Via Chappa

Via Chappa — Өфөлә барлыҡҡа килгән Рәсәй хип-хоп-коллективы. Төркөмдөң лидеры вокалист Илья Тавлияров (Патрик).

Тарихы

Төркөмдө 1996 йылда Өфөлә Патрик һәм Дже ойоштораа, һуңынан төркөмгә Шуралей һәм Иззи ҡушыла. Төркөмдә төрлө музыканттар ҡатнаша, артабан (Пицца (2004—2009), композитор Марат Татурас (1997—1998)) соло карьераға китәләр. Барлығы 9 альбом яҙҙырыла, шуларҙың 2-һе «алтын», йәғни һатыу 100 мең дананан артып киткән. Төркөмдөң музыкаһында хип-хоп, фанк һәм регги элементтары бар.

1997 йылда төркөмдөң «Доброе утро, господин Белый человек» тигән кассетаһы сыға. 1998 йылда музыканттар «Буря и Натиск» тигән икенсе студия эшен, шулай уҡ кассеталарын тәҡдим итә. Шул уҡ йылда музыканттар «Rap Music 1998» фестивалендә ҡатнаша һәм «Главный удар» трегына үҙҙәренең тәүге видеоклибын төшөрә.

2000 йылда Via Chappa башҡа рэп-продукциянан айырылып торған «В тихом городе снов» альбомын яҙҙыра. Альбом кассеталарҙа һәм CD-дарҙа нәшер ителә. Double V, «Ленин Пакет» реп-андеграунд төркөмө ағзаһы һүҙҙәренә ҡарағанда, «уларҙың нетривиаль һәм кач минустары бар, төркөмдөң музыкаһын үҙенсәлекле» тип баһалай[1]..

2001 йылда төркөм «По Волнам» альбомын яҙҙыра, ул башта өфө музыканттары тарафынан ватан хип-хоп мәҙәниәтенең һәләк булған «алтын тауышы» Михей менән яҙҙырылған шул уҡ исемле композицияға сингл булараҡ күҙаллана. «По Волнам» йыры радиостанцияларҙа хит булараҡ башҡарыла[2].

2003 йылда төркөм музыканттары «День хомячка» фильмында эпизодик ролдәрҙә төшә (режиссеры Виталий Мухаметзянов, Русское Счастье Энтертеймент Башҡортостан киностудияһы).

2005 йылда Патрик «Взлетая вверх» альбомын сығара, унда Via Chappa төркөмөнөң яңы ағзалары Асман һәм Пиццы ҡатнаша. Шул уҡ йылда Via Chappa тректары илдең Record һәм Maximum радиостанциялары радиоэфирына эләгә.

2007 йылда музыканттар иң яҡшы композицияларҙын торған The Best йыйынтығын сығара[3], йыйнтыҡҡа төркөмдөң 5 альбомынан 12 композиция һәм 4 видеоклибы инә.

2009 йылда төркөмдән Пицца китә[4]. Музыканттар «Вдыхаю», «Единички», «Корабли», «Все будет О-О» («ССД» фильмына саундтрек) һ. б. и нгән яңы йыйынтыҡ-альбом сығара.

2010 йылда Via Chappa үҙ көсө менән «День Святого Патрика» тигән бәләкәй тиражлы альбом сығара, унда төркөм лидеры Патрик яҙған раритет һәм 2001 йылдан алып нәшер ителмәгән 13 трек яҙыла.

2011 йылда коллектив музыканттары икенсе составтың (Патрик, Пицца, Асман, Грин Стар) һуңғы эше булған «Чтобы быть собой» йыйынтыҡ-альбомын сығара.

2012 йылда Via Chappa төркөмө «Нашествие» фестивалендә һәм «Десятилетие памяти Михея» концертында киңәйтелгән состав менән сығыш яһай, әммә был йүнәлештә артабанғы үҫеш перспективаларын төркөм күрмәй, 2013 йылда 3 кешенән торған составҡа әйләнеп ҡайта (Патрик, DJ Razta Joy, Булат Әминев).

Михей иҫтәлегенә концертта башҡарылған «Пули» композицияһы тыңлаусыларҙа көслө реакцияһын тыуҙыра, был яңы материал яҙыуға тотонорға һәм 2013 йылда уңышлы тамамланған краудфандинг иғлан итергә этәргес була[2]. Via Chappa «Пули» тигән яңы синглын тәҡдим итә, әммә уны йәмәғәт һалҡын ҡабул итә.

2014 йылдан 2018 йылға тиклем төркөм эксперименттар ярҙамында форма һәм тауыш эҙләүен дауам итә. 2016 йылда төркөмдән Булат Әминев (Дамаск) яңғыҙ ижадҡа китә, 2018 йылда Вероника Мортазина саҡырыла.

2018 йыл башында Via Chappa өсөнсө һулышын ала. Яңы альбом яҙҙырыу өсөн идеялар барлыҡҡа килә, концерттарға һәм гастролдәргә саҡырыуҙар килә. Шулай итеп , 2018 йылда төркөм Рәсәйҙең 40 тан ашыу тораҡ пунктында 80 дән ашыу сығыш яһай Шулай ҙа, миллионлы ҡалаларҙа төркөм бөтөнләй күренмәй тиерлек (Ҡазан, Һамар һәм Өфөнән башҡа). Шулай уҡ 2019 йылдың мартында Via Chappa Мәскәүҙә The StandarD Party клубында концерты үтә[3].

2018 йылдың йәйендә төркөм музыканттары яңы альбом төҙөй башлай, 12 июндә яҙҙырыуҙа ҡатнашыусыларҙың башланғыс составы иғлан ителә. 2019 йылдың мартында яҙҙырыу тамамлана[4], мастерингҡа алына һәм производствоға тапшырыла. 2019 йылдың 8 июлендә матбуғатта релиз яҙылған тип хәбәр ителә[5].

Рус хип-хопы һәм рэпы тарихында тәүге тапҡыр Via Chappa төркөмө 2019 йылда бөтә аналоглы йөрөтөүселәргә бер юлы катушкалар, кассеталар һәм винил, шулай уҡ CD кеүек аналоглы йөрөтөүселәрҙә яҙылған «Yeah, Boy!» альбомы тураһында хәбәр итә. Был хәбәрҙе төркөм көйәрмәндәре ихлас хуплай һәм ябыҡ яҙылыуҙа тираждың 80 % — тан ашыуын һатып ала.

undefined

Состав

  • 2018 — Патрик (Илья Тавлияров, вокал), DJ Razta Joy (Ринат Фаттахов, диджей), Вероника (Вероника Муртазина, вокал)
  • 2016 — Патрик, DJ Razta Joy
  • 2012 — Патрик, DJ Razta Joy, Булат Әминев
  • 2009 — Патрик, Асман, Будда, DJ Razta Joy
  • 2004 — Патрик, Пицца, Асман
  • 2000 — Патрик, R@MAiL, Шуралей, Иззи
  • 1996 — Патрик, Джэ, Шуралей, Иззи

Дискография

  • 2019 — Yeah, boy! Mixtape by dj Razta Joy
  • 2019 — Yeah, boy!
  • 2011 — Если останусь жив
  • 2010 — День святого Патрика (альбом)|День святого Патрика]]
  • 2009 — Чтобы быть собой
  • 2007 — The Best (альбом)|The Best — Via Chappa иң яҡшы композициялар йыйынтығы
  • 2005 — Взлетая вверх
  • 2001 — По волнам
  • 2000 — В тихом городе снов
  • 1998 — Буря и натиск (альбом)|Буря и натиск
  • 1997 — Доброе утро, господин Белый Человек

Радиосингл

  • 2020 — Макаронавирус
  • 2019 — Не надо как раньше
  • 2013 — Ночи в больших городах
  • 2013 — Пули
  • 2007 — Вдыхаю
  • 2006 — Всё будет О-О!
  • 2005 — Корабли — 2 башҡала Хит-парадында 4 аҙна 1-с урында
  • 2005 — Единички — ориджинал, «Русское Радио» ротацияһына эләгә
  • 2004 — По волнам — памяти Михея
  • 2004 — Единички, («Рекорд» родиоһы ротацияһында)
  • 2002 — Единички, Германии, АҠШ, Израил радиоларында
  • 2001 — По волнам

Видеоклиптар

  • 2011 — Ночи в больших городах
  • 2010 — Мы не рядом
  • 2010 — Рэп-музыкант удачливый
  • 2009 — Обязательно вернись
  • 2009 — Всё будет О-О!
  • 2008 — Вдыхаю
  • 2005 — Единички
  • 2004 — По волнам — Памяти Михея
  • 2001 — По волнам
  • 2000 — В тихом городе снов
  • 1999 — Ты нас не слушай (Срём в уши)
  • 1998 — Главный удар

Иҫкәрмәләр

  1. «Ленина пакет» о 16 главных альбомах русского андерграундного хип-хопа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2017. Архивировано 14 декабрь 2017 года.
  2. Via Chappa:запись сингла нового живого проекта "Не святой". Boomstarter. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2019. Архивировано 17 май 2019 года.
  3. Via Chappa выступит в Москве после шестилетнего перерыва. www.intermedia.ru (14 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2019. Архивировано 26 март 2019 года.
  4. Группа «Via Chappa» записала девятый альбом. www.bashinform.ru (16 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2019. Архивировано 26 март 2019 года.
  5. Нормундс Калькис. Бобины, кассеты и винил: уфимский коллектив «Via Chappa» представил новый альбом на ретро-аудионосителях. ГТРК «Башкортостан» (10 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июль 2019. Архивировано 26 июль 2019 года.

Һылтанмалар