«Нефтекама» йылдам үҫеш биләмәһе

«Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе — Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең айырым хоҡуҡи режимы ғәмәлдә булған Нефтекама ҡалаһы биләмәһе. 2019 йылда ойошторолған. 2021 йылдың көҙөнә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, «Нефтекама» ТОР-ында 14 резидент теркәлгән[1].

Биләмәнең үҫеше

2016 йылда Нефтекама монойүнәлешле муниципаль берәмектәр (моноҡалалар) исемлегенә индерелә[2], был һуңынан ҡалаға йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын рәсмиләштереү хоҡуғын бирә[3]. «Нефтекама» ТОР-ы, РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 12 февралендәге «Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен булдырыу тураһында"ғы 129-сы Ҡарарына ярашлы, ҡала иҡтисадын диверсификациялау, уның ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятие «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар ойошмаһына бәйлелеген кәметеү һәм ҡаланың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыу маҡсатында булдырыла. Ҡарар йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә дүрт миллиард һум инвестиция йәлеп итеүҙе һәм ике меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыуҙы (иң элек — энергетика ихтыяждары өсөн машиналар эшләүҙә, шулай уҡ төҙөлөш секторында) күҙ уңында тота[4][5][6].

Резиденттар өсөн шарттар

«Нефтекама» ТОР-ының потенциаль резиденттарына талаптар, РФ Хөкүмәтенең 2017 йылдың 26 апрелендәге «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 22 июнендәге 614-се ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 494-се Ҡарары менән индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, дәғүә итеүсе компанияларҙың бары тик ҡала биләмәһендә генә эшмәкәрлек алып барырға, беренсе йыл дауамында инвестицияларҙың минималь күләмен 2,5 миллион һумдан (НДС-ты иҫәпкә алмайынса) кәм итмәҫкә, тәүге йылда 10-дан да кәм булмаған яңы эш урындары булдырырға, сит илдәрҙән эшсе көстәрҙе йәлеп итеүҙе иң күбе 25 процент менән сикләргә, ябылыу, бөлгөнлөк йәки үҙгәртеп ҡороу процесында булмаҫҡа һәм ТОР эшмәкәрлегенең йүнәлеш төрҙәренә тап килергә тейешлеген күҙ уңында тота[7]. Резиденттар өсөн льготалы һалым режимы ҡаралған: табышҡа федераль бюджетҡа күсерелә торған һалым һалынмай, төбәк бюджетына түләнгән аҡса тәүге килем алғандан алып тәүге биш йыл эсендә — 5 проценттан, һуңынан 10 проценттан артмай. Ергә һәм мөлкәткә һалымдар һалынмай, страховка иғәнәләре 7,6 процентҡа тиклем кәмей[8].

Резиденттары

«Нефтекама» ТОР-ының беренсе резиденты 2019 йылдың июнендә «Интеркуб» компанияһы (төҙөлөш металл конструкциялары, изделиелар һәм уларҙың өлөштәрен етештереү) була[9]. Бер айҙан һуң «Башлайт» компанияһы (электр лампалары һәм яҡтыртыу ҡорамалдары етештереү) биләмә резиденты статусын ала[10]

2020 йылдың октябрендә хужалыҡ һәм мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешендәге пластмасса изделиелар етештереү буйынса завод проекты менән «ПК Импульс» компанияһы ТОР резиденты була[11].

2021 йылдың февралендә ТОСЭР резиденттары реестрына «Каматрон» компанияһы (компрессор ҡорамалдары етештереү) индерелә[12]. Шул уҡ йылдың июнендә исемлекте «Беренсе мебель компанияһы» (смарт-карауаттар етештереү) тулыландыра[13]. Августа полимерҙар етештереү проекты (планлаштырылған инвестициялар күләме — 130 миллион һум) менән «Аттика — Өфө» компанияһы резидент булыр теркәлә[14]. 2021 йылдың сентябрендә «Нефтекама» ТОР-ының тағы бер резиденты, «Рестон» компанияһы (ортопедик карауаттар етештереү) теркәлә. Компания йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең 14-се резиденты була, был ваҡытҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме миллиард һумға яҡын тәшкил итә, яңы эш урындары һаны — меңдән ашыу[15].

Иҫкәрмәләр

  1. В Башкирии инвестор планирует запустить производство ортопедических кроватей. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  2. Об утверждении перечня моногородов. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 7 февраль 2022 года.
  3. О порядке создания территорий опережающего социально-экономического развития в монопрофильных муниципальных образованиях. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 22 ғинуар 2022 года.
  4. О создании территории опережающего социально-экономического развития «Нефтекамск» (Республика Башкортостан). government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2019 года.
  5. Деятельность / Министерство экономического развития и инвестиционной по-литики Республики Башкортостан. economy.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  6. ТОР «Нефтекамск» привлечёт свыше 4 млрд рублей инвестиций. www.pnp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  7. Постановление Правительства Российской Федерации от 26.04.2017 г. № 494. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 23 ғинуар 2022 года.
  8. Деятельность / Министерство экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан. economy.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  9. «Интеркуб» стал первым резидентом ТОСЭР «Нефтекамск». РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  10. На ТОСЭР «Нефтекамск» и «Кумертау» зарегистрированы два новых резидента. pravitelstvorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  11. В Башкирии на ТОСЭР «Нефтекамск» будут производить пластмассовые изделия. ИА REGNUM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  12. В реестр резидентов ТОСЭР в Башкирии включили еще двух инвесторов. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  13. В Башкортостане запустят производство смарт-кроватей / Министерство экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан. economy.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  14. Питерская компания создаст в Башкирии производство полимеров за 130 млн рублей — Правда ПФО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  15. Новый резидент ТОСЭР «Нефтекамск» будет производить ортопедические кровати. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 14 февраль 2022 года.

Тема буйынса өҫтәмә