Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы

Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы (1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].

Биографияһы

Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы 1911 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Ҡарамалы ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың 5 декабрендә Өфө ҡалаһы Ленин районы (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Киров районы) хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2].

16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62‑се гвардия кавалерия полкында 76-мм батарея старшинаһы булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылдың 8 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

Ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 16.02.1945, 17.02.1945. 1945 йылдың 8 апрелендә подразделениеның 22/н номерлы приказы[1].

Сығанаҡтар