WebMoney
WebMoney | |
Барлыҡҡа килгән урыны | Мәскәү ҡалаһы |
---|---|
Фолловерҙар һаны | 11 141 и 19 800 ± 99[1] |
Нигеҙләү датаһы | 1998 |
Рәсми сайт | webmoney.ru |
Дәүләт | |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
WebMoney йәки WebMoney Transfer («Вэбма́ни» тип әйтелә) — электрон хисаплашыуҙар системаһы, 1998 йылда нигеҙләнгән, WM Transfer Ltd милкендә. WebMoney Рәсәйҙә электрон түләүҙәр системаһы булараҡ теркәлмәгән.
2018 йылдың ғинуарына ҡарата, WebMoney системаһында 36 миллиондан ашыу аккаунт теркәлгән була. 2014 йыл дауамында, Webmoney'ҙың эске статистикаһына ярашлы, системалағы операциялар һаны 160 миллиондан ашыу транзакция тәшкил итә, уларҙың күләме — 17 миллиард долларҙан ашыу.
Рунет ҡулланыусыларҙың 34,4 проценты, e-Finance User Index тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, WebMoney аҡса янсығын файҙалана (ҡулланыусыларҙың 56,6 проценты бер янсыҡ булһа ла файҙаланыуын билдәләгән).
Юридик статусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсми сайтта WebMoney Transfer «халыҡ-ара хисаплашыуҙар системаһы һәм селтәрҙә бизнес алып барыу мөхите» тип тасуир ителә.
Системаның хужаһы һәм администраторы — «WM Transfer Ltd». Рәсми сайтта был компанияның юрисдикцияһы ла, милекселәре лә күрһәтелмәгән, тик идарасы компания булараҡ UAB «DEED BALTIC» халыҡ-ара адвокатлыҡ компанияһы ғына (Вильнюс, Литва) аталған.
Техник ярҙам хеҙмәте һәм программа тәьминәтен эшләүсе Рәсәйҙә урынлашҡан. Баш аттестация үҙәге — Мәскәүҙә.
Аҡса янсыҡтарының (валюталарҙың) һәр төрө буйынса айырым гаранттар эш итә, улар тәғәйен илдәрҙә теркәлгән юридик шәхестәр булып тора.
- WMR гаранты — «ВМР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Рәсәй.
- WMZ гаранты — Amstar Holdings Limited компанияһы, Гонконг.
- WME гаранты — WebMoney Europe LTD. компанияһы, Бөйөк Британия.
- WMU гаранты — «Агентство Гарантий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (укр. ТОВ «Агентство Гарантій»), Украина.
- WMY гаранты — 2010 йылдың 5 мартына тиклем «TILLO-GARANT Үзбәк гарантия агентлығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
- WMB гаранты — «Технобанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Беларусь Республикаһы.
- WMK гаранты — Kazgarant Ltd., Доминика.
- WMG гаранты — WM Metals FZE, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре.
- WMX, WMH һәм WML гаранттары — INDX Transactions LTD, Британия Виргин утрауҙары.
- MDL гаранты — RunPay Moldova, Молдова Республикаһы.
Юридик күҙлектән ҡарағанда, титул билдәләре электрон аҡса түгел, ә финанс активтары (йәғни ҡиммәтле ҡағыҙҙар, бүләк сертификаттары йәки талап итеү хоҡуғын тапшырыу) булып тора, улар законлы һатыу-һатып алыу, тапшырыу йә алмашыу әйбере була ала, ләкин уларҙы тапшырыу аҡса күсереү тип һаналмай. Бер ниндәй банк операциялары үткәрелмәгәнгә күрә, Рәсәйҙә WebMoney системаһының эш итеүе банк ҡануниәте һәм «Милли түләү системаһы тураһында»ғы Федераль закон йоғонтоһо аҫтына инмәй. Ул тик ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнешенә арналған норматив акттар, атап әйткәндә Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексы менән көйләнә.
2015 йылдың ноябрендә WebMoney Европаның FCA (Financial Conduct Authority) лицензияһын ала, лицензия WebMoney'ҙың Европалағы Europe Ltd. гарантына Европа иҡтисади зонаһына ингән бөтә илдәрҙә электрон аҡсалар эмитенты тигән рәсми статусты нығыта. Шулай итеп, системала ҡулланылған WME-янсыҡтар үҙ сиратында электрон аҡса статусын ала һәм Европа берләшмәһе ҡануниәтенә тулыһынса тап килә.
Системаның эше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Валюталарҙың эквиваленттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Системала хисаплашыу берәмеге булып торған «титул билдәләренең» бер нисә төрө әйләнә, уларҙың һәр береһенә тәғәйен электрон аҡса янсығы бар:
- WMR — R-янсыҡтарҙа RUB эквиваленты
- WME — Е-янсыҡтарҙа EUR эквиваленты
- WMZ — Z-янсыҡтарҙа USD эквиваленты
- WMU — U-янсыҡтарҙа UAH эквиваленты
- WMB — В-янсыҡтарҙа белорус һумы эквиваленты
- WMK — K-янсыҡтарҙа KZT эквиваленты
- WMV — V-янсыҡтарҙа Вьетнам донгы эквиваленты
- WMG — G-янсыҡтарҙа 1 грамм алтын эквиваленты
- WMC һәм WMD — С- һәм D-янсыҡтарҙа кредит операциялары өсөн WMZ эквиваленттары
- WMX — X-янсыҡтарҙа 0,001 BTC эквиваленты
- WMH — H-янсыҡтарҙа 0,001 BCH эквиваленты
- WML — L-янсыҡтарҙа 0,001 LTC эквиваленты
- MDL — MDL-янсыҡтарҙа Молдова лейы эквиваленты.
Средстволарҙы тик бер төр янсыҡтар араһында ғына күсерергә мөмкин. Титул билдәләре төрлө булһа, уларҙы алмашыу сервистары аша күсерергә мөмкин, был сервистарҙың WMT-ның үҙенеке булмауы ла ихтимал.
Система үҙе алмашыу ваҡытында яҡтарҙың береһе сифатында ҡатнашмай, әммә http://wm.exchanger.ru сервисын тәҡдим итә, унда системала ҡатнашыусылар бер-береһе менән алмашыуҙар үткәрә.
Комиссия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Средстволарҙы күсергәндә уларҙы ебәреүсенән — 0,8 %, минимум 0,01 WM комиссия алып ҡалына. Бер түләү өсөн максималь комиссия түбәндәге суммалар менән сикләнә: 50 WMZ, 50 WME, 1500 WMR, 250 WMU, 100.000 WMB, 9.000 WMK, 2 WMG и 50 WMX. Кредит килешеүҙәре өсөн WMD-янсыҡтарының хужаларынан улар биргән һәр кредиттан 0,1 %, ләкин 0,01 WMZ-нан кәм булмаған күләмдә комиссия тотола.
Бер WM-идентификаторының бер төрлө янсыҡтарынан, шулай уҡ "башланғыс"тан кәм булмаған аттестатҡа эйә ҡатнашыусыларҙан үткән транзакциялар өсөн комиссия алынмай, бер аттестатҡа тоташҡан бөтә WM-идентификаторҙарҙың бер төрлө янсыҡтарынан да комиссия тотолмай.
Средстволарҙы индереү/сығарыу тарифтарын операцияларҙа ҡатнашыуслар (банктар, алмашыу пункттары, түләү системалары) билдәләй, ә WebMoney системаһы түгел.
WM-идентификаторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
WMT системаһында теркәлгәндә, системаның килешеүен ҡабул иткәндән һуң, ҡулланыусы осраҡлы һандарҙан төҙөлгән 12 урынлы WM-идентификатор (WMID) ала. Мәҫәлән: 123456789012. Ҡулланыусы күпме кәрәк, шунса һандағы WM-янсыҡтар аса ала. Янсыҡтың номеры уның ниндәй төргә ҡарауын белдергән хәрефтән һәм ун ике һандан тора (мәҫәлән: Z123456789012 — Z-янсыҡ өсөн). WMT аттестация сервисының сайты хужаның WMID-һын уның янсығының номеры аша асыҡлай, ә киреһенсә түгел.
Аттестация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Системала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе цифрлы танытма — аттестат ала. Теләгән бер ҡатнашыусының аттестатынWMT аттестация үҙәгендә тикшерергә була.
WM-аттестаттарҙың 12 төрө бар. Улар араһында айырыуса киң ҡулланылғандары:
- Псевдоним аттестаты (аттестат псевдонима) — иң түбән кимәл аттестат. Аттестатта баҫылған мәғлүмәттәр системала теркәлгәндә индерелә. Автоматик рәүештә бирелә. Паспорт мәғлүмәттәрен индереү талап ителмәй.
- Формаль аттестат (формальный аттестат) — был аттестатта баҫылған мәғлүмәттәр аттестация үҙәге сайтында индерелә. Автоматик рәүештә бирелә. Паспорт мәғлүмәттәрен индереү мотлаҡ, әммә улар тикшерелмәй. Ә системаның ҡайһы бер сервистары документтарҙың скандарын йөкләүҙе һорай, уларҙы тикшергәс, мәҫәлән, WebMoney Banks сервисы аша средстволарҙы сығарыу мөмкинлеге асыла.
- Башланғыс аттестат (начальный аттестат) — түләүҙе индергәс (уртаса 5-7 WMZ), персонализатор (системала аттестаты персональ кимәленән кәм булмаған ҡатнашыусы) тарафынан бирелә. Индерелгән паспорт мәғлүмәттәрен персонализатор шәхси осрашыу ваҡытында йә уға почта аша нотариус раҫлаған документтар килгәс тикшерә. Башланғыс аттестат унда баҫылған паспорт мәғлүмәттәренең тикшерелгән булыуын раҫлай. Башланғыс аттестат ҡайһы бер аҡса күсереү системалары аша янсыҡты тулыландырғандан һәм сайтҡа документтар скандарын йөкләгәндән һуң янсыҡты автоматик рәүештә лә (түләүһеҙ) бирелә ала. 2013 йылдың февраленә ҡарата, WMT системаһының 69 мең ҡулланыусыһы башланғыс аттестатҡа эйә булған.
- Персональ аттестат (персональный аттестат) — регистратор тарафынан түләү индергәндән (уртаса 10-20 WMZ) һуң бирелә һәм WMT системаһында төп аттестат булып тора. Индерелгән паспорт мәғлүмәттәре регистратор тарафынан шәхси осрашыу ваҡытында йә нотариус раҫлаған документтарҙы (Рәсәйҙә хаҡы 19 WMZ) уға почта аша ебәргәс тикшерелә. Персональ аттестат ҡулланыусыға түбәнерәк кимәл аттестаттар менән сағыштырғанда бик күп өҫтөнлөктәр бирә. 2013 йылдың февраленә ҡарата, WMT системаһындағы 98 меңдән ашыу ҡулланыусы персональ аттестатҡа эйә булған.
- Теркәүсе аттестаты (аттестат регистратора) — иң юғары кимәл аттестаты. Ул системаның Аттестация үҙәге тарафынан Webmoney'ҙың Мәскәүҙәге офисында шәхси осрашыу ваҡытында ғына бирелә. 2013 йылдың февраленә ҡарата, WMT системаһының 159 ҡулланыусыһы теркәүсе аттестатына эйә булған.
Шулай уҡ ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлек төрө өсөн тәғәйенләнгән аттестат төрҙәре була (мәҫәлән, һатыусы аттестаты, яһаусы аттестаты), улар бөтәһе лә персональ аттестат төркөмөнә ҡарай. Ойошмалар вәкилдәре өсөн Capitaller аттестаты һәм хисаплау автоматы аттестаты бар.
WMT сервистары һәм гаранттары өсөн махсус аттестаттар бар.
Арбитраж[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсми сайтта Арбитраж система ҡатнашыусылары араһындағы бәхәстәрҙе хәл итеү сервисы булараҡ һүрәтләнә.
Система ҡатнашыусыһы Арбитражға башҡа ҡатнашыусы өҫтөнән, килешеү һөҙөмтәһе менән риза түгеллеген белдереп, дәғүә ебәрә ала. Дәғүәләрҙең ике төрө була:
- Иҫкәртеү дәғүәһе: автоматик рәүештә баҫыла һәм мәғлүмәт биреү төҫөнә эйә.
- Бикләүсе дәғүә:
- дәғүәне алыусының WMID-ы хеҙмәтләндерелеүен ваҡытлыса туҡтатып тора
- дәғүә биреүсенең гарантия залогы индереүен талап итә
- дәғүәне алыусының аңлатма биреүен талап итә
- дәғүәне алыусының аңлатмаһы баҫылғандан һуң күп тигәндә 3 тәүлек эсендә ҡарала.
Дәғүәне хатта янсыҡтарҙы бикләү хоҡуғына эйә булған система операторы өҫтөнән дә бирергә була. Дәғүә түләүһеҙ бирелә. Бөтә дәғүәләр арбитраж тарафынан ҡарала, дәғүәләге факттар раҫланһа, тейешле саралар күрелә. Дәғүәләр теркәлгән мәлдән алып күп тигәндә бер аҙна эсендә ҡарала.
Бөтә дәғүәләр өсөн дә актуаллек мөҙҙәте билдәләнә, ул һәр дәғүәгә айырым иҫәпләп сығарыла. Актуаллек мөҙҙәте тулғас, улар архивҡа күсерелә һәм дәғүә уның адресаты өсөн генә асыҡ ҡала.
Система ҡағиҙәләре буйынса, арбитраж ҡарарҙары һуңғы ҡарар булып тора һәм система эсендә уның өҫтөнән ялыу биреп булмай. Арбитраж шулай уҡ системала ҡатнашыусылар араһындағы электрон контракттарҙы теркәй. Контракттарҙы теркәү тураһындағы мәғлүмәт сайтҡа ҡуйыла бара.
Программа тәьминәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Системала эшләү өсөн Microsoft Windows операцион системаһы өсөн тәғәйенләнгән WM Keeper WinPro клиент программаһын йә теләһә ҡайһы операцион системаларға ла яраҡлы WM Keeper WebPro йәки WM Keeper Standard веб-версияларын ҡулланырға була. Шулай уҡ WM Keeper Mobile ҡушымтаһы ярҙамында кеҫә телефондарынан да эш итергә була. Android, Apple iOS, Windows Phone, BlackBerry OS, Bada, Symbian һәм Java менән эшләгән телефондар өсөн версиялар бар. Бынан тыш, система Facebook, ВКонтакте, Одноклассники кеүек популяр социаль селтәрҙәрҙәге клиенттарына янсыҡтары менән идара итеү мөмкинлеген бирә.
Клиент счеттарын бикләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Килешеүгә ярашлы, WebMoney системаһы сәбәбен аңлатмайынса һәм хәбәр итеп тормайынса бер яҡлы тәртиптә хеҙмәтләндереүҙе туҡтатырға һәм хеҙмәтләндереүҙән баш тартырға хоҡуҡлы. Хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡан осраҡта ҡулланыусының аҡсалары уның банк счётына күсерелә.
Счётҡа инеү мөмкинлеген юғалтҡан осраҡта уға контролде тергеҙеү 10-ға тиклем эш көнөн ала.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Компания 1998 йылда ойошторола, системала теркәлгән тәүге мең ҡулланыусыға 30 WMZ (ул саҡта WM тип кенә йөрөтөлә) күләмендә премия бирелә.
1999 йылдан, Western Union менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә, WebMoney ярҙамында почта һәм телеграф аша аҡса күсереү мөмкинлеге асыла. 1999 йылда идентификация аттестаттары индерелә.
2000 йылда яңы WMR валютаһы — Рәсәй һумдарында электрон чектар индерелә. Ошо мәлдән WM (вебдолларҙар) WMZ тип йөрөтөлә башлай.
2001 йылда системала ҡатнашыусылар араһында кредит биреү һәм алыу мөмкинлеге асыла. Компания тағы бер яңы WME валютаһы — евроны индерә.
2003 йылдың 19 декабренән WebMoney ҡатнашыусылары гривналы WMU-янсыҡтар аса ала.
2004 йылда WebMoney мобиль клиент (Keeper Mobile), үҙ почта хеҙмәте (WebMoney Mail) кеүек яңылыҡтарҙы ҡулланыуға индерә.
2005 йылдың майында «Вычислительные силы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (WebMoney Transfer өсөн программа тәьминәте эшләүсе) E-num ике факторлы авторлашыу сервисын эшләтеп ебәрә.
2005 йылдың сентябренән һәр ҡатнашыусы өсөн бизнес-кимәлде даими иҫәпләү һәм яңыртып тороу индерелә.
2006 йылда Бурыс сервисы индерелә.
2007 йылдың 20 июлендә WebMoney системаһында Рәсәй өсөн яңы төр янсыҡтар — WMG йәки WebMoney Gold булдырыла. Был янсыҡтарҙағы средстволар 995-се пробалы (йәғни 99,5 процент сафлыҡта) ҡойолма алтын менән тәьмин ителә. WMGold буйынса WM Metals FZE (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) гарант булып сығыш яһай.
2007 йылда үҙ вики-ресурсын (WebMoney Wiki) — WebMoney тураһында коллектив белем базаһын булдыра. 2007 йылдың декабрендә система тәүге абруйлы наградаһын ала — WebMoney «Иң яҡшы online түләүҙәр системаһы» номинацияһында Милли банк премияһына лайыҡ була.
2000-се йылдар аҙағында Германияла тыйыла. 2015 йылдың ноябрендә, WebMoney Europe британ финанс көйләүсеһе FCA лицензияһын алғас, компанияның Европа иҡтисади зонаһына ингән бөтә илдәрҙә электрон аҡса эмитенты статусы нығына, һәм тыйыу рәсми рәүештә юҡҡа сығарыла.
2016 йылдың 7апрелендә WebMoney Transfer туристик йүнәлеште үҫтереү маҡсатында WebMoney.Travel сервисын аса.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ YouTube Application Programming Interface
=
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- webmoney.ru — WebMoney рәсми сайты
- wiki.webmoney.ru — сборник статей о WebMoney в формате wiki на оф. сайте
- Интеграция WebMoney с .Net приложениями OpenSource библиотеки и утилиты для разработчиков, использующих программные интерфейсы системы WebMoney в .Net приложениях
- Платежный шлюз (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2010)(Тикшерелгән 19 февраль 2010)