. Верт Н. История Советского государства. М., 1995. С. 338

Әҙәбиәт

урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә

Тема буйынса өҫтәмә