Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улы
Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улы (1905-?) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2][3].
Биографияһы
Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында тыуған[3]. Ҡырмыҫҡалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[1][2][3]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 3-сө пулемёт эскадронында ат тотоусы (артиллерияла пушка арбаһының күсере) булып хеҙмәт итә[3]. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 10 июнендә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (подразделениеның 1944 йылдың 10 июнендәге 25/н номерлы приказы)[1][3], «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[2] менән бүләкләнә. «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына Наградлау ҡағыҙында Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улының ҡаһарманлығы тураһында ошолай яҙыла: «3-сө эскадрондың ат тотоусыһы Әхмәтгәрәев Сәлимгәрәй Әхмәтгәрәй улын теләһә ниндәй юлһыҙ ауыр шарттарҙа һуғыш припастарын алғы һыҙыҡҡа ваҡытында алып килгәне һәм шуның менән һөжүм итеү һуғыштарының уңышлы булыуын тәьмин иткәне өсөн „Хәрби ҡаҙаныштары өсөн“ миҙалы менән бүләкләргә» тип яҙылған[1]. 1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944),
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР),
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Ахмедгареев Салимгарей Ахмедгареевич
- ↑ 1 2 3 Ахметгареев 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 АХМЕТГАРЕЕВ С. А.
Сығанаҡтар
- Ахмедгареев Салимгарей Ахмедгареевич
- Ахметгареев 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- АХМЕТГАРЕЕВ С. А.