Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы
Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы (рус. Акберов Садрий Акберович; 1908 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы миномёт батареяһы расчёты тоҫҡаусыһы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), III дәрәжә Дан ордены (1945) кавалеры[1].
Биографияһы
Саҙрый Әҡбәр улы Әҡбәров 1908 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Упҡанкүл ауылында (Ҡарткиҫәк ауыл Советы) тыуған.
1942 йылдың декабрендә Асҡын районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра[2][3].
Хәрби хеҙмәте
Гвардия сержанты Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында миномёт батареяһы расчёты тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2][3].
Гвардия ҡыҙылармеецы Саҙрый Әҡбәр улы Әҡбәровтың ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана:
| 1944 йылдың 17 апрелендә Попувка ауылы янындағы алышта миномёт батареяһы расчёты тоҫҡаусыһы гвардия ҡыҙылармеецы Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы миномёт уты менән расчёты-ние менән бер юлы дошмандың станковый пулемётын юҡ итте. 1908 йылда тыуған, башҡорт, партияһыҙ, РККА сафтарына Башҡорт АССР-ының Асҡын хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған[2]
|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- III дәрәжә Дан ордены (1945)[2]
Хәтер
Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Асҡын районы Упҡанкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Акберов Садрий Акберович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акберов Садрий Акберович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Акберов Садрий 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Аскинский район, т. 1, 2001 ISBN 5-295-02997-2
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шаймуратовцы. Акберов Садрий Акберович
- ↑ 1 2 3 4 Память народа. Акберов Садрий Акберович
- ↑ 1 2 Дорога памяти. Акберов Садрий 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Аскинский район, т. 1, 2001 ISBN 5-295-02997-2