361-се уҡсылар дивизияһы (1-се формированиела )
361-се уҡсылар дивизияһы (1-се формированиела) | |
---|---|
Наградалары: | |
Ғәскәр: |
ҡоро ер |
Ғәскәр төрө: | пехота |
Ойошторолған: |
1941 йылдың сентябрь айы |
Таратылған: | 1942 йылдың 17 марты |
Һуңынан килеүсе: | 21-се гвардия уҡсылар дивизияһы |
Хәрби юлы | |
Бөйөк Ватан һуғышы |
361-се уҡсылар дивизияһы (1-се ойошторолғаны) — СССР-ҙың. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ғәскәри берләшмәһе
Ойошторолоу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында Башҡорт АССР-ында (Волга буйы хәрби округында) СССР Дәүләт оборона комитетының 11.08.1941йылғы 459сс һанлы постановлениеһын үтәү барышында ойошторола [1].
Башҡортостан эшсәндәре, бөтә совет кешеләре кеүек, Ҡыҙыл Армия сафтарына ҙур илһөйәрлек тойғолары менән килә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш пункттарында, предприятиеларҙа, колхозарҙа- бөтә ерҙә фронтҡа китеүселәрҙе оҙатыу Тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ тойғоһон күрһәтә ине.… Күп кенә хеҙмәт итергә тейеш кешеләр повестка көтөп тормай, военкоматҡа килеп, фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. …Йылы август көнө. Өфөнөң Киров районы саҡырылыш пункты. Бөтә ерҙә сәскәләр, плакаттар. Ишек өҫтөндә ҙур плакат: « Бөтә халыҡ көсөн- дошманды ҡыйратыуға! Алға, беҙҙең еңеү өсөн!» ( «Все силы народа — на разгром врага! Вперед, за нашу победу!»). Саҡырылыш комиссияһы өҫтәле янына бик ныҡ тулҡынланған республиканың финанстар халыҡ комиссариаты хеҙмәткәре, граждандар һуғышында ҡатнашҡан Б. Х. Ҡудашев килә. Ул бөтә спорт төрҙәре менән дә шөғөлләнеүе, шәп атыуы тураһында һөйләй, тыуған ил өсөн батырҙарса һуғышасағын белдерә. Уның борсолоуы аңлашыла, сөнки ул инде бер нисә тапҡыр Ҡыҙыл Армииға алыуҙарын һорап ғариза яҙған. Уның үтенесен ҡәнәғәтләндерәләр. Ҡудашев 361-се уҡсы дивизияның 1204-се полкына һыбайлы разведка взводы командиры итеп тәғәйенләнә.
Саҡырылыш пунктына оҙон буйлы кеше инә. Был Шәһиҙулла Ғатауллин, шофер. Уға 42 йәш, ул граждандар һуғышында ҡатнашҡан.Һуғыштың беренсе көнөндә үк фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, военкоматҡа ғариза яҙған. «Саҡырырбыҙ» тигәндәр. Ниһәйәт, уны Ҡыҙыл Армияға алғандар.— Василевский А. А. 21-я гвардейская[2]
Дәүләт банкының Үрге Тәтешле бүлек мөдире В. С. Ихсанов былай тип иҫкә ала:
« 1941 йылдың сентябрь башында беҙҙең Үрге Тәтешле ауылынан 14 кеше хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Был төркөм минең етәкселектәв Өфөгә 361-се уҡсы дивизияһына юлланды. Тыуған ауылдан сығып киткән матур, аяҙ көндө бер ваҡытта ла онотмамын (1941 йылдың 4 сентябре). Ауылдаштар, күрше ауыл кешеләре беҙҙе армияға оҙатыу уңайынан митингҡа йыйылған. Ике меңгә яҡын кеше йыйылғайны. Ҡыҙыл флагтар, сәскәләр менән биҙәлгән трибунаға әйләндерелгән йөк машинаһынан колхозсылар, эшселәр, уҡытыусылар һөйләне. Улар барыһы ла Тыуған илгә булған ҡайнар һөйөү, уны яҡлап көрәшергә әҙер булыуҙары тураһында һөйләне. Иптәштәрем исеменән мин яҡташтарымды уларҙың наказдарын үтәрбеҙ һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип ышындырҙым!»— Василевский А. А. 21-я гвардейская[2]
Дивизияның ойошторолғандағы хәрби һәм һан составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың сентябрь аҙағына дивизия личный состав менән тулыландырылып бөтә, дивизияла 11500 кеше була. Дивизияның частары Өфөлә һәм ҡала янындағы Шишмә ҡасабаһында, Сәфәр, Булгаково ауылдарында һәм Нижегородкала туплана[3].
- 1200-се уҡсылар полкы — полк командиры майор А. В. Биненбойм, полктың военкомы өлкән политрук П. И. Афиногенов
- 1202-се уҡсылар полкы — полк командиры подполковник П. П. Отбоев
- 1204-се уҡсылар полкы — полк комсоргы Ғәли Фазлыев
- 925-се артиллерия полкы
- 448-се миномёт дивизионы
- 223-сө танктарға ҡаршы айырым истребитель дивизионы
- 257-се зенит артиллерияһы айырым дивизионы
- 424-се айырым мотоуҡсылар ротаһы
- 444-се айырым саперҙар батальоны
- 813-сө айырым элемтә батальоны
- 447-се айырым медик-санитарҙар батальоны
- 440-сы айырым химик һаҡланыу ротаһы
- 477-се автотранспорт ротаһы
- 216-сы икмәкхана
- 785-се дивизия ветеринария лазареты
- 1436-сы почта станцияһы
Дивизияның рядовой составы — башлыса хеҙмәткә саҡырылған сығышы менән төп Башҡортостан кешеләре. Туймазынан Леонид Маринов 1200-сө полкта пулемётсы, Мишкә районы Бабай ауылынан Насибулла Ғиззәтуллин — 1204-се полкта разведчик, граждандар һуғышы ветераны Григорий Антошкин (Стәрлебаш районы Борисовка ауылынан) һәм уның яҡташы Михаил Доровский — 813-сө элемтә батальоны элемтәселәре, Бүздяк районы Боғаҙы ауылы колхозсыһы — 925-се артиллерия полкы наводчигы[4].
Кесе командирҙар составы ла запастан саҡырыла. Дыуан ауылынан эшсе сержант Петр Верзаков 925-се артиллерия полкы орудие командиры, Белореттан эшсе, граждандар һуғышы ветераны, сержант Яков Нелюдин, 1204-се уҡсы полкының отделение командиры, ә Стәрлетамаҡ МТС-ы комбайнеры, комсомолец өлкән сержант Василий Чулин — 1200-се уҡсы полкының взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Кесе командирҙар етешмәй. Шуға күрә полктарҙа штаттан тыш кесе командирҙар әҙерләү курстары ойошторола [4].
Подразделениелар командирҙары итеп башлыса Рига, Череповец пехота, Подольск артиллерия училищеһын тамамлаусылар тәғәйенләнә. Шул иҫәптән лейтенанттар Н. Братко, Г. Безвушко, Н. Боклаг, В. Бабак, И. Горбань, А. Зубов, Н. Кудрявцев, В. Михеев, К. Мовчан, В. Развадовский, В. Телушкин һәм башҡалар. Йәш офицерҙар яҡшы теоретик белемле була [4].
Рота политруктары, батальон һәм дивизион военкомдары, частарҙың партбюро секретарҙәре итеп башлыса запастан саҡырылған партия, совет, комсомол, профсоюз хеҙмәткәрҙәре тәғәйенләнә. 925-се артиллерия полкының военкомы итеп Башҡорт дәүләт педагогия институтын (әлеге Башҡорт дәүләт университетын) тамамлаған Т. Б. Билалов тәғәйенләнә. Тимерзаһит Билал улы Билалов ауыр тормош юлы үткән, колхозсы, ауыл уҡытыусыһы, өлкә комитетының икенсе секретаре, шунан Башҡортостан китап нәшриәте директоры булып эшләгән. Уның партия һәм хужалыҡ эшендә ҙур тәжрибәһе булған[5].
Башҡорт журналистары Әнүәр Һаҙый улы Бикчәнтәев, К. Муртазин, Г. Х. Фазлыев полктарҙың комсомол бюроларына яуаплы секретарҙар итеп тәғәйенләнә. Оҙаҡламай Бикчәнтәев дивизия политбүлеге начальнигының комсомол буйынса ярҙамсыһы итеп билдәләнә[6].
Запастан хәрби хеҙмәткә саҡырылған политхеҙмәткәрҙәр ойоштороу һәм тәрбиә эштәрендә тәжрибәле, тик хәрби яҡтан әҙерлектәре йомшаҡ кадрҙар була. Шуға күрә дивизия командованиеһы уларҙың хәрби уҡыуына ҙур иғтибар бүлә[6].
Дивизияның медик-санитарҙар батальоны, полктарҙың санитар роталары һәм батальондарҙың санитар взводтары тәжриәбәле медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин ителә (улар иҫәбендә военврачтар Н. П. Гусаров, И. П. Миронов, В. Я. Сергеев, шәфҡәт туташы К. В. Чертова)[6]. Частарҙы кадровый командирҙар һәм комиссарҙар етәкләй. 1200-се уҡсы полктың командиры майор А. В. Биненбойм, военкомы — өлкән политрук П. И. Афиногенов була[6].
Дивизия штабы начальнигы итеп һуғышҡа тиклем М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия тамамлаған фронтовик- майор Ю. П. Некрасов тәғәйенләнә[6].
Политотдел начальнигы өлкән батальон комиссары В. А. Кравец, уның урынбаҫары — батальон комиссары П. Ф. Стасюк[6].
Дивизия военкомы Хәрби-политик академия тамамлаған өлкән батальон комиссары А. Ф. Толстопятенко[7].
1941 йылдың 19 сентябрендә дивизияны командир Д. В. Михайлов ҡабул итеп ала[8].
Дивизияның личный составының өс проценты ғына һуғышта ҡатнашҡан кешеләр була[8].
Ойошторолоп бөткәс, Юғары баш командование ставкаһы директиваһына ярашлы (№ 004279 от 02.11.1941) дивизия 39-сы резервтағы армия составына индерелә һәм Өфөнән Ярославль өлкәһе Пошехонье- Володарск ҡалаһына китергә приказ ала ][9].
Дивизия бер юлы ике станциянан: Дим һәм Шишмә станцияларынан эшелондарға тейәлә. 1941 йылдың 8 ноябрендә — һуғыштың 140-сы көнөндә Дим станцияһынан беренсе эшелон ҡуҙғалып китә. Һуңғы тимер юл эшелоны Шишмә станцияһынан 1941 йылдың 11-се ноябрендә китә[9].
Бер айға яҡын дивизия Рыбинск һыуһаҡлағысынан көнсығыштараҡ Пошехонье-Володарск янында тора[10].
Хронология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуғышта ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың 17 декабренә ҡарай төндө дивизия Рыбинск ҡалаһы яғына ҡуҙғалырға бойороҡ ала. Ике көндә 80 км үтеп, хәрби эшелондар менән дивизия Торжок ҡалаһынан көньяҡҡараҡ күсерелә [10].
Лихославль менән Торжок станциялары араһында дошман авиацияһы 1200-се полк эшелонына һөжүм итергә маташа[11].
1941 йылдың 21 декабрендә дивизия частары эшелондарҙан төшөп, Торжоктан көньяҡтараҡ, фронттан 40 километр тирәһе алыҫлыҡта, туплана [11][ЦАМО 1]. Айырым зенитный дивизиондың зенитный пушкалары булмай[12].
Мәскәүҙән төньяҡ-көнбайышта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың 23 декабрендә төш еткәс, 361-се дивизияның командиры менән комиссарын Песчанки янында урынлашҡан 39-сы армия штабына саҡырталар. Армияның командующийы генерал-лейтенант Масленников Иван Иванович уларҙы Мәскәү янындағы, Калинин фронтындағы хәлдәр менән таныштыра һәм дивизия алдына һуғышсан бурыс ҡуя[13].
Был ваҡытта Мәскәү янында хәлдәр түбәндәгесә була. 1941 йылдың 5-6 декабрендә башланған контрһөжүм ваҡытында, совет ғәскәрҙәре, дошмандың ныҡлы ҡаршылығын еңеп,Калинин, Клин, Истра, Солнечногорск, Рогачёво һәм башҡа ҡалаларҙы азат иткә. Ҡыҙыл Армияның һөжүме немец фашистарын сигенергә мәжбүр итә[13].
Был ваҡытта Калинин фронты Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихына инеп ҡалған һөжүмгә күскән була[14].
361-сы дивизия Еруново, Копыряне янындағы дошман оборонаһын өҙөп, Глазуны һәм Холмец ауылдары тирһенә етеп, кискә хәтлем Дворцы ауылын алырға тейеш була. Башта 355-се уҡсы дивизия (1-се формированиела) Степиноға табан, һул яҡтан — 373-сө уҡсы дивизия — Негодяйка, Анцинорихаға табан һөжүмгә күсергә тейеш була[15].
361-се дивизияға ҡаршы Еруново, Копыряне янындағы һыҙыҡта дошмандың Германия ғәскәрҙәренең 206-сы дивизияһының 312-се пехота полкы һуғыша. Был дивизия бик тәжрибәле, элегерәк Польша, Голландия, Бельгияла һуғышҡан частарҙан тора[15].
Дошмандың иң ҡеүәтле терәк пункты Елизаветино ауылы янында, фронт һыҙығының иң алдында, Торжок менән Ржевҡа барған шоссела урынлаша. Подразделениеларҙың терәк пункттарына ут нөктәләре Конышково, Павлушково тирәһендә урынлашҡан артиллерия бик ныҡ ярҙам итә [15].
Дивизияға 1-се һәм 3-сө дивизион (360-сы артиллерия полкынан), 103-сө гвардия миномёт дивизионы һәм 143-сө айырым танк батальоны ярҙамға ебәрелә. Алыш ваҡытында дивизия менән бергә ярҙамға килгән еңел артиллерия полкы ла һуғыша[15].
Дивизия алға барырға тейешле фронт өлөшөндә йырын-ҡалҡыулыҡтар әҙ, асыҡ урын була. Дошмандың терәк пункттары иң ҡалҡыу урындарҙа урынлашҡан була. Совет ғәскәрҙәрен дошман бик йыраҡҡа хәтле күҙәтә алған.[15].
1941 йылдың 24-се декабрендә дивизия командиры рекогносцировка үткәрә. Унда частар командирҙары, ғәскәр төрҙәре һәм хеҙмәттәре начальниктары, ҡайһы бер штаб офицерҙары була[16].
Дивизия командиры уйынса, төп ынтылыш уң фланг тарафынан Елизаветино, Павлушково яғына булырға тейеш. Дивизия фронтҡа яҡын ике эшелон булып урынлашырға тейеш, беренсе эшелонда 1204-се уҡсы полк һәм 1202-се уҡсы полк, ә икенсеһендә — 1200-се уҡсы полк[16].
1204-се уҡсы полк, уң яҡ флангтан төп ынтылыш яғына, дошмандың терәк пункттары Разлипиха, Ериха, Елизаветино ауылдарына табан, ары Конышково, Павлушково ауылдарына табан һөжүмде дауам итергә тейеш. Полкҡа ярҙамға 143-сө айырым танк батальоны бирелә[16].
1202-се уҡсы полкы 1204-се уҡсы полкы менән берлектә Елизаветино, Редькино (Тверь өлкәһе), Копыряне ауылдарын алырға, ары Глинки ауылына табан һөжүмде дауам итергә тейеш. Полкҡа ярҙамға ике артиллерия дивизионынан торған пехотаға ярҙамсы артиллерия төркөмө өҫтәлә [16].
Икенсе эшелондағы 1200-се уҡсы полкҡа, дивизияның уң яҡ флангыһын тоторға һәм Павлушково, Храпыня ауылдарына табан хәрәкәт итергә әҙер торорға әмер бирелә [16].
143-сө айырым танк батальоны 1204-се полктың уҡсы подразделениелары менән бергә дошман оборонаһын өҙөргә тейеш. 1204-се уҡсы полкы Павлушково ауылына барып етеү менән 143-сө танк батальоны алышҡа инергә тейешле 1200-се уҡысы полкҡа ҡушыласаҡ. Уға артиллерия әҙерлеге башланыу менән Дмитровское ауылынан һөжүмгә күсергә бойороҡ бирелә[16].
Торжок яғынан 40-километр араны маршта үтеп, дивизия частары 1941 йылдың 25 декабрендә һөжүм башлау өсөн билдәләнгән урындарын ала[17].
Һөжүмде башлау 1941 йылдың 26 декабренә билдәләнә[17].
1941 йылдың 26 декабрендә иртән, артиллерия әҙерлегенән һуң, 361-се уҡсы дивизия полктары һөжүмгә күсә. Дошман ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Был көндө дошман оборонаһын өҙөп булмай[17].
26 декабрь ( 1941 йыл). Һуғыштағы юғалтыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Выписка из журнала |
- 1200-сы уҡсылар полкы — 3 кеше Елизаветиноауылы янында:[ЦАМО 2]
- пулемётсы красноармеец Клоков Егор Иванович, 1902 йылғы, тыуған урыны- БАССР, Воскресенский районы, с/с Татьянинский, Татьянино ауылы, Елизаветино ауылында ерләнгән
- взвод командиры ярҙамсыһы сержант Яковлев Михаил Степанович, 1918 йылғы, тыуған урыны-Воронеж өлкәһе, Липецк р-ны, Чапаев колхозы, Елизаветино ауылы янында ерләнгән
- отделение командиры кесе сержант Терехов Федор Григорьевич, 1903 йылғы, тыуған урыны- БАССР, Стерлитамак ҡалаһы, Елизаветино ауылы янында ерләнгән
27 декабрҙә ( 1941) дивизия Елизаветино ауылы янында яңынан һөжүмгә күсә[17].
Артиллеристар дошманға ҡаршы төҙ атып, дошман артиллерияһын тар-мар итә. Кесе лейтенант В.М.САвочкин етәкелегендәге 1-се батарея (925 артиллерия полкы) туры атып, өс дошман дзотын, 1202 уҡсылар полкы артиллерия полкы( лейтенант В. А. Телушкин), ике ут нөкәһен бер взводҡа яҡын дошман пехотаһын юҡ итә[ЦАМО 3][18].
1204-се полктың 3-сө батальоны Елизаветино ауылының көньяҡ-көнбайыш ситенә бәреп инә[19].
Дошмандың күп көстәре торған Ржев йүнәлешендәге Елизаветинолағы төп нығытылған урынды 1202-сы һәм 1204-сы уҡсылар полкы тар ғына ерҙән көньяҡҡа һөжүмде көсәйтә[19].
27 декабрь кисен (1941 )подполковник Д. В. Михайлов икенсе көнгә мәсьәләләр ҡуя: һөжүмде Павлушково, Грешнево йүнәлешендә дауам итер өсөн икенсе эшелондағы 1200-се полкты һуғышҡа индерергә[19].
1202-се һәм 1204-е полктар үҙ көстәре менән көньяҡҡа барырға, ҡалған көстәр ҡамауҙа ҡлған дошманды юҡ итергә, шулай итеп дошман оборонаһында өҙөлгән участокты ҙурайтырға задание бирелә [19].
1941 аҙағы — 1942 башындағы хәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
28 декабрь иртән (1941) дивизия һөжүмгә күсә. Дошман ҡалған көстәре менән кире юғалтҡан позицияларын алырға тырышып, ныҡлы ҡаршы алыша ( 312-се уҡсылар полкы,62-се моторизованный полк , фин батальоны) [20].
1200-се полк ( 361-сы уҡсылар дивизияһы), фин батальонын еңеп, көньяҡҡа бара һәм 29 декабрь иртән Храпыня ауылындағы дошман опорный пунктына барып етә, бында Германия армияһының 214-се полкы (206-сы уҡсылар дивизияһы) уларҙы көслө утҡа тота . Төньяҡ-көнбайыштан Храпыняға һул яҡ флангынан 355-се уҡсылар дивизияһы (1-се формированиела)бәреп инә. Күршеләр менән берлектә 1200-се уҡсылар полкы Храпыня, Грешнево (Старица районы) янындағы дошманды юҡ итә [21].
1202-се һәм 1204-се уҡсылар полкы ла уңышлы алыша. 28 декабрҙә ( 1941 ) опорный пункттарҙа ҡамалған немец ғәскәрҙәрен тар-мар итә[22].
Ериха һәм Минино янында ҡаты алыш бара[23].
30 декабрҙең (1941)кисендә разведка начальнигы дивизия командирына Павлушково — Степино шоссеһында көньяҡҡа дошман обозы , автомобилдәр, ғәскәр хәрәкәт итеүен хәбәр итә . Подполковник Д. В. Михайлов сигенеүсе ғәскәрҙе юҡ итергә, яңы оборона рубежында нығынырға бирмәҫкә була[24].
30 декабрь төнгә ҡарай ( 1941) 143-сө танк батальоны һәм автоматчиктар ротаһы (1202 уҡсылар полкы) йәшертен генә дошмандың тылына Девонисово янына үтеп инә— дошмандың асыҡ флангаһы яғына,31 декабрҙә, Девонисово — Стренево йүнәлешендә барып, Дворцы яғына барып етә, бында дошмандың көслө уты аҫтына эләгә. 1202-се полктың автоматчиктар ротаһын Дворцы янында ҡалдырып, ҙур тиҙлек менән көньяҡҡа хәрәкәт итеүсе полк, дошманды урап үтеп, Степино һәм Луковниково яғына ынтыла. Гитлеровсылар араһында көтөлмәгән һөжүм паника тыуҙыра[25].
3 ғинуар аҙағына( 1942 ) дивизия Воскресенское, Зыбино янына барып етә.
4 ғинуар кис( 1942), йәкшәмбе. Дивизия командиры частар алдында хәрби бурыс ҡуя: 1200-се полк Харламово яғынан һөжүм итеп, Ржев — Рига юлын киҫеп Бахмутовоға,ары Волганы Соломино янында форсирвать итергә, 1204-се полк — Яңы Коростелево, Фильково, Ножкино аша үтеп, Волганы форсировать итергә, Кокошкиноны алырға. 1202-се полк икенсе эшелонда ҡала.[26]
5 ғинуар(1942 ) 1204-се полк разведчиктары Мончалово станцияһын ала.[27] 1200-се полк Чертолино станциһын ала. 6 ғинуар - Ржев — Великие Луки тимер юлын Ҡыҙыл армия частары киҫеп үтә .[27] Чертолинола беҙҙең ғәскәр 40 ҡыҙылармеецты плендан ҡотҡара.[27]
7 —8 ғинуарҙа [27] дивизия Слобырево, Чертолино, Бахарево, Быково ауылдарын алып, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡтан фронтҡа сыға.[ЦАМО 4]
Ржев янында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
8 ғинуар ( 1942) контрһөжүмдән һуң Мәскәү өсөн барған алыштың һуңғы Ржев-Вязьма операцияһы башлана. Операцияла Калинин, Көнбайыш фронттар ҡатнаша, уларға Төньяҡ-көнбайыш фронт ярҙамлаша. Улар немецтарҙың «Центр» армиялар группаһының төп көстәрен тар-мар итергә тейеш була[28].[29]
39-се армия ( Калинин фронты) өс дивизия көстәре менән көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан Ржевҡа табан һөжүм итергә, 29-се армия менән берлектә 12 ғинуарға дошмандың ҡамауҙағы группировкаһын юҡ итергә, көньяҡта Сычевкаға табан һөжүмде дауам итергә бойороҡ ала.[29]
361-се дивизияға Лигостаево, Медведево, Захарово ауылдарын һәм 12 ғинуарҙа 381-се уҡсылар дивизияһы менән бергә Ржевтың көньяҡ-көнсығыш өлөшөн алырға бойороҡ бирелә. Һуңынан улар көнсығыштан төньяҡҡа табан ҡаланан сығып,29-сы армия менән осрашырға тейеш була[ЦАМО 5]. Дивизияға ярҙамға баш командующий резервынан 336-сы гаубица артиллерия полкы һәм 360-сы гаубица артиллерия полкы, 202-се һәм и 103-сө полк бирелә[29]
Уң яҡта 183-сө , һулда 381-се уҡсылар дивизияһы һуғыша.[29] Ғәскәргә бик ауыр шарттарҙа һуғышырға тура килә. Ҡалын көрт дивизияларҙың юлын быуа[29]
Перегруппировка үткәргәс, 1202-се һәм 1204-се полктар алда,икенсе эшелонда — 1200-се полк урынлаша[ЦАМО 6].[29]
12 ғинуар төнгә ҡарай дошманға ут яуҙырғас, полктар һөжүмгә күсә. Дошман теш-тырнағы менән ҡаршылыҡ күрһәтә. 1202-се полк Якимово ауылын ала, 1204-се — Аленино, Каменское ауылдарын.[29]
13 ғинуарҙа дошмн ҡаршы тороуын көсәйтә, диизия алға бара алмай.[29]
17 ғинуарға тиклем (1942 ) 361-се дивизия 183-сө һәм 381-се уҡсылар дивизияһы менән бергә көньяҡ йүнәлештә , дошмандың Осуг һәм Сычев группировкаларына (Ржевтан 40 км )ҡаршы һуғыша, улар Ново-Дугиноны алырға, дошманға көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа сигенергә мөмкинлек бирәҫкә тейеш була [ЦАМО 7].[30]
Алған рубежды башҡа ғәскәрҙәргә тапшырып, дивизия 18 ғинуарҙа марш менән яңы районға китә.Был марш 70 км тәшкил итә. [31]
5 февраль- армия командующийы 361-й дивизияға Новенькая ауылынан төньяҡ-көнбайыштағы рубежды тоторға, Обуражное ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ дошманға көнбайышҡа сигенергә бирмәҫкә бойороҡ бирә. Дивизия оборонаның иң мөһим участкаларынан Яңы Покровское, Никифоровка линияһын тота.[32]
Оборона опорный пункттарҙан ғибәрәт була. Ауылдарҙағы опорный пункттар түңәрәк оборонаға әҙерләнә .[32]
Хәрби хеҙмәттәре өсөн оборона халыҡ комиссарының 1942 йылдың 17 март 078-се приказы менән 21-се гвардия уҡсылар дивизияһына исеме бирелә .
Оҙаҡламай гвардия исемдәре 59-сы гвардия уҡсылар полкы исеме- 1200-се уҡсылар полкына; 64-се гвардия уҡсылар полкы — 1202-се уҡсылар полкына; 69-сы гвардия уҡсылар полкы — 1204-се уҡсылар полкына бирелә;[33]
Формалашыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Постановление № ГКО-459сс от 11.08.41. «О формировании стрелковых и кавалерийских дивизий». Москва, Кремль. (РГАСПИ, фонд 644, опись 1, д. 6, лл. 151—153.)
- ↑ 2,0 2,1 Василевский, 1995, с. 7-8
- ↑ Василевский, 1995, с. 8—9
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Василевский, 1995, с. 9
- ↑ Василевский, 1995, с. 9—10
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Василевский, 1995, с. 10
- ↑ Василевский, 1995, с. 10—11
- ↑ 8,0 8,1 Василевский, 1995, с. 10—11
- ↑ 9,0 9,1 Василевский, 1995, с. 15
- ↑ 10,0 10,1 Василевский, 1995, с. 17
- ↑ 11,0 11,1 Василевский, 1995, с. 18
- ↑ Да хранит вас материнская любовь! 2014 йылдың 14 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 Василевский, 1995, с. 19
- ↑ Василевский, 1995, с. 19-20
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Василевский, 1995, с. 20
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 Василевский, 1995, с. 21
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 Василевский, 1995, с. 22
- ↑ Василевский, 1995, с. 22-23
- ↑ 19,0 19,1 19,2 19,3 Василевский, 1995, с. 23
- ↑ Василевский, 1995, с. 23
- ↑ Василевский, 1995, с. 23-24
- ↑ Василевский, 1995, с. 24
- ↑ Василевский, 1995, с. 24-25
- ↑ Василевский, 1995, с. 25
- ↑ Василевский, 1995, с. 25-26
- ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 31.
- ↑ 27,0 27,1 27,2 27,3 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 33.
- ↑ Великая Отечественная война, 1941—1945 : энциклопедия / под ред. М. М. Козлова. — М. : Советская энциклопедия, 1985. — С. 611. — 500 000 экз.
- ↑ 29,0 29,1 29,2 29,3 29,4 29,5 29,6 29,7 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 36.
- ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 39-40.
- ↑ Василевский, 1995, с. 40
- ↑ 32,0 32,1 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 45.
- ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 46.
Өҙөмтә хатаһы: "ЦАМО" төркөмө өсөн <ref>
билдәһе бар, әммә <references group="ЦАМО"/>
билдәһе юҡ