Әтнәш-Яҙы
Әтнәш-Яҙы — рус. Атняшь-Язы - Рәсәй йылғаһы. Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға.
Географияһы
Йылға Рәсәйҙең өс субъекты биләмәләре аша аға һәм Көҫкәнде (Ҡондоҙтамаҡ) йылғаһының һул ярына тамағынан 19 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ҡариҙел йылғаһы, Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан Павловка һыуһаҡлағысына тиклем, Әй йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201112111100023446
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102344
- Бассейн коды — 10.01.02.011
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Этимологияһы
"Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге"ндә Ҡариҙел районындағы Атнаш (Атняшкино) ауылы тураһында "от антропонима Атнаш" тип яҙылған [3]. Тимәк, йылға атамаһының да тәүге өлөшө Әтнәш тигән антропонимдан алынған. Икенсе өлөшө - Яҙы - тураһында мәғлүмәт юҡ. Ихтимал, яҙ һүҙенәндер.
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры:Әтнәш-Яҙы.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге - Уфа, 1980, - 27-се бит
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге - Уфа, 1980, - 200 бит
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ