Әхмәҙиев Рөстәм Рәйес улы
Биографияһы
1961 йылдың 13 ғинуарында Өфөлә табип ғаиләһендә тыуған.
1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлаған.
1984—1987 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина институтының нормаль физиология кафедраһында аспирантурала уҡый.
1989-1991 йылдарҙа — ВЦПХГ «Аллоплант» нейрофизиология лабораторияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм шунда эшләй.
1992—2012 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2009 йылдан Һаулыҡ мониторингы һәм коррекцияһы үҙәге директоры
1995 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. (Мәскәү, РУДН).
1997 йылда доцент исеме ала.
2000 йылда Башҡортостан физик культура институтының морфология һәм физиология кафедраһын ойоштора, уға 2000—2005 йылдарҙа етәкселек итә.
2006 йылда «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
2008 йылда профессор исеме ала.
2016 йылдан Республика клиник психотерапия үҙәге хеҙмәткәре.
Ғилми-педагогик һәм клиник эшенең дөйөм стажы 30 йылдан ашыу[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Рөстәм Рәйес улы етәкселегендә һәм консультация үткәргәндә ике докторлыҡ һәм һигеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
110 фәнни хеҙмәт һәм ике уйлап табыу, 250-нән ашыу мәҡәлә, шул иҫәптән 2 автор таныҡлығы, ете монография һәм биш уҡыу әсбабы авторы.
Фәнни эҙләнеүҙәр өлкәһе — компьютер синдромы һәм аутоагрессив тәртип психологияһы, экстремаль тәьҫир иткәндә күреү функцияһы патофизиологияһы. Уның ҡатнашлығында психофизиологик процестарҙы анализлау өсөн «Landolt» һәм «Digit» компьютер программалары эшләнгән.
Фәнни хеҙмәттәре
- Психофизиологические аспекты оценки и восстановления зрительных функций у пользователей компьютерами. Уфа, 2012 (авторҙ.)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ахмадеев Рустэм Раисович
- ↑ Әхмәҙиев Рөстәм Рәйес улы 2021 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Әхмәҙиев Рөстәм Рәйес улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)