UN/LOCODE
UN/LOCODE | |
---|---|
Нәшер ителеү ваҡыты | 1981 |
Нигеҙендә эшләнгән | ISO 3166-1 |
SEO_index | noindex |
Эшләүсе | Европейская экономическая комиссия ООН[d] |
UN/LOCODE (ингл. United Nations Code for Trade and Transport Locations) — географик объекттарҙы классификациялауҙың халыҡ-ара системаһы. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бүлексәһе булған UNECE (ингл. United Nations Economic Commission for Europe) тарафынан сығарылған һәм эшләтелә.
Дөйөм мәғлүмәт
Системала 235 илдәге ҡалалар һәм уларҙағы мөһим объекттар тураһында 50 меңләп яҙма бар.
Классификациялау принцибы
UN/LOCODE ғәҙәттә 5 символдан тора. Тәүге икеһе латин алфавиты хәрефтәре менән бирелеп, ISO 3166-1 alpha-2 стандарты буйынса илдең коды булып тора. Артабан өс хәреф килә, әммә комбинациялар етешмәһә, 2-нән 9-ға тиклемге һандар ҙа ҡулланыла. Аэропорттар өсөн ISO 3166-1 alpha-2 буйынса ил коды һәр ваҡытта ла ИАТА кодына тап килеп тормай.
Бынан тыш, UN/LOCODE системаһы атамаларында милли алфавиттар символдары (мәҫәлән, умляуттар) булған ҡалаларҙың латинлаштырылған атамаларын нығыта.
Миҫалдар
- DE BER Германияның (DE) Берлин ҡалаһына тап килә.
- DE TXL Германиялағы (DE) Берлин-Тегель аэропортына тап килә.
- NL AMS Нидерландтағы (NL) Амстердам ҡалаһына тап килә.
- SE GOT һәм Goteborg яҙылышы Швециялағы (SE) Гётеборг ҡалаһына тап килә.
Функциялары
Объекттың үҙенең 5 символлы кодынан тыш өҫтәмә һандар менән уның функциялары һүрәтләнә. Уларҙың иң мөһимдәре:
- 1 = порт
- 2 = тимер юл терминалы
- 3 = автотерминал
- 4 = аэропорт
- 5 = почтаны тейәү-бушатыу нөктәһе.
Һылтанмалар
- [1] 2015 йылдың 17 май көнөндә архивланған.