Өфөхимпром
«Өфөхимпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (рус. открытое акционерное общество «Уфахимпром») — элекке СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәй Федерацияһының органик химия продукттары етештереүсе предприятиеһы. Завод продукцияһының төп төрҙәре: гербицидтар, хлорорганик берләшмәләр, эпоксид ыҫмалалар, химик реактивтар. 2004 йылдан — эшмәкәрлеген туҡтата, артабан тулыһынса бөтөрөлә һәм 2017 йылда ябыла.
Тарихы
Завод тарихы 1939 йылда төҙөлгән көкөрт кислотаһы цехы базаһынан 1942 йылда башлана[1]. Ул саҡта Өфөгә Украина ССР-ынан Рубежан химия комбинаты эвакуацияланып килгәс, предприятие 768-се дәүләт союз заводы булараҡ ойошторола[2].
1943 йылда тәүге продукция — көкөрт кислотаһы эшләп сығарыла[2].
1948 йылда заводҡа «Черниковка дәүләт союз химия заводы», 1956 йылдан — «Өфө химия заводы» исеме бирелә[2].
1957 йылда предприятие составына 1942 йылда «Натуркаучук» заводы булараҡ эш башлаған Өфө химик реактивтар заводы инә[2].
1970 йылда каустик сода етештереү өсөн Стәрлетамаҡ — Өфө тоҙ үткәргес торбаһы файҙаланыуға тапшырыла[2].
1979 йылдан — Өфө «Химпром» производство берекмәһе[2].
1993 йылдан — Өфө дәүләт производство предприятиеһы[2].
1997 йылдан — Өфө дәүләт унитар предприятиеһы[2].
1998 йылдан — «Өфөхимпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте[2].
Предприятиела СССР-ҙа тәүге тапҡыр монохлоруксус кислотаһы, трихлорэтилен, өҙлөкһөҙ схема буйынса хлорбензол, тетрахлорбензол (50-се йылдар) етештереү, шулай уҡ титан ҡорамалдарын электр коррозияһынан һаҡлау ысулдары (70-се йылдар) үҙләштерелә[1][2].
1960 йылдарҙа эпоксид ыҫмалалар производствоһында (19-сы цех) авария теркәлә.
1970—80 йылдарҙа заводта луварам һәм ленацил гербицидтары, белизна (хлорамин-Б), ДФП (дифенилолпропан) етештереү индерелә[2][1].
1990 йылда заводта еңел яна торған шыйыҡсалар участкаһында фенол ағып сыға[3]. «Өфөхимпром» һәм «Синтезспирт» предприятиелары араһында фенолды һурҙырыу өсөн үткәргес торба монтажлана, әммә уның фрагменттары тоташтырылмай ҡала, һөҙөмтәлә Шөғөр һәм Чернушка йылғаларына 90 кубометрҙан ашыу зарарлы матдә ағып төшә[4].
2004 йылда завод банкрот тип таныла һәм эшмәкәрлеген туҡтата[4]. ДФП (дифенилолпропан) цехтары «Башнефть-УНПЗ» заводына тапшырыла.
2017 йылдан «Өфөхимпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тулыһынса бөтөрөлөү менән бәйле ДФП цехтары ташландыҡ хәлдә. Завод территорияһының яртылашы ҡуртымға алынған, ҡалған яртылашы шулай уҡ ташландыҡ хәлдә һәм эшкә яраҡлы әйберҙәре һүтеп алынған. Шуның менән бергә элекке химия сәнәғәте предприятиеһында әлегә тиклем дә бик күп хәүефле химик матдәләр бар[4].
Продукцияһы
Эшмәкәрлегенең тәүге осоронда завод башлыса көкөрт кислотаһы һәм уның берләшмәләрен етештерә. ХХ быуаттың 50-се йылдарынан предприятиела химик реактивтар һәм каучуклы матдәләр, шыйыҡ хлор, тоҙ кислоталары, хлорсульфон кислотаһы, Б-хлорамины сығарыу яйға һалына. 70-се—80-се йылдар арауығында продукция ассортименты ҡырҡа арта. Каустик сода, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары (башлыса гербицидтар), монохлоруксус кислотаһы, трихлорэтилен, техник хлорбензон, техник дифенилолпропан, синтетик һәм эпоксид ыҫмалалары етештереү буйынса производство ҡеүәттәре сафҡа индерелә.
Эшмәкәрлек күрһәткестәре һәм етәкселеге
2001 йылда предприятиела 4200 кеше эшләгән; Етештерелгән продукция (мең тонналарҙа): шыйыҡ хлор 10,6; тоҙ кислоталары 43,7; үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары 14,2; каустик сода 23,5; көкөрт кислотаһы 29,8; хлорсульфон кислотаһы 15,2; Б-хлорамины 6,3; монохлоруксус кислотаһы 5,3; техник хлорбензол 2,9; техник дифенилолпропан 57,2; синтетик ыҫмалалар 9,9.
2010 йылдан 2017 йылға тиклем предприятиеның конкурс идарасыһы һәм ғәмәлдәге директоры Ғәзизов Радик Фаат улы була. Заводтың устав капиталы 629 674 284,00 һум тәшкил итә[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Р. Х. Нагимуллин. История возникновения крупных химических предприятий на Востоке России : На примере Уфимского химического завода. Электронная библиотека диссертаций dslib.net. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «Өфөхимпром». (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2025)
- ↑ Сайт «ANT Ufa». Туризм и путешествия. Уфахимпром. 8 декабря 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 https://dzen.ru/a/YT7aFdQQnnlEq7N7?ysclid=mc0rv13fmc728987312 Уфимский «Чернобыль». Как выглядит химпром с отравленной диоксинами землей. Сайт «Дзен». 13 сентября 2021 года] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2025)
- ↑ Сайт «ЗАЧЕСТНЫЙБИЗНЕС». ОТКРЫТОЕ АКЦИОНЕРНОЕ ОБЩЕСТВО «УФАХИМПРОМ» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2025)
Әҙәбиәт
- Нагимуллин Рамиль Ханифович. История возникновения крупных химических предприятий на Востоке России : На примере Уфимского химического завода: диссертация кандидата технических наук. — Уфа, 2005. — 115 с.: ил.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «Өфөхимпром». Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023 (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2025)
- Электронная библиотека диссертаций dslib.net. Р. Х. Нагимуллин. История возникновения крупных химических предприятий на Востоке России : На примере Уфимского химического завода (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2025)
- Уфимский «Чернобыль». Как выглядит химпром с отравленной диоксинами землей. Сайт «Дзен». 13 сентября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2025)
- Сайт «ANT Ufa». Туризм и путешествия. Уфахимпром. 8 декабря 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2025)