2025 йыл конклавы

2025 йыл конклавы (итал. Conclave 2025; ингл. Conclave 2025) — 2025 йылдың 21 апрелендә Папа Франциск вафатынан һуң яңы Рим Папаһын һайлау өсөн йыйылған конклав (кардинал-һайлаусылар йыйыны).

undefined

Конклав ҡағиҙәләре

Конклав 1996 йылда Иоанн Павел II тарафынан баҫтырылған һәм Бенедикт XVI тарафынан яңыртылған «Universi Dominici Gregis» апостол конституцияһы нормаларына ярашлы саҡырылырға тейеш[1]. Конклав Рим Папаһының үлеменән йә отставкаһынан һуң 15 көндән дә иртәрәк һәм папа тәхете вакансияһынан 20 көндән дә һуңыраҡ түгел йыйылырға тейеш. Әгәр «бөтә кардинал-һайлаусылар ҙа йыйылыуы билдәле булһа», иртәрәк тә башланырға мөмкин[2].

80 йәштән йәшерәк кардиналдар ғына (кардинал-һайлаусылар булараҡ билдәле булған) конклавта тауыш бирә ала. Папаның үлеменән йәки отставкаһынан һуң Кардиналдар коллегияһы деканы бөтә кардиналдарға папа үлеме тураһында хәбәр итеү һәм конклавты йыйыу өсөн яуап бирә. Конклавты үткәрер өсөн кардинал-һайлаусылар мөмкин тиклем тиҙерәк Ватиканға килеп етергә һәм Изге Петр соборы төкәтмәһендә — Domus Sanctae Marthae урынлашырға тейеш[3]. Унда кардиналдарҙың тышҡы донъя менән бәйләнеше өҙөлгән — телефондар, телевизорҙар, радио һәм гәзиттәр конклав осоронда тыйыла[4].

Был юлы Кардиналдар коллегияһы деканы булып конклавты ойоштороусы 91 йәшлек Джованни Батиста Ре тора[5].

Конклав алдынан бөтә кардиналдар ҙа, шул иҫәптән 80 йәштән өлкәнерәктәр ҙә, генераль һәм шәхси «конгрегацияларҙа» ҡатнаша. Бөтә кардиналдар ҙа ингән «Генераль конгрегация», «Universi Dominici Gregis» апостол конституцияһына ярашлы, «мөһим мәсьәләләрҙе» хәл итә, ә «көн һайын йәки ваҡыт-ваҡыт тыуып торған бигүк мөһим булмаған һорауҙар» «шәхси конгрегацияла» хәл ителә.

Генеральная конгрегация, мәҫәлән, яңы Папаны һайлауға Сикстин капеллаһын әҙерләүгә яуап бирә, шулай уҡ «үҙҙәренең төплө ғилеме, аҡылы һәм әҡлаҡи абруйы менән билдәле» ике руханиға сираттағы Папаны һайлау һәм сиркәү юлыҡҡан проблемалар тураһында кардиналдар өсөн уй-фекерҙәр әҙерләргә ҡуша[2].

Белгестәр фекеренсә, 2025 йылғы конклавтың иң төп проблемаларының береһе булып католик сиркәүенең абруйын төшөрөүсе енси ғауғалар тора. «Папа тарафынан һайланған кандидаттың ошондай эштәргә ҡатнашы юҡ икәненә ныҡлы ышанырға буламы һуң?» — тип билдәләй Нотр-Дам университетындағы теология профессоры Ульрих Ленер[6].

Конклав кардиналдары ир енесенән булған теләһә ниндәй суҡындырылған католикты һайлай ала, әммә 1389 йылдан алып улар гел генә кардинал-коллегаһын һайлай. Папа һайлауын күҙәтеүселәр бер нисә кардиналды айырыуса мөмкин булған кандидат тип һанарға әүәҫ — был «папа булырға һәләтле» тип тәржемәләнгән итальян papabile һүҙенән күплектәге «папабилдәр». «Папабилдәр» матбуғат спекуляцияһы предметы булғас, Папа итеп үҙенә әллә ни иғтибар йүнәлтелмәгән кандидаттың һайланыуы тәбиғи хәл. Шулай Иоанн XXIII, Иоанн Павел I һәм Иоанн Павел II папабиль булмай[4].

2025 йылдың 21 апреленә Рим Католик сиркәүендә 252 кардинал иҫәпләнә, шуларҙың 135-е 80-дән йәшерәк. Шул уҡ ваҡытта Romano Pontifici eligendo апостол конституцияһы ҡабул ителгәндән алып конклавта иң күбе 120 кардинал ҡатнаша ала[7].

2025 йылда конклавтың күпмегә һуҙылыры билдәһеҙ. Мәҫәлән, 1268 йылғы конклав ике йылдан ашыу, ә 2013 йылғыһы ни бары ике көн бара[4].

Конклав хроникаһы

Конклав 2025 йылдың 7 майында иртән папны һайлау тураһында мессанан башланана. Мессала Кардиналдар коллегияһы деканы Джованни Баттиста Ре ҡатнаша[8].

undefined

Конклавта беренсе тауыш биреү 7 майҙа Мәскәү ваҡыты менән киске алтынсы яртыла үтә, әммә һөҙөмтә бирмәй — Сикстин капеллаһы торбаһынан ҡара төтөн сыға[9]. 8 майҙан башлап, һайлаусы кардиналдар көнөн дүрт тапҡыр тауыш бирә: иртән ике тапҡыр һәм көндөҙ ике тапҡыр[10].

Һайлауҙың икенсе туры 8 май иртән үтә, әммә шулай уҡ һөҙөмтә килтермәй[11]. Мәскәү ваҡыты менән сәғәи кмске 5-тәр тирәһендә конклав яңы Рим папаһын һайлауы билдәле була: Сикстин капеллаһының ҡыйығындағы торбанан аҡ төтөн сыға[12]. Папа Лев XIV итеп кардинал Роберт Фрэнсис Прево (Robert Francis Prevost) — тарихта беренсе тапҡыр сығышы менән АҠШ-тан булған понтифик һайлана. Уның исеме «папабилдәрҙең» тәүге тиҫтәһе исемлегендә булмай, шуға Америка кардиналының һайланыу көтөлмәгән хәл була.

2025 папабилдәре

2025 йылда киң мәғлүмәт сараларында баҫылған хәбәрҙәр буйынса, бер нисә «папабиль» иҫәпләнә, улар араһында иң йыш телгә алынғандары:

Кардинал Пьетро Паролин (Италия) — «Ватикандың тиңе булмаған дипломаты» тип һанайҙар. 70 йәшлек кардинал Папа Францисктың дәүләт секретары була. 2015 йылда АҠШ һәм Куба араһындағы ҡырҡыу мөнәсәбәттәрҙе яйлауҙа, шулай уҡ 2018 йылда Ватикан менән Ҡытай килешеүен әҙерләүҙә ҡатнаша[13].

Кардинал Луис Антонио Тагле (Филиппин) — инклюзивлыҡ һәм евангелизация яҡлы һанала, Халыҡтарҙы евангелизациялау конгрегацияһын етәкләү тәжрибәһенә эйә. 67 йәшлек кардинал Францисктың әйләнә-тирәһендә ышаныслы кеше булып һанала[6].

Кардинал Петер Эрдё (Венгрия) — 72 йәшлек ҡануни хоҡуҡ ғалимы, традицион католик ғилеме һәм доктриналары яҡлы кеше. Элегерәк Европа епископ конференциялары советы башлығы урынын биләй, унда ортодоксаль ҡараштар яҡлы була[6].

Кардинал Питер Тарксон (Гана) — 76 йәшлек Тәүрат белгесе яғымлы һәм йомшаҡ кеше булараҡ билдәле. Әммә гомосексуализмға, экологияға һәм социаль ғәҙеллеккә либераль ҡараштары уны ҡайһы бер башҡа кардиналдарға, шулай уҡ үҙ иле Ганалағы епископтарға ҡаршы ҡуя. Шул уҡ ваҡытта донъяла сираттағы Папаның католиктар һаны артыусы Африканан булыу ихтималы тураһында күп һүҙҙәр йөрөй. Һуңғы ҡуңыр йөҙлө понтифик 492—496 йылдарҙа милләте буйынса бербер булған Папа Геласий I була[6].

Кардинал Марио Грек (Мальта) — Мальта епископтары синодының генераль секретары, 68 йәш. Францисктың Сиркәүҙәге реформалары яҡлы.

Кардинал Хуан Хосе Омелья (Испания) — Барселона архиепискобы, 79 йәш. Үҙен рухани хеҙмәтенә, социаль ғәҙеллек һәм католицизмды мәрхәмәтлелек һәм инклюзив кәүҙәләнеш аша тормошҡа ашырыуға арнап, тыйнаҡ йәшәү рәүеше алып бара. Сиркәүҙәге енси көслөк өсөн күп тапҡырҙар ғәфү үтенә, ләкин зыян күргән балалар һаны арттырылып күрһәтелә тип һанай, сөнки Сиркәүҙәге эске тикшереү 1940 йылдарҙан алып 927 ҡорбанды асыҡлай. «Һәр хәлдә, һандар бер ни хәл итмәй. Иң мөһиме — кешеләр һәм мөмкин тиклем күберәк әхлаҡи зыянды ҡаплау», — ти ул. Уның һүҙҙәренсә, ғәйепләү — хәлдән сығыу юлы түгел: «Проблема Сиркәүҙә түгел, ә, дөйөм алғанда, йәмғиәттә». 2023 йылда Франциск Омельяны понтификка сиркәү менән идара итеү мәсьәләләре буйынса кәңәш биреүсе туғыҙ кешенән торған Кардинал-консультанттар советына ҡушылырға саҡыра.

Маттео Мария Дзуппи (Италия) — Болонья архиепискобы, 69 йәш. Итальян киң мәғлүмәт саралары уның Папа Франциск (Хорхе Марио Бергольо) менән яҡын булыуынан «итальян Бергольоһы» тип атап йөрөтә башлай. Тыныслыҡ һәм ғәҙеллек яҡлы булған бөтә донъя католик төркөмө — Изге Эгидий общинаһы менән тығыҙ бәйләнгән. Рәсәй-украин низағы буйынса Папа вәкиле.

Жан-Марк Авелин (Франция) — Марсель архиепискобы, 66 йәш. Үҙенең ябайлығы, еңел аралашыуы, шаяртырға әүәҫ булыуы һәм Францискка айырыуса иммиграция һәм мосолман донъяһы менән бәйләнештәр буйынса идеологик йәһәттән яҡын булыуы менән билдәле. Ул шулай уҡ теология буйынса доктор дәрәжәһе һәм философия буйынса дәрәжәһе булған етди интеллектуал һанала[14].

2025 йылдың 21 апреленә илдәр һәм төбәктәр буйынса конклав составы
     Италия 17
     Башҡа Европа 36
     Төньяҡ Америка 20
     Көньяҡ Америка 17
     Африка 18
     Азия 23
     Океания 4
Һайлаусылар бөтәһе 135

Иҫкәрмәләр

  1. Losacco, Riccardo Maria. Что такое Конклав и как избирается новый Папа? (21 апрель 2025). 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 Cindy Wooden. Pope Francis has died. Here’s what happens next. - OSV News (билдәһеҙ). www.osvnews.com (21 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
  3. Papal Conclave: how the next pope is elected (24 февраль 2025). 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  4. 1 2 3 How is a new pope chosen? The papal conclave process explained. (21 апрель 2025). 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  5. What happens after a Pope dies: The Vatican’s process of papal succession explained - CNBC TV18 (21 апрель 2025). 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  6. 1 2 3 4 The Next Pope: Who Are The Frontrunners to Succeed Pope Francis? (ингл.). The Newsweek (21 апрель 2025).
  7. Here's how a conclave elects a new pope | CBC News. 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  8. Pro eligendo Pontifice: выборы Папы – это возвращение Петра - Vatican News (7 май 2025). 7 май 2025 тикшерелгән.
  9. Первое голосование на выборах Папы Римского не принесло результата. 7 май 2025 тикшерелгән.
  10. Sistine Chapel prepared to host Cardinals for conclave on May 7 - Vatican News (3 май 2025). 7 май 2025 тикшерелгән.
  11. Второй тур голосования на конклаве не привел к избранию Папы Римского (8 май 2025). 8 май 2025 тикшерелгән.
  12. В Ватикане избрали нового папу римского (8 май 2025). 8 май 2025 тикшерелгән.
  13. Who will the next pope be – and how are they chosen? (5 апрель 2023). 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  14. Who might succeed Pope Francis? Nine possible candidates (ингл.). Reuter's (21 апрель 2025).

Категориялар