WOWCube

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
WOWCube
Етештереүсе CubiOS Inc.[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 2021
Энергия сығанағы литий-ионный аккумулятор[d][1]
Киңлек 70 миллиметр[1]
Ҡалынлыҡ 70 миллиметр[1]
Рәсми сайт wowcube.com (инг.)
Ауырлығы 335 грамм[1]
Дата окончания поддержки неизвестно
Видео
Рәсем
Центральный процессор STM32[d]
Бейеклеге/буйы 70 миллиметр[1]
Операционная система CubiOS[d]
Логотип
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

WOWCube йәки WowCube — 2x2x2 Рубик шаҡмағы[2] формаһындағы идара ителеүсе портатив уйын[2][3], шулай уҡ электрон башватҡыс булараҡ та классификациялана[4][5][6]; ҡулланыусының мотлаҡ интерфейсы[6][7] өлгөһө. Бер төрлө һәм бер бөтөндө тәшкил иткән һигеҙ элементтан тора, һәм Pawn телендә яҙылған махсус әҙерләнгән уйындарҙы башларға ярҙам итә. Лицензияһы — асыҡ аппарат тәьминәте (Open Source). Эшләүселәр — Савва һәм Илья Осиповтар[8].

Проект авторы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

WO2018075714 патенты иллюстрацияһынан

Ҡоролма концепцияһын 2016 йылда сығышы менән Түбәнге Новгородтан[9] булған Савва Осипов тәҡдим итә. Уға 8 йәш булғанда, ғаилә Американың Сан-Франциско ҡалаһына күсенә (хәҙер Сан-Францисконан алыҫ булмаған Новато тигән урында йәшәйҙәр)[6]. Савва 10 йәшенән электроника һәм программалау менән мауыға[10][11][12][13], уның бер нисә проекты Hackster эшләнмәләр йәмғиәтендә баҫылып сыға[6]. Әлеге ваҡытта Савва YouTube-ла үҙең каналында алып бара һәм хакатондарҙа даими ҡатнаша.

Савваның атаһы — IT-эшҡыуар Илья Осипов, Түбәнге Новгородтың Лобачевский исемендәге дәүләт университетын тамамлаған, күп төрлө стартаптарҙа ҡатнаша (шул иҫәптән, Түбәнге Новгородтың nn.ru мәғлүмәт сайтына нигеҙ һала)[14], бер нисә патент эйәһе һәм Elsevier нәшриәтенең Computers in Human Behavior (инг.)баш. фәнни журналы рецензенты. Илья программалау менән студент йылдарынан шөғөлләнә һәм 1996 йылда программалау буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе була. 2012 йылда ул үҙ бизнесын Hearst Shkulev Media компанияһына һатып, ғаиләһе менән Калифорнияға күсенә. Унда Raspberry Рі һәм Arduino кеүек ябай компьютерҙар нигеҙендә ҡатмарлы булмаған ҡоролмалар — мини-компьютерҙар, электрон фоторамкалар һәм уйын ҡушымталары (приставкалар) йыя башлай[5]. Савва атаһы менән Сан-Франциско һәм Кремний Үҙәнендә үткәрелгән хакатондар серияһында ҡатнаша, унда үҙенең проекттары араһында Раштыуа яҡтырҡысын, Angry Birds-консолен, «аҡыллы» фоторамды һәм 3D-принтерында баҫылған күп төрлө башҡа әйберҙәрен тәҡдим итә[6].

Эшләнмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тиҙҙән Илья Осипов үҙ-ара бәйләнешле процессорлы арзан кубиктар эшләргә ҡарар итә. Башта ул Kickstarter өсөн бер-береһе менән бәйләнешле бик күп стандартлаштырылған элементтарҙан торған (һәр ҡайһыһы үҙенең экраны менән) өҫтәл уйындары проектын башлап ебәрергә теләй[5][6]. Бер нисә эшләнмә әҙерләй, ләкин тиҙҙән быға оҡшаш уйындың кем тарафынандыр патентланыуын асыҡлай, ә авторҙары 20 миллион доллар күләмендә инвестициялар йәлеп итә. 2016 йылда 13 йәшлек Савва атаһына икенсе формалағы идеяны камиллаштырып — Рубиктың патентланған кубигын тышҡы барлыҡ ҡырҙарының экран булып, ҡоролманың тотош экранды хасил итеүен эшләргә тәҡдим итә. Ҡырҙарҙы бороп, яланы һәм уйын элементтарын үҙгәртергә мөмкин. Савваның идеяһы WOWCube проектының башы була. Киңлектә кубиктарҙы алмаштырып ҡуйыу бәләкәй балалар уйынының аналогы булһа ла, экран-ҡырҙарҙы бороп объекттарҙы бер яҡтан икенсеһенә күсереү барлыҡ аудиторияны йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә була[5].

2017 йылдың йәйендә WOWCube прототиптарының өс вариантын эшләүгә 500 мең самаһы АҠШ доллары самаһы аҡса бүлеп, проектты Мәскәү технология институтының ректоры Григорий Бубнов, Moscow Business School президенты һәм amoCRM компанияның милектәше Денис Митрофанов һәм Fermosa шәхси фонды финанслай[13][15][15]. Алдынғы инвестор булып BitFury-ҙың идарасы партнеры Марат Кичиков тора. Ул дөйөм сумманы 1,4 млн АҠШ долларына тиклем еткерә[16]. Проекттарҙы эшләүгә ярты йыл китә: Илья тема буйынса публикациялар һәм патенттарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә, шулай уҡ уйындарға сценарийҙар төҙөй; Савва идеяларҙы бергә туплай һәм уйынсыҡтың тышҡы йөҙө һәм уның мөмкинлектәре буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша[6]. 2017 йылда Савва менән Илья Arduino конструкторы һәм IIIP Monoprice өй 3D-принтеры ярҙамында (быға тиклем САвва унда уйынсыҡтар баҫтырып, һуңынан уларҙы осһоҙ хаҡҡа һатҡан була) беренсе прототипты эшләй[8][13][17]. Прототип дәүмәле башта 3-кә 3 итеп ҡаралһа, һуңынан итеп 2-гә 2 һайлана (Ларри Николстың 1970 йылда төҙөгән магнит башватҡысындағы кеүек)[18]; проектты моделләштереү SketchUp программаһы ярҙамында башҡарыла. Прототипты йыйыу барышында Савва менән Илья компоненттар араһында бәйләнеш булдырыу радиоканалы идеяһынан, шулай уҡ ҡоролма геометрияһының ғәҙәти булмауына бәйле төп бәйләнеш сифатында Android йәки Linux ҡулланыу идеяһынан баш тарта[5].

Стив Возняк 2019 йылда DesTechAz-та WOWCube менән

Презентацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылдың 8 июнендә прототип Беркли ҡалаһындағы Калифорния университетында үткән CALL фәнни-ғәмәли конференцияһына күрһәтелә[6][19]. Ноябрҙә Осиповтар Рәсәй патенты ала[8][20], шулай уҡ АҠШ-та һәм Ҡытайҙа патентҡа заявкаларҙы уңышлы тапшыра[6], иҡтисады үҫешкән алдынғы һигеҙ илгә лә заявка ебәрә[21]. 2018 йылдың ғинуарында ҡоролма Лас-Вегаста — CES-та[8], ә майҙа Санта-Клара ҡалаһында (Калифорния)[22] күргәҙмәһендә киң күләм тамашасыға сығарыла. 2019 йылдың 16-17 октябрендә Аризонала үткән ARIZONA’S SIGNATURE TECH EVENTА форумында WOWCube эшләнмәһе менән Apple компанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Стив Возняк таныша һәм бер дана уйынсыҡҡа ҡултамғаһын ҡуйып, бығаса бындай уйынсыҡты күргәне булмауын белдерә. Авторҙарға WOZUEducation менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим ителә[14].

Cubios Inc башҡарма директоры Макс Филин белдереүенсә, компанияның 200 дана WOWCube сығарырға һәм таратырға, шулай уҡ ул зарядкала торғанда экранда ғәмәлдәге датаны һәм ваҡытты, һауа торошон һәм һуңғы яңылыҡтарҙы күрһәткән ҡушымтаэшләргә ниәтләй. Әҙер уйынсыҡ хаҡы 249—149 АҠШ доллары торасаҡ тип күҙаллана. 2020 йылдың ғинуарында CES һәм яҙғыһын Toyfair күргәҙмәләре планлаштырыла[2]. 2021 йылда Лас-Вегаста CES күргәҙмәһендә көмөш миҙалға лайыҡ була, эшләүселәр әйтеүенсә, был уйынсыҡҡа һорау артыуына этәргес була[23], ә 2022 йылдың 7 ғинуарында WOWCube тағы ла CES-та күрһәтелә[24].

Артабанғы финансланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2021 йылдың авгусына WOWCube менән 18 илдең дистрибюторҙары ҡыҙыҡһына, иң күп һорау Японияла була. Компания алдан яҡынса 39 миллион АҠШ доллары күләмендә (бер дана 250 доллар иҫәбенән) 155 мең ҡорамалға заказ бирә[25]. 30 августа Cubios компанияһының А раунында тағы ла 4,5 миллион доллар алыуы мәғлүм була, шул иҫәптән 1,5 миллион доллар башында Александр Агапитов торған Hand of Midas компанияһынан күсә, тағы ла 3 миллион доллар башҡа предприятие һәм бизнес-ойошмаларынан килә[23][26]. Сентябрҙә заказдар процедураһы башланыуы тураһында иғталн ителә[25]. Дөйөм алғанда стартап 25 миллион долларға баһалана[23]. 2021 йыл һуңында Ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм биржалар буйынса комиссияның эшләүселәргә инвестиция краудфаундингы сиктәрендә йылына 5 миллион доллар йәлеп итергә рөхсәт биреүе мәғлүм була: инвесторҙарға Cubios акцияларының 10 проценты тәҡдим ителә, ә ҡағыҙҙарҙы StartEngine майҙансығында алырға мөмкин була[27].

Уйынсыҡты эшләүселәр әйтеүенсә, баҙарға сығыу 2022 йылдың беренсе яртыһына планлаштырыла. Бер дананың хаҡы (250 доллар) Илья Еремеев фекеренсә, Nintendo Switch консоле хаҡына йәки «уртаса хаҡлы смартфон» хаҡына тиң була, әммә платформаның спецификаһына бәйле, уйынсыҡтың сығымдарҙы ҡапламау ихтималлығына шик бар[23].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Физик[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

WOWCube һигеҙ автономиялы модулдән торған, бергә 24 дисплейға эйә булған һәм Рубик шаҡмағы кеүек үк боролоға һәләтле кубтан ғибәрәт[15][28]. Магнит автономиялы бүлемдәрҙе туҡтауһыҙ мәғлүмәт менән тәьмин итеп, өҙлөкһөҙ уйын процесын тәьмин итә. Кубты ҡулда өйөртөргә йәки һелкергә мөмкин[15]. WOWCube өсөн башватҡыстар, логик уйындар, пазлдар, Скрэббл, аркада һәм лабиринттар кеүек бер нисә жанрҙа уйын эшләнгән[2][29]. WOWCube ҡатнаш ысынбарлыҡ тәжрибәһен тәьмин итә[30], йәғни ул матди донъяла бороу һәм һелкеүҙе кубтың 24 шаҡмаҡлы суб-дисплейы аша күҙалланған цифрлы ғәмәлдәр менән ҡатнаштырып алып барыу мөмкинлеген бирә[31]. WOWCube ҡулда әйләндерелгән (спиннер кеүек) хәрәкәтләнгән уйынсыҡтар кеүек физик гаджеттарҙың үҙенсәлектәрен дә берләштерә, шул уҡ ваҡытта бер ҡоролмаға цифрлы уйын консолдәре лә индерелгән[4][12][15].

Техник[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Processing телендә WOWCubeның 3D-эмуляторы интерфайсы

Ҡоролмаһы бер төрлө, коммуникация функцияһын тыш, ҡоролманы тотороҡло конструкциялар менән тәьмин итә, эргәләге дүрт секция экраны аша дөйөм уйынды күҙәтеү мөмкинлеге биргән магнит бәйләнеше аша мәғлүмәт алышҡан һигеҙ секциянан тора[5]. Магнит бәйләнеше, шаҡмаҡтар эсендәге бушлыҡҡа үҙ -ҙәге тирәһендә әйләнгән нығытылмаған неодим шарҙар ҡуйылыу һөҙөмтәһендә теләһә ниндәй конфигурацияла ла бер-береһенә тартыла. Был конструкция UniSex атамалы боролоусы магнит бәйләнеше булараҡ патентлана[5].

Һуңғы версияла ҡоролма дәүмәле 76х76х76 мм, ә ауырлығы — 400 грамм тәшкил итә. Корпусы ABS-пластиктан эшләнгән. Һигеҙ секцияның һәр береһендә:

  • Glass Gorilla быялаһы менән һаҡланған 1.56" диагоналле һәм 240х240 нөктәле 3 IPS TFT экран (65 мең төҫө, төҫ тәрәнлеге 18 бит)[5][29];
  • STM32F405 микроконтроллеры[32] (168 мгц такт йышлығы такта, ОЗУ 192 кБ);
  • 8 Мбайтлы Flash-хәтер;
  • Кубик менән хәрәкәттәр эшләүгә ярҙам иткән 6 үҙәкле гироскоп һәм акселерометр[33];
  • Һигеҙ 540 мА/сәғ күләмле батарея;
  • Смартфон йәки планшет менән бәйләнешкә инер өсөн Bluetooth модуле[2].

WOWCube-ның һуңғы версияһы үҙ составына 8 микропроцессорҙы һәм 24 экранды ала[25] (һәр ҡырҙа дүртәр экран), ә ҡоролманы зарядкалау USB-C аша база станцияһы ярҙамында башҡарыла. Ҡоролма зарядкаһы 3,5 сәғәткә етә[23].

Ҡулланыу платформаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

WOWCube консоле операцион системалар сифатында FreeRTOS , шулай уҡ P-кодты интерпретациялау өсөн Pawn телендә абстракт машина ҡуллана. Был уға алдан тупланған уйын логикаһын консолдә лә, уның программа эмуляторында ла башҡарыум мөмкинлеге бирә. WOWCube SDK-һы программа эмуляторына һәм аныҡ консоль булмағанда эшләнгән уйындарҙы шәхси компьютерға ла ҡуйырға мөмкин. WOWCubeның программа тәьминәтенең барлыҡ компонеттары MIT, BSD һәм Apache License кеүек асыҡ лицензиялар буйынса бирелә.

Программа эмуляторы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

WOWCubeла уйнау миҫалы (анимация)

SDK WOWCube составына аныҡ WOWCube консоле булмаған эшләүселәргә программа тәьминәте эшләү мөмикнлеге биргән программа эмуляторы инә. 2019 йылдан Windows һәм MacOS операция системалары ла тота. Эмулятор түбәндәге асыҡ сығыу кодлы бушлай программа тәьминәте базаһында төҙөлгән:

  • Processing теле — уйын консоленең 3D күренеше, ресурстарҙы (һүрәттәрҙе) тейәү һәм күрһәтеү, шулай уҡ Pawn телендә яҙылған ваҡиғаларҙы (кубиктарҙың боролоуы, акселерометрға йоғонтоһо) ҡулланыусынан логикаға тапшырыу өсөн ҡулланыла[34]. Ысын WOWCubeла Processing теле урынына C (программалау теле) ҡулланыла. Pawn теле менән бәйлнеш булдырыу өсөн API реаль WOWCube консоле өсөн дә, программа эмуляторы өсөн дә бер үк.
  • Pawn теле — уйындың логикаһын яҙыу өсөн файҙаланыла. Уйын логикаһы ваҡиғаларға реаль WOWCube консоле йәки эмулятор аша йоғонто яһай — экрандағы үҙгәрештәрҙе күреү өсөн команда бирә[35]
  • Visual Studio Code интеграшлатырылған эшләнмә мөхите — Pawn телендә уйын кодтарын мөхәррирләү һәм уларҙы программа эмуляторында ебәреү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ Processing телендә яҙылған 3D кодын да төҙәтергә була.

Программа тәьминәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тест режимында ике уйын бар: беренсеһендә күбәләктәрҙе йыйырға кәрәк (беренсе кимәлдә өс кенә күбәләк). Артабан уйын ҡатмарлаша бара. Икенсеһе — һыу ағыуын туҡтатыу өсөн төрлө элементтарҙан торба йыйыу бурысы ҡуйыла. Илья Осиповң һүҙҙәренсә, уйындар араһында «үлтереп» бөтөү өсөн тараҡандарҙы бер урынға йыйыу ҙа бар. Bandai Namco компанияһы ярҙамында Pac-Man уйынын эшләү ҡаралған[5]. Һуңыраҡ WOWCube өсөн уйындарҙы Apple Storeла ла уйнау мөмкин була[36][37].

2021 йылдың август һуңында Bluetooth аша iOS һәм Android өсөн ҡушымталары ярҙамында ҡорамалға 24 уйынға тиклем яҙҙырырға мөмкин булыуы тураһында хәбәр ителә[25]. Илья Еремеев фекеренсә, гипотетик күҙлектән ҡарағанда, ҡоролманы NFT-һаҡлағыс функцияһын башҡарған IOT-девайс сифатында йәки «һауа торошо, хаҡтар һәм музыкаль ҡушымталар өсөн интерфейс» булған док-станция итеп файҙаланырға мөмкин[23].

Аналогтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • MIT Media Lab[38] лабораторияһында эшләнгән Siftable (инг.)баш. (коммерция атамаһы Sifteo (инг.)баш.) — график һүртәләнеште күрһәтә, киңлектә үҙенең урынлашыу характерын билдәләй һәм башҡа модулдәр менән бәйләнештә була алған интерактив кубик модуль ҡоролмалары. Кубиктарҙың үҙ-ара бәйләнеше уларҙы әйләндергәндә, ҡырынайтҡанда, һелккәндә, борғанда барлыҡҡа килә: һәр Siftable «кубик» төҫлө дисплей менән йыһазландырылған, дүрт яҡтан инфраҡыҙыл порттар бар (башҡа модулдәр менән бәйлнеш өсөн), компьютер менән бәйлнеш өсөн Bluetooth модуле файҙаланыла, һүрәттәрҙе һәм башҡа мәғлүмәтте һаҡлау өсөн флэш-хәтер ҡулланыла, өс үҙәк буйынса хәрәкәтте күҙәтеү, һелкеү, эйелтеү һәм киңлектәге торошто башҡа төрлө үҙгәртеү өсөн акселерометр бар[39].
  • GoCube — Тель-Авивтың (Израиль) бойондороҡһоҙ эшләнмәләр төркөмө версияһындағы Рубик шаҡмағының электрон версияһы. Был BlueTooth аша смартфонға йәки планшетҡа тоташтырылған һәм ҡулланыусыларға йыйыу тиҙлеге буйынса ярышыу йәки дисплейҙағы өҫтәмә мәғлүмәт буйынса өйрәнеү мөмкинлеге биргән спорт гаджеты[40].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Maker Faire күргәҙмәһе, 2018 йылдың майы, Санта-Клара (Калифорния) — «Редакция һайлауы» призы[6][41]
  • SVOD’18 Конференцияһы һәм стартаптар конкурсы[15], 2018 йылдың 31 майы, Компьютер тарихы музейы, Маунтин-Вью (Калифорния) — «Аудитория һайлауы» беренсе призы[42]
  • World Technology Award премияһы, 2018 — «IT Hardware» категорияһы финалистары[43]
  • «Эшлекле кешеләр» Бөтә Рәсәй конкурсы, 2019 — «Йәш эш» номинацияһының көмөш призеры (Илья Осипов)[44].
  • WOWCube Уйын Системаһы Edison Awards премияһында көмөш миҙалға лайыҡ була
  • WOWCube халыҡ-ара CES2020 күргәҙмәһендә (Лас-Вегас) «Халыҡ һайлауы» номинацияһы еңеүсеһе[45].
  • Лас-Вегаста (Невада) Consumer Electronics Show 2021 (CES 2021) көмөш призеры[23]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 WOWCUBE® Game SystemTechnical Specifications (ингл.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Charlie Fink. Wowed by Wowcube (ингл.). Forbes (14 декабрь 2019). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  3. Z значит успех: как юное поколение создает бум предпринимательства. Snob (27 ноябрь 2018). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  4. 4,0 4,1 Dean Takahashi. Cubios’ WowCube is a handheld game console inspired by Rubik’s Cube  (инг.), VentureBeat (30 May 2018). 28 июнь 2018 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Александр Грек. Вау-кубик: больше, чем игрушка  (рус.), Популярная Механика (1 июнь 2019). 2 июнь 2019 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 6,9 Влада Стеканова. Предприниматель, отец школьника-участника TechCrunch Disrupt 2018 Илья Осипов: "В воспитании использую принцип первобытных людей"  (рус.), RusBase (6 сентябрь 2018). 6 сентябрь 2018 тикшерелгән.
  7. Osipov, I. V. Review puzzles and construction sets falling under the category of augmented reality games : [англ.] / I. V. Osipov, E. Nikulchev // ITM Web Conf., Volume 18. — 2018. — № 02003 (9 April). — С. 4.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 13-летний изобретатель Савва Осипов: что ждёт человечество до конца XXI века. secretmag.ru (14 ноябрь 2017). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  9. Мальчик индиго родом из Нижнего Новгорода предсказал будущее человечества. nn.ru (9 декабрь 2017). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  10. RTVi. Кубик Рубика XXI века. Как работает новая электронная головоломка, основанная на принципе знаменитой игрушки  (рус.), RTVi (8 декабрь 2018). 2018-18-09 тикшерелгән. 2019 йылдың 21 декабрь көнөндә архивланған.
  11. РБК. Савва Осипов и игровая консоль WOWCube  (рус.), РБК (2018). 9 май 2019 тикшерелгән. 2019 йылдың 9 май көнөндә архивланған.
  12. 12,0 12,1 Josiah Motley. WOWCube is a digital, interactive gadget designed by a 13-year-old  (инг.), KnowTechie (31 May 2018). 19 июль 2018 тикшерелгән. 2019 йылдың 25 август көнөндә архивланған.
  13. 13,0 13,1 13,2 «Многие партнёры до сих пор не знают, сколько мне лет»: подростки рассказали, как начали вести успешный бизнес. Мел (2 декабрь 2017). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  14. 14,0 14,1 Нижегородский IT-предприниматель представил сооснователю Apple свою разработку. nn.dk.ru (18 октябрь 2019). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 Ruslan Gurzhiy. Русскоязычная конференция помогает представить идеи в Кремниевой долине, SlavicSac (1 июнь 2018). 19 июль 2018 тикшерелгән.
  16. Анна Полякова. Игровой проект WOWCube Ильи Осипова привлек $1,4 млн. Rusbase (4 октябрь 2019). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  17. Сверхинтеллект и бессмертные люди: 13-летний гений озвучил прогноз до конца XXI века. forumdaily.com (22 ноябрь 2017). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  18. Patent US3655201 A: 'Pattern forming puzzle and method with pieces rotatable in groups' by Larry D. Nichols, 1970 (ингл.). Google Patents. Дата обращения: 25 июль 2017.
  19. Osipov, I. V. Transreality puzzle as an object of Augmented reality, Cubios puzzle : [англ.] / под ред. Jozef Colpaert // CALL in CONTEXT 2017, Proceedings. — Berkeley, University of California, 2017. — 8 July. — С. 626—637. — Depotnummer: D/2017/12.293/19. — ISBN 9789057285509.
  20. patent RU2644313C1: 'Electronic device with volumetric transformable display' 2017 (ингл.). Google Patents. Дата обращения: 28 июнь 2018.
  21. «Говорят: есть идея, но вам ее не покажут, вдруг украдете. Ответ: уходите, своих полно». nn.dk.ru (22 июль 2019). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  22. WOWCUBE at Maker Faire Bay Area 2018, Zone 8 in Sequoia: Mixed Reality
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 23,5 23,6 Как отец и сын придумали игровую консоль в виде куба и собрали предзаказы на $39 млн (ингл.). Forbes (20 сентябрь 2021). Дата обращения: 12 ғинуар 2022.
  24. McKenna Ross. 5 booths that caught eyes at CES 2022 (ингл.). Las Vegas Review Journal (7 ғинуар 2022). Дата обращения: 12 ғинуар 2022.
  25. 25,0 25,1 25,2 25,3 Маша Цепелина. Стартап-разработчик головоломок WowCube привлёк $4,5 млн от главы Xsolla Александра Агапитова и других. vc.ru (30 август 2021). Дата обращения: 12 ғинуар 2022.
  26. WowCube raises $1.5M from Xsolla founder for its Rubik’s Cube-like game device. Venturebeat (30 август 2021). Дата обращения: 12 ғинуар 2022.
  27. Богдан Музыченко. Стартап-разработчик головоломок WowCube запланировал привлечь до $5 млн при оценке в $49 млн. vc.ru (27 декабрь 2021). Дата обращения: 12 ғинуар 2022.
  28. Patent US4378117: 'Spatial logical toy' by Erno Rubik, 1974 (ингл.). Google Patents. Дата обращения: 25 июль 2017.
  29. 29,0 29,1 Osipov, Nikulichev, 2018
  30. CES 2019, i 15 gadget più sorprendenti (e pazzi) dell'anno (итал.). GQ Italia. Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  31. Осипов, И.В. Технические средства человеко-компьютерного взаимодействия TUI. Обзор и анализ возможностей использования в игрофикации : [рус.] // Cloud of science. — 2016. — № 4, Т.3.
  32. Osipov, Nikulichev, 2018b
  33. Cubios’ WowCube is a handheld game console inspired by Rubik’s Cube (ингл.). venturebeat.com (30 май 2018). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  34. Brief look into WowCube SDK (ингл.). falsetrue.io (22 февраль 2019). Дата обращения: 21 декабрь 2019. 2019 йылдың 21 декабрь көнөндә архивланған.
  35. Ilya V Osipov, Evgeny V. Nikulchev. Gamification Device Wowcube: Design And Program Environment. ICPE 2018 International Conference on Psychology and Education, At Moscow, Russian Federation (июль 2018). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  36. Noelia Núñez. El joven prodigio de 13 años que ha convertido el cubo de Rubik en videoconsola (исп.). El País (2 август 2018). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  37. Karmen Pascual. Once adolescentes que nos ilusionan y ayudan a creer en un futuro mejor (исп.). Bebesymas.com (29 апрель 2019). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  38. Osipov, Nikulichev, 2018b, p. 3
  39. David, Merrill. Siftables: towards sensor network user interfaces : [англ.] / Merrill David, Jeevan Kalanithi, Pattie Maes // Proceedings of the 1st international conference on Tangible and embedded interaction. ACM. — 2007. — 1 February. — С. 75—78. — DOI:10.1145/1226969.1226984.
  40. Chaim Gartenberg. Does the Rubik’s Cube need a Bluetooth connection?, The Verge (17 июнь 2018). 28 июнь 2018 тикшерелгән.
  41. Maker Faire Ribbon Winners
  42. SVOD’18 Startup Competition Winners
  43. 2018 World Technology Awards Winners  (инг.), www.wtn.net, The World Technology Network (2018). 5 апрель 2019 тикшерелгән. 2019 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
  44. Анастасия Назарова. «Какая честь!»: Нижегородец представил свое изобретение одному из основателей Apple (24 октябрь 2019). Дата обращения: 21 декабрь 2019.
  45. https://pravda-nn.ru/news/innovatsiya-nizhegorodtsa-pobedila-v-nominatsii-narodnyj-vybor-na-mezhdunarodnoj-vystavke/

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]