«Күмертау» йылдам үҫеш биләмәһе

«Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе — Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең айырым хоҡуҡи режимы ғәмәлдә булған Күмертау ҡала округы биләмәһе. 2016 йылда ойошторолған. 2021 йылға ҡарата биләмәлә 30 резидент теркәлгән, инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 2,5 миллиард һум тәшкил итә, килем күләме — 38 миллиард һум; 1408 эш урыны булдырылған[1].

Биләмәнең үҫеше

2016 йылда Күмертау монойүнәлешле муниципаль берәмектәр (моноҡалалар) исемлегенә индерелә[2][3], был һуңынан ҡалаға йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын рәсмиләштереү хоҡуғын бирә[4].

Биләмә, РФ Хөкүмәтенең 2016 йылдың 29 декабрендәге «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен булдырыу тураһында"ғы 1550-се ҡарарына ярашлы, ҡалаға ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар (Күмертау авиация етештереү предприятиеһы) эшмәкәрлегенә бәйле булмаған инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында булдырыла[5][6]. Шулай итеп, Күмертау Башҡортостанда йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын алған беренсе ҡала була.

Резиденттар өсөн шарттар

«Күмертау» ТОСЭР-ының потенциаль резиденттарына талаптар дәғүә итеүсе компанияларҙың бары тик ҡала биләмәһендә генә эшмәкәрлек алып барырға, беренсе йыл дауамында инвестицияларҙың минималь күләмен 2,5 миллион һумдан (НДС-ты иҫәпкә алмайынса) кәм итмәҫкә, тәүге йылда кәм тигәндә 10 яңы эш урыны булдырырға, сит илдәрҙән эшсе көстәрҙе йәлеп итеүҙе 25 проценттан да арттырмаҫҡа, ябылыу, бөлгөнлөк йәки үҙгәртеп ҡороу процесында булмаҫҡа һәм ТОР эшмәкәрлегенең йүнәлеш төрҙәренә тап килергә тейешлеген күҙ уңында тота. Резиденттар өсөн льготалы һалым режимы ҡаралған: табышҡа федераль бюджетҡа күсерелә торған һалым һалынмай, төбәк бюджетына түләнгән аҡса тәүге килем алғандан алып тәүге биш йыл эсендә — 5 проценттан, һуңынан 10 проценттан артмай. Ергә һәм мөлкәткә һалымдар һалынмай, страховка иғәнәләре 7,6 процентҡа тиклем кәмей[1].

Резиденттары

2017 йылдың 20 апрелендә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең беренсе резиденты — «Элеватор» компанияһының май экстракцияһы заводы төҙөлөшөнөң инвестиция проекты менән теркәлеүе тураһында хәбәр итте (күҙалланған инвестицияларҙың дөйөм күләме — яҡынса алты миллиард һум, яңы эш урындары — 500-ҙән ашыу)[7].

Тиҙҙән «Юғары технологиялы нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереүҙе булдырыу» инвестиция проекты менән «Ойлтиммаш» компанияһы (инвестициялар күләме — 239 миллион һум, яңы эш урындары — 900) ТОСЭР-ҙың икенсе резиденты була[8]. Биләмәнең өсөнсө резиденты — «Башинком 1» компанияһы (минераль ашламалар етештереүҙе ойоштороу буйынса проект)[9].

2018 йылдың октябрендә «Элеватор» компанияһының май экстракцияһы заводы тулы проект ҡеүәтенә (инвестициялар күләме һәм яңы эш урындары һаны буйынса планлаштырылған күрһәткестәрҙе үтәп) сығыуы тураһында иғлан ителә[10].

«Күмертау» ТОСЭР-ы Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының йыллыҡ рейтингында 2019 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 10 моноҡалаһы исемлегенә инде. Биләмә ойошторолғандан алып 2,4 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән, 1346 эш урыны булдырылған[11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ТОСЭР "Кумертау" - Официальный сайт городского округа город Кумертау. www.admkumertau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 19 ғинуар 2022 года.
  2. Об утверждении перечня моногородов. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 7 февраль 2022 года.
  3. Правительство Российской Федерации Распоряжение от 29 июля 2014 г. № 1398-р. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 7 ғинуар 2018 года.
  4. О порядке создания территорий опережающего социально-экономического развития в монопрофильных муниципальных образованиях. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 22 ғинуар 2022 года.
  5. Постановление Правительства Российской Федерации от 29.12.2016 № 1550 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 19 ғинуар 2022 года.
  6. О создании территории опережающего социально-экономического развития "Кумертау" от 29 декабря 2016 - docs.cntd.ru. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 19 ғинуар 2022 года.
  7. В Башкортостане зарегистрирован первый резидент ТОСЭР. pravitelstvorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 19 ғинуар 2022 года.
  8. В ТОСЭР «Кумертау» новый инвестор планирует создать 900 рабочих мест. pravitelstvorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 19 ғинуар 2022 года.
  9. Получение статуса резидента территории опережающего социально-экономического развития (ТОР, ТОСЭР) в моногороде Кумертау Республика Башкортостан (Башкирия) льготы по налогу на прибыль, имущество, землю, взносам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 13 ғинуар 2022 года.
  10. Завод первого резидента ТОР "Кумертау" в Башкирии вышел на полную мощность. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 19 ғинуар 2022 года.
  11. ТОСЭР «Кумертау» вошел в десятку лучших моногородов России. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 19 ғинуар 2022 года.

Тема буйынса өҫтәмә