12 ай (балет)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бруни Т. Г. Декорация эскизы. Финал. Ленинград, Дәүләт академик Бәләкәй опера театры (МАЛЕГОТ). «Ун ике ай»
12 ай (балет)
Дәүләт
Беренсе тапҡыр башҡарыла 16 май 1954
Жанр Балет

«12 ай» (балет) (рус. Двенадцать месяцев (балет)) — Борис Леонидович Битовтың чех әкиәттәре мотивтары[1][2], шулай уҡ Самуил Яковлевич Маршактың ошо атамалы әкитә-пьесаһы буйынса дүрт актлы (8 күренеш) балеты[3]. Беренсе тапҡыр 1954 йылдың 16 майында Ленинградтың Бәләкәй театрында ҡуйыла. Либретто авторы Ара Григорьевна Хандамирова; балетмейстеры Борис Александрович Фенстер, рәссамы Татьяна Георгиевна Бруни, дирижёры Евгений Михайлович Корнблит[3]. Беренсе ҡуйылышта Добрунки партияһын В. М. Станкевич, Иржиканы — Вениамин Сергеевич Зимин, Королева Ренатаны — Галина Ивановна Исаева, Үгәй әсәне — Нина Николаевна Латонина, Злобоганы — Марианна Борисовна Даровская, Канцлерҙы — Николай Николаевич Филипповский[3], Король һағы начальнигын — Николай Сергеевич Соколов башҡара[1]. Балет илдең башҡа ҡалаларында ла: Вильнюста (1958 йыл, балетмейстеры Бронюс Юлианович Келбаускас) һәм Ҡазанда (1962 йыл, балетмейстеры София Михайловна Тулубьева) ҡуйыла[3].

«12 ай» — композитор Б. Л. Битов өсөн беренсе балет була. СССР Композиторҙар берлегендә беренсе тыңлауҙан һуң уға эшен ҡайтанан эшкәртергә тура килә. Әҫәрҙе эшләүҙә композиторға балет ҡуйыусы Б. А. Фенстер кәңәштәре менән ярҙам итә. Чех халыҡ әкитәттәре мотивтары ҡулланылғанлыҡтан, композиторға чех халыҡ музыкаһын ентекле өйрәнергә тура килә. Прага Милли театрының балет ансамбле ағзаһы Властимил Илек яҙыуынса «12 ай» балеты партитураһын дөйөм колориты, ритмы һәм мелодия баҫымдарының асыҡлыҫы буйынса чехтарҙыҡы тиергә мөмкин". Музыкаға бик күп чех бейеүҙәре индерелә[1].

  • Добрунка, етем
  • Үгәй әсә
  • Злобога, Үгәй әсәнең ҡыҙы
  • Королева Рената
  • Канцлер
  • Иржик, һалдат
  • Гувернантка
  • Министр
  • Магистр
  • Айҙар
  • Уҡытыусы
  • Король һағы начальнигы
  • Тегенсе
  • Бронза рыцарҙар
  • Ҡуяндар
  • Тейен
  • Фокуссы
  • Герольд
  • Йәштәр

Король һарайы. Хеҙмәтселәр иҙәндәрҙе йыуа һәм туҙандарҙы һөртә. Министр, Канцлер, һарайҙағы ҡатын-ҡыҙ, Уҡытыусы, Гувернантка инә. Һуңынан дәрескә тип йүгереп королева Рената инә. Ул көйһөҙләнә һәм шаяра. Королеваға Яңы йыл балына тегелгән һәм яһалма умырһаялар менән биҙәлгән күлдәкте күрһәтәләр. Яһалма сәскәләр королеваға оҡшамай һәм ул уларҙы йолҡоп ташлап, тере сәскәләр булыуын талап итә. Королева указ сығара, уға ярашлы, кем Яңы йылға бер кәрзин умырзаялар алып килә, шуға бер кәрзин алтын бирелә[2].

Ҡала майҙаны. Барыһы ла күңел аса һәм шыршы тирәләй бейей. Королева урманға шыршы алырға ебәргән һалдат Иржик ҡоро-һары күтәреп килгән етем ҡыҙ Добрунканы күреп ҡала. Иржик Добрункаға шыршы уйынсығы бүләк итә һәм бейергә саҡыра, әммә ул өйөнә, яуыз үгәй әсәһе эргәһенә ашыға. Герольд тантаналы рәүештә указды уҡый. Халыҡ көлә[2].

Добрунка өйөнә ҡайта. Үгәй әсәй менән уның ҡыҙы Злобога мейес эргәһендә яңы күлдәктәрен кейеп ҡарай. Добрунка мейес эргәһенә килеп йылынырға теләй, әммә уны этеп ебәрәләр. Герольд борғоһо уйнай. Үгәй әсә урамға сыға һәм Герольд, йәштәр менән бергә килеп инә. Указ менән танышҡас, ул Добрунканы урманға умырзаялар алып ҡайтырға ебәрә[2].

Ҡышҡы урман. Добрунка ҡурҡышынан шыршыға менә. Иржик килә һәм ҡыҙ ултырған ағасты ҡырҡа башла. Добрунка ҡолай. Иржик уны тынысландыра, уның менән ҡар бәрешеп уйнай һәм улар хушлаша. Буран башлана. Добрунка аҡланға килеп сыға һәм усаҡ тирәләй ултырған 12 туған-айҙы күрә. туғандар уны итәғәтле ҡаршы ала. Добрунка уларға яуыз үгәй әсәһенең урманға умырзаялар алып ҡайтырға ебәргәнен һөйләй. Туған-айҙар ҡыҙға ярҙам итергә була. Ғинуар апрелгә тылсымлы таяғын ваҡытлыса биреп тора. Апрель таяҡты һелтәп ебәрә һәм яҙ башлана, ҡар аҫтынан умырзаялар сыға. Апрель Добрункаға тылсымлы балдаҡ бүләк итә. Добрунка сәскәләрҙе кәрзингә йыя, туғандаға рәхмәт әйтә һәм ҡайтырға сыға. Ғинуар тылсымлы таяғын үҙенә ала һәм ҡабат ҡыш башлана[2].

Үгәй әсәй өйөндә Яңы йыл ҡаршылайҙар. Добрунка ҡайтып инә һәм ҡунаҡтарға сәскәләр бүләк итә Үгәй әсә менән Злобога уларҙың сәскәләрен тартып ала, ҡунаҡтар үпкәләп ҡайтып китә. Үгәй әсә менән уның ҡыҙы Добрунканан сәскәләрҙе, тылсымлы балдаҡты алып король һарайына китә[2].

Король һарайының ҙур шыршы ҡуйылған залы. Бороп ебәрелгән уйынсыҡтар бейей. Бронза рыцарҙар ҙа пьедесталдан төшөп бейей. Үгәй әсә менән Злобога умырзаялар күтәреп инә, йыйылыусылар тантана итә. Үгәй әсә менән Злобога вәғәҙә ителгән алтынды таптыра, әммә Иржик көрзинде Добрунканың ҡулында күреүен, тимәк сәскәләрҙе лә ул йыйыуын һөйләй. Королева барыһына ла урманға сәскә йыйырға барырға бойора, ә Үгәй әсә менән Злобога юл күрһәтергә тейеш була[2].

Барыһы менән бергә урманға Добрунка ла бара. Добрунканың үтенесе буйынса королева уға тылсымлы балдаҡты кире ҡайтарырға бойора. Добрунка балдаҡты ташлай һәм яҙ етә. Умырзаялар сәскә ата, әммә йыйылыусылар уларға ҡағылыу менән улар ҡарға әйләнә. Ғинуар килә, һыуыта һәм буран башлана. Ғинуар үгәй әсәгә һәм Злобоге эт тиреләрен бирә, улар талашып, эткә әүерелә. Эттәрҙе саналарға егеп, королева урмандан ҡайтып китә. Король һарайы кешеләре лә таралыша. Туған-айҙар сыға һәм Добрунка менән хушлаша. Иржик уны бейергә саҡыра. Барыһы ла бейей[2].

  1. 1 2 3 Ленинградский государственный ордена Ленина академический Малый оперный театр. Гос. музыкальное изд-во, 1961. — С. 102
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 Л. Энтeлиc Битов. Балет «Двенадцать месяцев» Архивная копия от 27 апрель 2021 на Wayback Machine // Belcanto.ru
  3. 1 2 3 4 Двенадцать месяцев // Балет: энциклопедия. / Гл. ред. Ю. Н. Григорович. — М.: Советская энциклопедия, 1981.
  • Вечеслова Т. Поэзия народной сказки // «Сов. культура», 19 июня 1954.
  • Томпакова О. Б. Битов. Двенадцать месяцев, Л., 1958.
  • Энтелис Л. А. Двенадцать месяцев // 100 балетных либретто / Редакторы: И. В. Голубовский, А. Б. Этина, корректор В. Г. Кравченко. — 2-е издание. — Москва: Музыка, 1971. — С. 65—67. — 306 с. — 75 000 экз.