Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе


Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе (УППО) (рус. Уфимское приборостроительное производственное объединение) — Рәсәйҙәге авиация приборҙар эшләү өлкәһендәге иң эре предприятиеларҙың береһе, Концерн «Радиоэлектронные технологии» (КРЭТ) составына инә һәм Ростех дәүләт корпорацияһына ҡарай. Предприятие осоусы аппараттар өсөн автоматик идара итеү системаларын, борттағы иҫәпләү комплекстарын, навигация-пилотаж системаларын, шулай уҡ нефть-газ тармағы өсөн ҡорамалдар һәм сәнәғәт-техник тәғәйенләнештәге продукция эшләү һәм етештереү буйынса махсуслаша. 1991 йылға тиклем «В. И. Ленин исемендәге Өфө приборҙар заводы» тип аталған. Хәҙерге ваҡытта акционер йәмғиәте статусы (АО «УППО») бар.

Тарихы

1956 йылдың 21 ғинуарында СССР авиация сәнәғәте министры бойороғо менән дәүләт союз заводы 123 сафҡа индерелә. 1960 йылда РСФСР Министрҙар Советының 1959 йылдың 7 октябрендәге 1661-РС ҡарары менән «Өфө приборҙар эшләү заводы» тип атала (УПЗ).

10 йыл дауамында предприятиеның цехтары төҙөлә. 1957 йылда инде 16 яңы төр авиация изделиелары етештереү үҙләштерелә, атап әйткәндә, мотор төркөмө күрһәткестәре, электр үлсәү приборҙары һәм тензоаппаратура. 1958 йылда гироскопик автопилоттар күпләп сығарыла башлай.

1959 йылда юғары аныҡлы электрон ҡорамалдар етештереү башлана, 1962 йылда — борт иҫәпләү техникаһы.

Предприятие «Восток», «Восход» космос караптары, «Союз», «Прогресс» транспорт караптары, «Салют» һәм «Мир» орбиталь станциялары төҙөүҙә ҡатнаша.

Авиация техникаһынан тыш, 1967 йылда «Ағиҙел» электр ҡырынғысы етештереү үҙләштерелә.

1969 йылда Өфө приборҙар эшләү заводына В. И. Ленин исеме бирелә, 1976 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

undefined

1974 йылда заводтың беренсе логотибы эшләнә (52115 һанлы сауҙа маркаһы)[1].

1990-сы йылдар башында шулай уҡ сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн продукциялар үҙләштерелә, атап әйткәндә электр энергияһы һәм һыу сығымы иҫәпләгестәр, нефть ятҡылыҡтары технологик ҡорамалдары менән контроль һәм идара итеү системалары һ. б.

2000—2005 йылдарҙа предприятие ПУТ-3 двигателдәренең тартыу көсө менән идара итеү пульты, Ил-96 самолеты өсөн иҫәпләү блоктары, БИНС-85 системаһы лазерлы гироскоп өсөн юғары вольтлы СВ-3 стабилизаторы һ. б. етештереүҙе үҙләштерә.

2007 йылда, оҙайлы туҡтап торғандан һуң, предприятие С. П. Королев исемендәге «Энергия» ракета-йыһан корпорацияһы өсөн бер нисә мөһим приборҙарҙы эшләүҙе тергеҙә.

Шулай уҡ предприятиела нефть газ ҡорамалдары, мәҫәлән, аҡма двигатель менән пневматик күсергес етештереү үҙләштерелә.

2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән берекмә «Ростех» дәүләт корпорацияһы составына индерелә, «Радиоэлектроника технологиялары» концерны» акционерҙар йәмғиәте составына инә.

2012 йылдан акцияларының 100 % -ы дәүләткә ҡарай, предприятие ябыҡ акционер йәмғиәте тип атала[2]

2015 йылда 5S системаһына нигеҙләнгән һаҡсыл производство (рус.)баш. системаһы индерелә[3].

Продукция

1957 йылдан уҡ 16 төр яңы авиация изделиелары етештереү үҙләштерелә: мотор күрһәткестәре, электроүлсәү приборҙары, тензоаппаратура.

1958 йылда гироскопик автопилоттар сериялы етештереү башлана, 1959 йылда — юғары теүәллектәге электрон ҡоролмалар, 1962 йылда — борттағы аналог иҫәпләү техникаһы, 1966 йылда «Аналог-1» һәм «ЭДВМ» машиналары.

Предприятие космос программаһында ҡатнаша: Восток, Восход, Союз, Прогресс кораблдәре, «Салют», «Мир» орбиталь станциялары һәм Халыҡ-ара космос проекттары өсөн ҡорамалдар эшләүҙә ҡатнаша.

1967 йылда Philips лицензияһы буйынса «Агидель» маркалы электробритвалар сығарыла башлай[4].

1990-сы йылдарҙан нефть-газ тармағы өсөн ҡорамалдар, энергия һәм һыу иҫәпләгестәре, автоматлаштырылған идара итеү системалары (АСУ ТП) етештереү үҙләштерелә.

2000—2005 йылдарҙа Ил-96 самолёты өсөн иҫәпләү блоктары, ПУТ-3 идара итеү пульттары, лазер гироскоптары өсөн стабилизаторҙар сығарыла. 2007 йылда РКК «Энергия» өсөн приборҙар етештереү яңынан тергеҙелә.

2017 йылдан 2020 йылға тиклем компания алыҫҡа осҡан самолеттар өсөн ҡорамалдар һәм тауыштан тиҙерәк истребитель-перехватчиктар өсөн автоматик идара итеү системаларын етештереүҙе үҙләштерҙе.

2021 йылдан 2025 йылға тиклем компания МС-21 һәм Sukhoi Superjet 100 самолеттары өсөн ҡорамалдар етештерә. Зарядка станциялары һәм күп каналлы зарядка станциялары өсөн универсаль электрон энергия модулдәрен етештерә[5].

Халыҡ ҡулланыуы тауарҙары

Төрлө модификацияларҙа сығарылған «Ағиҙел» электр ҡырғыстары: «Ағиҙел-1К» («Космик») электр ҡырғысы, «Ағиҙел-М», «Ағиҙел-3» һәм башҡалар. 1994 йылға тиклем дөйөм алғанда 183 000 дана етештерелгән; 2009 йылда — 4 100 дана сығарылған. Артабан етештереү һәм марка Бердск электр-механика заводы ҡарамағына тапшырылған, унда улар «Электроприборы-БЭМЗ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан сығарыла[6].

Күсмә кассета магнитофоны «Ағиҙел-301», уның «Ағиҙел-МП302С» һәм «Ағиҙел-МП303С» модификациялары менән (оҡшаш «Элегия-301» магнитофоны «Электроприбор» заводы һәм «Легенда» приборҙар эшләү заводы тарафынан да сығарылған).

Кофе онтаҡлағыс — 1994 йылға тиклем 1 600 дана етештерелгән.

Электролобзик-насадка — 1994 йылға тиклем 2 500 дана сығарылған[7].

Тәжрибә партиялары һәм өлгөләр
  • Компакт-дисктар уйнатҡысы «Ағиҙел ПКД-001С» — 1994 йылда тәжрибә тәртибендә сығарылған.
  • Тауыш йышлыҡтарын көсәйткестәр «Ағиҙел УП-001С» һәм «Ағиҙел УМ-001С» — 1994 йылда тәжрибә рәүешендә етештерелгән[8][9].

Структураһы

1960-сы йылдарҙа завод хеҙмәткәрҙәре өсөн Октябрь проспекты һәм Рихард Зорге урамында күп ҡатлы йорттар төҙөлә.

1961 йылда хоккей стадионы (хәҙер — Салауат Юлаев исемендәге спорт-һауыҡтырыу комплексы) төҙөлә.

1967 йылда Башҡортостандағы тәүге ябыҡ боҙло ҙур спорт ҡоролмаһы — Спорт һарайы төҙөлә[10].

Предприятие ҡарамағында элегерәк «Солнечные пески» шифаханаһы һәм балалар лагеры «Берёзка» булған[11]

Предприятиела ветерандар советы эшләй[12].

Етәкселәре

  • 1954—1974 — беренсе директор Николай Григорьевич Ковалёв[13];
  • 1974(08.1975)-1986 — директор Гений Викторович Панков[14], УППО-ла 1964 йылдан;
  • 01.1986-1992 — директор, генераль директор (1989 йылдан) Николай Анатольевич Золотухин[15].
  • 1992—1994 — генераль директор Виталий Константинович Абрамов[16], УППО-ла 1964 йылдан эшләй;
  • 1994—2005 — генераль директор Юрий Григорьевич Бакланов[17], УППО-ла 1960 йылдан;
  • 2005—2006 — генераль директор Александр Анатольевич Герасин[18][19][20], Быға тиклем «МиГ» корпорацияһының Граждандар авиацияһы буйынса генераль директорының беренсе урынбаҫары;
  • 2006—2013 — генеральный директор Альберт Алексеевич Карпов[21], Быға тиклем УППО-ның генераль директоры урынбаҫары (2004—2005); Күсемһеҙ милекте стандартлаштырыу һәм теркәү буйынса Рәсәй дәүләт үҙәгенең Мәскәү филиалының бүлек начальнигы;
  • 12.2013-01.2014 — генеральдиректор Вилсор Рафғәт улы Халиуллин[22][23][24];
  • 2014—2021 — генераль директор Марат Фәрит улы Бадгутдинов[25];
  • 10.01.2022 — зәҙергә тиклем — генераль директор Илья Викторович Пупин[26].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Товарный знак № 52115. ФИПС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 10 ғинуар 2021 года.
  2. Уфимское приборостроительное производственное объединение преобразовано в открытое акционерное общество. www.bashinform.ru (28 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 31 ғинуар 2020 года.
  3. Ольга Владимировна Иванова, Диана Маратовна Гильванова, Артур Саидович Мударисов, Сергей Вячеславович Пихтовников. Внедрение бережливого производства на основе системы 5S на предприятии АО "Уфимское приборостроительное производственное объединение" // Управление Экономическими Системами: Электронный Научный Журнал. — 2016. — Вып. 9 (91). — ISSN 1999-4516.
  4. Агидель. www.belaya-tehnika.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 4 ноябрь 2020 года.
  5. О компании. uppo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  6. Бердский электромеханический завод: Продукция — Производство электротоваров потребительского назначения. www.betro.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 19 май 2021 года.
  7. Портативный кассетный магнитофон Агидель-301. rw6ase.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 10 апрель 2026 года.
  8. Проигрыватель компакт-дисков Агидель ПКД-001С. rw6ase.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 21 февраль 2020 года.
  9. Винтажные советские лазерные проигрыватели компакт-дисков: часть 1. zvukomaniya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 20 сентябрь 2021 года.
  10. История. old.hcsalavat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 28 ғинуар 2021 года.
  11. Имущество. www.stroytech-rt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 18 июль 2017 года.
  12. Спасибо за традиции, опыт и прогресс » Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты "Вечерняя Уфа". vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 2 ноябрь 2021 года.
  13. Ковалёв Николай Григорьевич - Башкирская энциклопедия. rus.bashenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  14. ПАНКОВ Гений Викторович - Башкирская энциклопедия. rus.bashenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  15. В УППО отмечают юбилей Николая Золотухина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 8 март 2016 года.
  16. Абрамов Виталий Константинович - Башкирская энциклопедия. rus.bashenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  17. Бакланов Юрий Григорьевич - Башкирская энциклопедия. rus.bashenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  18. В УППО - новый директор. www.bashinform.ru (7 июль 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  19. УППО зарядили на МИГ // Коммерсантъ. Архивировано 4 март 2016 года.
  20. : Анонс журнала "Вестник авиации и космонавтики" № 6, 2007 г. - AEX.RU. www.aex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 22 май 2010 года.
  21. Карпов Альберт Алексеевич | ФНС России | 02 Республика Башкортостан. www.nalog.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  22. Бывший топ-менеджер УППО стал гендиректором ТЗА. www.kommersant.ru (21 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 5 декабрь 2018 года.
  23. Топ-менеджер «КАМАЗа» возглавил завод в Димитровграде и тут же вызвал вопросы. chelny-biz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 2 ноябрь 2021 года.
  24. Ирек Ялалов ознакомился с работой ОАО «УППО» (билдәһеҙ). Official site Ufa city municipal district Administration of Bashkortostan Republic. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2020.
  25. Уфимское приборостроительное производственное объединение: одно из значимых и социально-ориентированных предприятий города (билдәһеҙ). Официальный сайт Администрации ГО г. Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 30 март 2021 года.
  26. КРЭТ - Концерн Радиоэлектронные Технологии. КРЭТ - Концерн Радиоэлектронные Технологии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 28 июль 2021 года.

Тема буйынса өҫтәмә