Франциск (Рим папаһы)

Франци́ск (лат. Franciscus, итал. Francesco), һайланғанға тиклем — Хо́рхе Ма́рио Берго́льо (исп. Jorge Mario Bergoglio;) — 266-сы Рим Папаһы. 2013 йылдың 13 мартында һайланған. Тарихта Яңы Донъянан беренсе һәм 1200 йылдан ашыу осорҙа Европанан булмаған папа (731 йылдан 741 йылға тиклем хакимлыҡ иткән Сүриә кешеһе Григорий III һуң)[5]. Беренсе иезуит-папа. Григорий XVI (1831 — 1846) осоронан һуң тәүге монах-папа[6].

2025 йылдың 21 апрелендә вафат була[7].

Биографияһы

undefined

Хорхе Марио Бергольо 1936 йылдың 17 декабрендә Буэнос-Айреста итальян эмигранты, тимер юл эшсеһе Марио Джузеппе Бергольо һәм уның ҡатыны Реджина Мария Сивори ғаиләһендә тыуа.

Биш баланың иң кесеһе[8]. Химик-технолог дипломын ала.

Буэнос-Айрестағы Вилья-Девото семинарияһында уҡый.

1958 йылдың 11 мартында иезуиттар ордены сафына баҫа[9]. Артабан Буэнос-Айрестағы Изге Иосиф колледжында белем алыуын дауам итә, унда философия буйынса лиценциат дәрәжәһен ала.

Буэнос-Айрестың өс католик колледжында әҙәбиәт, философия һәм теологиянан уҡыта. Испансанан тыш, итальян һәм немец телдәрендә иркен һөйләшә.

Рим Папаһы Франциск үҙенең кешеләрҙе сиркәүгә ылыҡтырыу һәләте асылғанға тиклем күп йылдар элек Аргентинала төнгө клубта һаҡсы, шулай уҡ йыйыштырыусы һәм лаборант булып эшләүен һөйләй[10].

Иезуит

1969 йылдың 13 декабрендә Бергольо руханиҙар сафына алына. Аргентинаның баш ҡалаһында Сан-Мигель колледжының теология факультеты профессоры итеп тәғәйенләнә. 1970 йылдарҙа Аргентинаның иезуит орденында төрлө вазифалар биләй.

Иезуит орденының етәкселеге, Хорхе Марионың лидерлыҡ сифаттары менән тәьҫирләнеп, Бергольоның статусын күтәрә. 1980 йылда ул үҙенең альма-матеры Изге Иосиф семинарияһының ректоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны 1986 йылға тиклем етәкләй. Артабан Германияла докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Тыуған иленә Кордова архиепископияһының тәүбә иттереүсеһе һәм дини директоры булып ҡайта.

Епископ

undefined

1992 йылдың 20 майында Бергольоны Ауканың титуляр епискобы титулы менән Буэнос-Айрестың ярҙамсыл епискобы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул 1992 йылдың 27 июнендә Буэнос-Айрестың кафедраль соборында Буэнос-Айрес архиепискобы кардинал Антонио Кваррасино тарафынан епископтар сафына алына. Кардинал Кваррасиноның тиҙҙән үҙенең хеҙмәт бурыстарын үтәүҙе тамамлары билдәле булғас, 1997 йылдың 3 июнендә Бергольены Буэнос-Айрес архиепискобының коадъюторы (епархияны етәкләү хоҡуғы булған епископ) итеп тәғәйенләйҙәр.

Кардинал Кваррасиноның үлеменән һуң 1998 йылдың 28 июнендә Буэнос-Айрестың яңы архиепискобы була. 1998 йылдың 6 ноябрендә Аргентинала үҙҙәренең иерархы (шул иҫәптән рус католиктары миссиялары) булмаған көнсығыш йолалары католиктары ординарийы итеп тәғәйенләнә[11][12][13])

Кардинал

undefined

2001 йылдың 21 февралендә Рим Папаһы Иоанн Павел II Бергольоны Ватикандағы консистория кардиналы итеп үрләтә. Ул Сан-Роберто-Беллармино сиркәүе титулын ала.

Кардинал Бергольо Рим курияһында бер юлы бер нисә административ вазифаға тәғәйенләнә. Ул Руханиҙар эштәре буйынса конгрегация, Ғибәҙәт ҡылыу һәм серҙәр тәртибе конгрегацияһы, Апостол тормошо йәмғиәттәре һәм арнау тормошо институттары конгрегацияһы ағзаһы булып тора. Бергольо шулай уҡ Латин Америкаһы комиссияһы һәм Ғаилә эштәре буйынса Папа советы ағзаһы ла була.

Кардинал Бергольо үҙенең баҫалҡылығы, доктриналь консерватизмы һәм социаль ғәҙеллек эшенә тоғролоғо менән билдәле була. Уның абруйына билдәле бер өлөш индергән үтә ябай тормош алып бара. Архиепископ һарайынан бик айырылып торған бәләкәй генә фатирҙа йәшәй, йәмәғәт транспорты файҙаһына шоферы менән шәхси лимузиндан баш тарта һәм, әйтеүҙәренсә, үҙенә ашарға ла бешерә.

2005 йылдың 15 апрелендә кеше хоҡуҡтары буйынса адвокат, 1976 йылда ике иезуит руханиһын урлаған хәрби хунта менән һүҙ беркетеүҙә ғәйепләп, Бергольоға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғата[14]. 2013 йылдың 17 мартында был эште тикшереү менән шөғөлләнгән аргентин судьяһы Херман Кастелли La Nacion гәзитенә биргән интервьюла «(Рим Папаһы) Хорхе Бергольо был руханиҙарҙы „һатҡан“ тигән белдереү тотошлай ялған. Беҙ бөтәһен дә анализланыҡ, был фаразды тыңланыҡ, ап-асҡ дәлилдәргә күҙ һалдыҡ һәм уның эш итеүе ул осраҡта юридик яҡтан енәйәттә ҡатнашыу тип һаналмай. Әгәр улай булмаһа, беҙ был турала хәбәр итер инек» тигән[15][16][17].

Папабиль

undefined

Рим Папаһы Иоанн Павел II үлгәндән һуң Бергольо, кардинал-һайлаусы булараҡ, 2005 йылғы Папа конклавында ҡатнашыу өсөн Ватиканға саҡырыла. Бергольо папабиль булып һаналһа ла, Конклав яңы папа итеп кардинал Йозеф Ратцингерҙы һайлай. Әммә Конклавтың бер кардинал-һайлаусыһының 2005 йылдың сентябрендә баҫылып сыҡҡан һәм ысынлығы теүәл генә билдәле булмаған аноним көндәлеге[18] Бергольоның Конклавта Ратцингерҙың төп ярышташы булғанын күрһәтә.

Был документтан күренеүенсә, Бергольо өсөнсө һайлау турында 40 тауыш йыйған, әммә хәл иткес дүртенсе турҙа уның күрһәткесе 26 тауыш ҡына булған.

2005 йылғы Епископтар синоды осоронда Бергольо синодтан һуң төҙөлгән совет ағзаһы итеп һайлана. 2005 йылдың 8 ноябрендә өс йыллыҡ срокка (2005—2008) Аргентинаның Епископтар конференцияһын етәкләй.

Бенедикт XVI вазифаһынан баш тартҡас, 2013 йылғы конклавта шулай уҡ (башҡа күп дәғүәселәр араһында) папабилдәр исемлегенә инә[19] һәм был юлы һайлана.

Рим папаһы итеп һайланыуы

Рим папаһы итеп 2013 йылдың 13 мартында һайлана. Папа Изге Ассизи Францискыһы хөрмәтенә Франциск (лат. Franciscus) исемен ала[20].

Бындай исем — папалыҡ тарихында беренсеһе, шуныһы: Франциск I һанын ҡулланмаҫҡа була. Уның исеме был һан аҫтында киләсәктә Франциск II исемле папа барлыҡҡа килгәс кенә йөрөтөлә башлаясаҡ. Франциск — Иезуиттар ордены вәкиле, шулай уҡ Яңы Донъянан булған беренсе папа.

undefined


Папа Францисктың интронизацияһы 2013 йылдың 19 мартында уҙғарыла.

Понтификат

Кардиналдарҙың уның бигерәк күп мыҫҡыллауҙарға дусар ителеренә борсолоуҙары сәбәпле, Франциск социаль селтәрҙәрҙә аккаунт булдырмаҫҡа хәл итә. Әммә 2019 йылдың 21 ғинуарында Рим Папаһы Франциск «Баҫ та доға ҡыл» (Click to pray) махсус доға сайты һәм тейешле мобиль ҡушымталар эшләй башлауын иғлан итә. Понтифик традицион йәкшәмбе вәғәзе мәлендә ҡулына планшет тотоп башланғысты шәхсән тәҡдим итә[21].

2014 йылдың 19 авгусында Франциск журналистарға, үҙенән алдағы папа кеүек үк, һаулыҡ торошо арҡаһында тәхеттән баш тартыу ихтималы тураһында хәбәр итә.

2015 йылдың сентябрендә понтифик Гаванала ғүмеренең һуңғы йылдарында халыҡ алдында йыш күренмәгән 89 йәшлек Фидель Кастроның резиденцияһында була[22].

2015 йылда уның етәкселегендә никахты ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу процесын еңеләйткән реформа үткәрелә. 2016 йылдың 8 апрелендә Францисктың ғаилә һәм уның хәҙерге донъяла тотҡан урыны мәсьәләләренә арналған Amoris laetitia (лат. Мөхәббәт ҡыуанысы) тигән апостол өгөт-нәсихәте баҫылып сыға[23][24].

2013 йылдың октябрендә вәғәҙә ителгән идара итеү реформаһы һәм ришүәтселеккә ҡаршы көрәш сиктәрендә Дини эштәр институты (Ватикан банкыһы) үҙенең тарихында беренсе тапҡыр йыллыҡ отчет баҫтыра. 2015 йылдың декабрендә Франциск тәүгә Ватикандың консолидацияланған финанс отчетлығына тышҡы аудит тәғәйенләй (был эште үткәреүгә PricewaterhouseCoopers аудитор компанияһы һайлана).

2016 йылдың 12 февралендә Гаванала Франциск Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл менән осраша. Рус православие һәм Католик сиркәүҙәре тарихында бындай кимәлдәге осрашыу беренсегә була.

Франциск шулай уҡ 2018 йылдың авгусында үлем язаһына ҡаршы сыға. Уның был позицияһы практик һөҙөмтәгә килтерә: Нью-Йорк штаты (АҠШ-тың халыҡ һаны буйынса 4-се штаты) губернаторы Эндрю Куомо, Папаға теләктәшлек белдереп, шул уҡ айҙа штатта үлем язаһын юҡҡа сығарыу тураһында закон проектын тәҡдим итергә вәғәҙәләй[25].

Франциск Пий XII понтификатының Икенсе донъя һуғышы осорона тура килгән документтарының ваҡытынан алда серен асырға фарман бирә[26][27].

2022 йылдың мартында Украинаның хәрби эшмәкәрлегенә яуап итеп, Франциск Изге Тәхеттәге Рәсәй илселегендә була, был «ғүмерҙә булмаған аҙым» тип баһалана[28]. Франциск Украина президенты Зеленскийға «теләктәшлек» белдереп һәм Ватикан «һөйләшеүҙәр өсөн киңлек» табырға тырыша тип шылтырата[29]. «Изге Тәхет тыныслыҡҡа хеҙмәт итер өсөн барыһын да эшләргә әҙер», — ти Папа[30] һәм март башында ике юғары дәрәжәле кардиналды Украинаға ярҙамға ебәререн хәбәр итте[31].

2022 йылдың июлендә Канадаға апостол визиты ахырында Франциск: «Был сәфәр һынау кеүек булды… ысын, бындай хәлдә сәйәхәт итергә ярамай», — ти һәм, һаулығы торошона бәйле, тәхеттән баш тартыу ихтималын хәбәр итә. Артроз диагнозы ҡуйылыу сәбәпле, Рим Папаһы кресло-коляскала хәрәкәт итә[32].

2025 йылдың 14 февралендә респиратор инфекция менән Римдең Джемелли клиникаһына госпитализациялана. 2025 йылдың 6 мартында Ватикандың матбуғат хеҙмәте понтификтың хәле тотороҡло тип хәбәр итте[33].

Папа Франциск 14 февралдән бирле булған учреждениенан сығыр алдынан госпитализациянан һуң тәүге тапҡыр Римдең Джемелли дауаханаһы балконында күренә. Йыйылған кешеләрҙе сәләмләгәс, фатихаһын бирә һәм аҫта майҙанда йыйылған өс меңгә яҡын кешегә «баш бармағын өҫкә» күрһәтә. Бынан һуң Санта-Мария-Маджоре базиликаһына юллана, унда Папа базиликаһы коадъюторы-архиепискобы кардинал Роландас Макрицкас менән осраша, ҡайғыртҡаны һәм һаҡлағаны өсөн Мария Salus Populi Romani тәреһе алдына һалыр өсөн сәскә тапшыра[34].

Әхлаҡи һәм социаль мәсьәләләр буйынса позицияһы

undefined
undefined

Эволюция теорияһы

2014 йылдың 29 октябрендә Понтификтың фәндәр академияһында сығышы барышында Рим Папаһы Франциск һүҙмә-һүҙ: «Йәшәйеш китабын уҡығанда Аллаһты донъяны тылсым таяғы ярҙамында тыуҙырған һәм телеһе нимә эшләргә һәләтле тылсымсы сифатында күҙ алдына килтереү хәүефе тыуа. Әммә был улай түгел».

Азат итеү теологияһы

Бергольо — үҙенең карьераһы башында уҡ «азат итеү теологияһынан» алыҫлашҡан оҫта дин белгесе. Белгестәр уның Comunione e Liberazione консерватив донъяуи хәрәкәтенә яҡын тороуын билдәләй.

Аборттар һәм эвтаназия

Кардинал Бергольо үҙенең руханиҙарын һәм мәхәллә халҡын аборттарға и һәм эвтаназияға ҡаршы сығырға саҡыра[35].

Енси аҙсылыҡҡа мөнәсәбәте

Баштан уҡ ҡәтғи рәүештә 2010 йылда Аргентина хөкүмәте тарафынан ғәмәлгә индерелгән бер енесле никахтарҙы рөхсәт итеүсе ҡануниәткә ҡаршы сығыш яһай. Буэнос-Айрес монастырҙарына хатында: «Әйҙәгеҙ, бер ҡатлы булмайыҡ, беҙ ябай сәйәси көрәш тураһында һүҙ алып бармайбыҙ, был — Аллаһ планына ҡаршы емергес дәғүә. Бында ҡанундың ябай проекты тураһында һүҙ алып барылмай, ә Аллаһ балаларын юлдан яҙҙырырға һәм алдарға тырышҡан ҙур ялған тураһында», — тип яҙа. Ул шулай уҡ бер енесле ғаиләләрҙең бала алып тәрбиәләүе балаларға ҡарата дискриминацияның бер формаһы булып тороуына баҫым яһай.

2023 йылдың 18 декабрендә Франциск Fiducia Supplicans доктрина мәсьәләләре буйынса католик руханиҙарына «нормаларға тап килмәгән», шул иҫәптән бер енесле, никахтарға фатиха биреүҙе рөхсәт иткән[36] декларацияны хуплай[37]. Документта шундай иҫкәрмә бар, бындай фатиха венчаниеға оҡшарға тейеш түгел[38].

Социаль ғәҙеллек

Бергольо эҙмә-эҙлекле фәҡирҙәргә теләктәшлек белдерһә лә, ҡайһы бер күҙәтеүселәр уның социаль ғәҙеллек проблемаларына ҙур иғтибар бирмәүенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Сәйәси иҡтисад мәсьәләләре буйынса аныҡ позицияһын белдермәйенсә, Бергольо динилек һәм изгелектең мөһимлеген айырып әйтеүҙе өҫтөн һанай, шулай бының тәбиғи рәүештә ярлыларҙың яфаланыуҙарына нығыраҡ миһырбанлыҡ күрһәтеүгә булышлыҡ итеренә иҫәп тота. Шулай ҙа ул социаль программаларҙы хуплап, асыҡтан-асыҡ ирекле баҙар сәйәсәтенең ғәҙел булыуына шик белдерә.

2014 йылдың ноябрендә Папа Франциск Ватикандың үҙәгендә — Изге Петр майҙанында — йортһоҙҙар өсөн өс душ кабинаһы ҡуйырға ҡуша. Шулай уҡ Франциск башланғысы менән бөтә Рим[39] буйынса сиркәү мәхәлләләрендә өйһөҙҙәр өсөн душ кабиналары урынлаштырыла.

Никахһыҙ тыуған балалар тураһында фекерҙәре

Никахһыҙ тыуған балаларҙы суҡындырыуҙан баш тартҡан руханиҙарҙы тәнҡитләп, кардинал Бергольо ирһеҙ әсәйҙәрҙең аборт яһатмайынса, балаға ғүмер биреп дөрөҫ эшләүҙәрен һәм Сиркәү уларҙы ситкә типмәҫкә тейешлеген раҫлай[40][41].

Католик традиционализмы

Кардинал Бергольо Бенедикт XVI яҙған motu proprio Summorum Pontificum апостол хатына донъяла епископтар араһында беренселәрҙән булып папаның motu proprio иғлан итеүенән һуң ике көн эсендә Буэнос-Айреста даими традицион латин көндөҙгө ғибәҙәт ҡылыуын индереү юлы менән яуап бирә[42].

Рәсәйгә мөнәсәбәте

Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Кирилл менән уникаль осрашыуынан тыш, Франциск, Рим-католик һәм Рус православие сиркәүҙәре араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур әһәмиәт биреүен белдерә[43].

undefined
undefined
undefined
undefined

Энцикликалары

  • Evangelii gaudium (2013) — хәҙерге донъяла Инжил таратыу тураһында
  • Lumen Fidei (2013) — дин тураһында (Папа Бенедикт XVI менән берлектә)
  • Laudato si’ (2015) — экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары тураһында
  • Fratelli tutti (Бөтә туғандар) (2020) — дөйөм туғанлыҡ һәм социаль дуҫлыҡ тураһында

Наградалары

Forbes журналы баҫтырған донъялағы иң абруйлы кешеләр исемлегендә 2018 йылда Папа Франциск 6-сы урында тора, ә 2014 һәм 2015 йылдарҙа рейтингтың 4-се баҫҡысында ине[44].

  • Анд Кондоры милли ордены сылбыры кавалеры (Боливия, 2015 йылдың 8 июле)[45]
  • «Луис Эспиналь Кампс ата» ҡаҙаныштар ордены (Боливия, 2015 йылдың 8 июле)[46]
  • Бөйөк Карл исемендәге халыҡ-ара премия (Германия, 2016)
  • Йылмайыу ордены (Польша, 2016 йылдың 26 апреле)[47].

Шәхси тормошо

  • Билдәле футболсы Альфредо Ди Стефано (1926—2014) менән бер мәктәптә уҡый[48].
  • Буэнос-Айрестан «Сан-Лоренсо» аргентина футбол клубы көйәрмәне иҫәпләнә[8][49]. 2008 йылда Изге Лаврентий хөрмәтенә аталған һәм 1908 йылда рухани Лоренсо Масса булышлығында барлыҡҡа килгән клубтың көйәрмәндәр командаһының рәсми ағзаһы була.
  • 1990 йылда Изге Кармель Ҡыҙына ант итеп, телевизор ҡарауҙан баш тарта[50].

Документаль фильмдар

  • 2017 — Франциск, ярлылар Папаһы, Байҙар Ватиканы / François, pape des pauvres, Vatican des riches (реж. Энтони Форестье / Anthony Forestier) — «Портреты / Grands portraits» циклынан
  • 2018 — Папа Франциск. Һүҙендә торған кеше / Pope Francis: A Man of His Word (реж. Вим Вендерс)
  • 2021 — Франческо (фильм, 2020) (реж. Евгений Афинеевский)

Нәфис фильмдар

  • «Ике Папа» (2019) — режиссёр Фернанду Мейреллиш фильмы

Үлеме

Рим Папаһы Франциск 2025 йылдың 21 апрелендә 88 йәшендә Ватикандағы резиденцияһында вафат була. Үлеренә бер көн ҡалғас, понтифик Пасха уңайынан диндарҙар алдына сыға, Ватикандағы Изге Петр базиликаһы балконынан сығыш яһай[51]. Шулай уҡ 20 апрелдә Рим Папаһы Франциск Пасха уңайынан ҡотлауҙар менән алмашыу өсөн АҠШ-тың вице-президенты Джей Ди Вэнс менән осраша[52].

Конклав

Папа Францисктың вафатынан һуң яңы Рим Папаһын һайлау өсөн конклав йыйыла. 2025 йыл конклавының күпмегә һуҙылыры билдәһеҙ, сөнки 1268 йылғы конклав ике йылдан ашыу, ә 2013 йылғыһы ни бары ике көн бара[53].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Franciskus // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  2. 1 2 Francis I pope // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 1 2 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Pope Francis Jorge Mario Bergoglio, S.J. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2013. Архивировано 14 декабрь 2017 года.
  5. Rachel Donadio. The New Pope: Bergoglio of Argentina (ингл.). The New York Times (13 март 2013). — «He is also the first non-European leader of the church in more than 1,200 years». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2023. Архивировано 15 март 2013 года.
  6. Roma {Rome} (Latin (or Roman) Diocese) (ингл.). Catholic-Hierarchy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2019.
  7. Умер папа римский. 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  8. 1 2 Папа Франциск: аскет, иезуит и страстный поклонник футбола. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2019. Архивировано 22 сентябрь 2020 года.
  9. Новым папой римским избран Хорхе Марио Бергольо. Коммерсантъ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2022. Архивировано 7 ғинуар 2022 года.
  10. Папа Римский: раньше я работал вышибалой в ночном клубе. Газета.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2019. Архивировано 12 май 2021 года.
  11. Ordinariato para los fieles de ritos orientales desprovistos de Ordinario del propio rito/Agencia Informativa Católica Argentina (AICA) (исп.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2013. Архивировано из оригинала 14 июнь 2015 года.
  12. [1] Архивная копия от 2 ноябрь 2019 на Wayback MachineКолупаев В. Е. АРГЕНТИНА: Южная Америка // Католические общины византийского обряда и русская диаспора
  13. Папа Бергольо, восточные католики и русские в Аргентине. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2013. Архивировано из оригинала 17 май 2013 года.
  14. Argentine Cardinal Named in Kidnap Lawsuit  (инг.), Los Angeles Times (17 April 2005). 9 апрель 2019 тикшерелгән.
  15. Ведомости. Аргентинский судья заявил о непричастности папы к преступлениям хунты (17 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2019. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.
  16. Аргентинский судья опроверг слухи о причастности Папы к преступлениям хунты. Взгляд. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2019. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.
  17. Папа непричастен к преступлениям хунты - аргентинский судья. www.aif.ru (16 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2019. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.
  18. Cardinal breaks conclave vow of secrecy (ингл.). CNN (23 сентябрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2013. Архивировано из оригинала 1 октябрь 2005 года.
  19. Michael Brendan Dougherty. One Of These Men Will Be The Next Pope (ингл.). Business Insider (11 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2023. Архивировано 28 апрель 2022 года.
  20. Радио Ватикана. Папа рассказал СМИ, почему он выбрал себе имя Франциск, и объяснил, кто главный в Церкви. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2013. Архивировано 19 март 2013 года.
  21. "Кликни и молись". Папа Римский Франциск объявил о запуске сайта и приложений для молитв. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2019. Архивировано 21 апрель 2019 года.
  22. Папа Римский Франциск во время визита на Кубу встретился с Фиделем Кастро Архивная копия от 25 сентябрь 2015 на Wayback Machine // Первый канал. 21 сентября 2015
  23. Pope Francis' Apostolic Exhortation on The Joy of Love (ингл.). Vatican Radio (8 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2016. Архивировано 7 март 2018 года.
  24. Увещание папы Франциска по проблемам семьи представлено в Ватикане. РИА Новости (8 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2016. Архивировано 29 июнь 2018 года.
  25. Le Gouverneur Cuomo présentera un projet de loi visant à supprimer la peine de mort de la législation de l'État en solidarité avec le Pape François (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2018. Архивировано 9 август 2018 года.
  26. Пушкарская Е. «Церковь не боится истории» // Огонек. — 2020. — № 10 (5602). — С. 22.
  27. Пушкарская Е. «Церковь не боится истории» // Огонек. — 2020. — № 10 (5602). — С. 22 — 23.
  28. Pullella, Philip. Departing from protocol, pope goes to Russian embassy over Ukraine (25 февраль 2022). 13 апрель 2022 тикшерелгән.
  29. Pope Francis calls Ukraine's President Zelensky to express 'sorrow' amid war (ингл.). National Catholic Reporter (26 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2022. Архивировано 14 май 2022 года.
  30. Pullella, Philip. Pope Francis says 'rivers of blood' flowing in Ukraine war (6 март 2022). 13 апрель 2022 тикшерелгән.
  31. Украина: миссия кардиналов Краевского и Черни. Vatican News (7 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2022. Архивировано 13 апрель 2022 года.
  32. СМИ: папа римский допустил возможность отречения из-за проблем со здоровьем (30 июль 2022). 30 июль 2022 тикшерелгән.
  33. В Ватикане сообщили об улучшении состояния папы римского (8 март 2025). 9 март 2025 тикшерелгән.
  34. Pope Francis makes first public greeting and blessing from hospital - Vatican News (23 март 2025). 23 март 2025 тикшерелгән.
  35. Le cardinal Bergoglio invite à défendre la culture de la vie avec ardeur (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 7 август 2011 года.
  36. Папа Римский разрешил священникам благословлять однополые пары. РБК (19 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
  37. Doctrinal declaration opens possibility to bless couples in irregular situations. Vatican News (18 декабрь 2023).
  38. Папа Римский разрешил священникам благословлять однополые пары. РБК (19 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
  39. Italy’s homeless to get showers at the Vatican (ингл.). The Local. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2014. Архивировано 17 ноябрь 2014 года.
  40. Fox News. Francis is first pope from the Americas. 8 июнь 2013 тикшерелгән.
  41. ABC News. Francis Becomes First Latin American Pope. 8 июнь 2013 тикшерелгән.
  42. Rubin, Sergio. Regresó la misa en latín, con mujeres cubiertas por mantillas (17 сентябрь 2007). 14 март 2013 тикшерелгән.
  43. Папа Римский высказал свое доверие к России и ее народу  (рус.), Российская газета (12 май 2017). 24 октябрь 2017 тикшерелгән.
  44. Самые влиятельные люди мира 2018 Форбс. www.stevsky.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2019. Архивировано 2 февраль 2019 года.
  45. Presidente Evo Morales distingue con el Cóndor de Los Andes al Papa Francisco (исп.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2015. Архивировано из оригинала 9 июль 2015 года.
  46. https://web.archive.org/web/20150709162549/http://www.presidencia.gob.bo/fuente/noticia.php?cod=3363#contenido
  47. Pope Francis receives Order of the Smile. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2016 года.
  48. Ди Стефано заявил, что, возможно, играл в футбол с новым Папой Римским. Р-Спорт (18 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2013. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года.
  49. Нового Папу отличают строгость и любовь к футболу — помощник Бергольо. РИА Новости (14 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2013.
  50. Папа римский Франциск 25 лет назад дал обет об отказе от телевизора. Интерфакс (26 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2022. Архивировано 16 ғинуар 2022 года.
  51. Умер папа римский. 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  52. Вэнс и папа римский Франциск провели частную встречу (20 апрель 2025). 21 апрель 2025 тикшерелгән.
  53. How is a new pope chosen? The papal conclave process explained. (21 апрель 2025). 21 апрель 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар