Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе
Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе (АСЕАН; рус. Ассоциация государств Юго-Восточной Азии; ингл. Association of SouthEast Asian Nations) — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләттәрҙең сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни хөкүмәт-ара төбәк ойошмаһы. 1967 йылдың 8 авгусында Бангкок ҡалаһында «АСЕАН декларацияһына» («Бангкок декларацияһы») ҡул ҡуйғандан һуң барлыҡҡа килә.
1976 йылда Бали утрауында Көньяҡ-Көнсығыш Азияла Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә һәм АСЕАН татыулыҡ декларацияһына ҡул ҡуйғандан һуң АСЕАН ойошмаһы формалаштырыла.
Ағза-дәүләттәр
Ойошманы туранан-тура төҙөгән илдәр булып Индонезия, Малайзия, Сингапур, Таиланд һәм Филиппин торған. Һуңыраҡ уға Бруней (1984 йылдың 7 ғинуарынан, бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң 6 көн үткәс), Вьетнам (1995 йылдың 28 июленән), Лаос һәм Мьянма (1997 йылдың 23 июленән), Камбоджа (1999 йылдың 30 апреленән) ҡушылған, Көнсығыш Тимор (2025). Хәҙерге ваҡытта Папуа — Яңы Гвинеяның ойошмала күҙәтеүсе статусы бар. 2002 йылда был статусты алыр өсөн Көнсығыш Тимор ғариза бирҙе[3].
АСЕАН-дың ағза-дәүләттәренең дөйөм халыҡ һаны 667 миллион кешегә барып етә, ә дөйөм майҙаны — 4,5 млн км2. Был илдәрҙең дөйөм ЭТП-һы 9,731 млрд АҠШ долларына барып етә.
АСЕАН-дың юғарғы органы булып ағза-дәүләттәр етәкселәренең (ил һәм хөкүмәт башлыҡтарының) осрашыуы тора. 2001 йылдан алып бындай осрашыуҙар йыл һайын үткәрелә. Етәксе һәм координациялау органы булып йыл һайын үткәрелгән тышҡы эштәр министрҙары кәңәшмәһе тора. Шулай уҡ йыл һайын финанс министрҙарының һәм ваҡыты-ваҡыты менән ауыл хужалығы һәм иҡтисад министрҙарының кәңәшмәләре уҙа, әммә уларҙың иң мөһим ҡарарҙары тышҡы эштәр министрҙары тарафынан раҫланырға тейешле. Рәйеслек итеүсе илдең тышҡы эштәр министры һәм башҡа ағза-дәүләттәрҙең илселәренән торған даими комитет ойошмала көндәлек етәкселекте башҡара. Даими Секретариат Джакарта ҡалаһында урынлашҡан һәм Генераль секретарь тарафынан етәкселек ителә (2013 йылдың 9 ғинуарынан алып был вазифаны Вьетнамдың элекке тышҡы эштәр министры Ле Лыонг Минь башҡара, вәкәләтлек ваҡыты — 5 йыл). Тағы ла 29 комитет һәм 122 эш төркөмө бар, улар АСЕАН сиктәрендә йылына 300-ҙән ашыу сара уҙғара.
Структураһы
АСЕАН-дың юғары органы булып ағза илдәрҙең лидерҙары (дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары) саммиты тора[4]. Ул йылына ике тапҡыр үткәрелә. Саммит ғәҙәттә өс көн дауам итә һәм ойошманың төбәк буйынса партнерҙары менән осрашыуҙар менән оҙатыла. Етәкселек итеүсе һәм координациялаусы орган вазифаһын йылына бер нисә тапҡыр үткәрелгән сит ил эштәре министрҙары кәңәшмәһе (СИЭМК) башҡара. Был практика саммиттар өс йылға бер тапҡыр үткәрелгән осорҙан башлана, ул ваҡытта министрҙар кәңәшмәһе киләһе саммитҡа әҙерлек маҡсатында бер йыл алдан ойошторолған.
Шулай уҡ йыл һайын финанс министрҙарының кәңәшмәләре, ә ваҡыт-ваҡыты менән иҡтисад һәм ауыл хужалығы министрҙарының осрашыуҙары үткәрелә. Әммә улар ҡабул иткән мөһим ҡарарҙар сит ил эштәре министрҙары тарафынан раҫланырға тейеш.
Көндәлек етәкселек итеүҙе рәйеслек иткән илдең сит ил эштәре министры һәм башҡа ағза дәүләттәрҙең илселәре ингән даими комитет башҡара. Даими секретариат Джакарта ҡалаһында урынлашҡан һәм уны биш йыллыҡ мөҙҙәткә тәғәйенләнгән Генераль секретарь етәкләй. Шулай уҡ эшмәкәрлек 29 комитетта һәм 122 эшсе төркөмдә алып барыла, был АСЕАН сиктәрендә йыл һайын 300-ҙән ашыу сара үткәрергә мөмкинлек бирә.
Ойошмала рәйеслек итеү инглиз телендәге алфавит буйынса дәүләттәрҙең сиратына ярашлы бер йыллыҡ мөҙҙәт менән башҡарыла. Мәҫәлән, 2007 йылда рәйеслек иткән ил — Сингапур, ә 2008 йылда сират буйынса — Таиланд. Сит ил эштәре министрҙары кәңәшмәһендә иһә алдағы йылда ойошмаға рәйеслек иткән илдең сит ил эштәре министры рәйеслек итә.
Маҡсаттары
Бангкок декларацияһы буйынса ойошманың төп маҡсаттары:
- Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставы принциптарына тоғролоҡ нигеҙендә төбәктә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ урынлаштырыу;
- хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам нигеҙендә ағза дәүләттәрҙең иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешен тиҙләтеү;
- оҡшаш маҡсаттарға эйә булған халыҡ-ара һәм төбәк ойошмалары менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм һаҡлау[5].
Тарих
АСЕАН-дан алда 1961 йылда барлыҡҡа килгән Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе — ASA ойошмаһы булған, унда Филиппин, Малайзия Һәм Таиланд илдәре ингән. АСЕАН үҙе 1967 йылдың 8 авгусында Бангкок ҡалаһында биш дәүләт — Индонезия, Малайзия, Филиппин, Сингапур һәм Таиланд тышҡы эштәр министрҙары осрашыуында «АСЕАН декларацияһына» («Бангкок декларацияһына») ҡул ҡуйылғас барлыҡҡа килә. Биш сит ил эштәре министры — Индонезиянан Әҙәм Малик, Филиппиндан Нарцисо Рамос, Малайзиянан Абдул Разағ, Сингапурҙан С. Раджаратнам һәм Таиландтан Танат Кхоман — ойошманы нигеҙләүселәр булып тора[6].
АСЕАН-ды төҙөү сәбәптәре араһында: ағза-дәүләттәренең етәкселек итеүсе элиталарының дәүләт төҙөүгә ҙур иғтибар биреү теләге, коммунизмдан ҡурҡыу, алға киткән илдәрҙән шикләнеү һәм иҡтисади үҫешкә ынтылыш була.
1984 йылдың 8 ғинуарынан Бруней-Даруссалам солтанлығы блоктың алтынсы ағзаһы булып китә[7].
Артабанғы киңәйеүе
1995 йылдың 28 июленән Вьетнам уның етенсе ағзаһы була[8]. 1997 йылдың 23 июленән Лаос һәм Мьянма ойошмаға инә[9]. 1999 йылдың 30 апреленән Камбоджа АСЕАН ағзаһы була[9][10].
1990-сы йылдарҙа блок ағза-илдәренең күбәйеүен һәм артабанғы үҙ-ара интеграцияға ынтылыш көсәйеүен кисерә. 1990 йылда Малайзия Көнсығыш Азияның Иҡтисад советын төҙөргә тәҡдим итә[11], унда АСЕАН дәүләттәренән башҡа Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Корея Республикаһы һәм Япония инергә тейеш була. Бының сәбәптәре булып АҠШ-тың төбәктәге йоғонтоһоның тиҙ үҫеүе тора[12][13]. Был тәҡдим АҠШ-тың һәм Японияның көслө ҡаршылығы арҡаһында тормошҡа ашмай ҡала[12][14]. Был уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, ағза-дәүләттәр артабанғы интеграцияға ынтылыуын дауам итә һәм 1997 йылда «АСЕАН плюс өс» исеме алған формат барлыҡҡа килә.
1992 йылда Дөйөм һөҙөмтәле преференциаль тариф тураһындағы килешеүгә (CEPT) ҡул ҡуйыла. АСЕАН-да был ирекле сауҙа зонаһын төҙөүгә беренсе аҙым булып тора. 1997 йылда Чиангмай ҡалаһында уҙған кәңәшмә АСЕАН һәм АСЕАН+3 (Ҡытай, Корея Республикаһы, Япония) форматтарындағы интеграцияның тағы ла нығыраҡ үҫешенә йүнәлтелгән[15].
Иҡтисади мәсьәләләрҙән тыш, блок донъялағы һәм төбәктәге тотороҡлолоҡ тураһында ла ҡайғырта. 1995 йылдың 15 декабрендә Бангкок ҡалаһында ядро ҡоралынан азат зона тураһындағы Көньяҡ-Көнсығыш Азия килешеүенә ҡул ҡуйыла. Был килешеү 1997 йылдың 28 мартынан, берәүҙән башҡа бөтә ағза-дәүләттәр уны раҫлағандан һуң, көсөнә инә. 2001 йылдың 21 июнендә, Филиппин ҡабул иткәндән һуң, тулыһынса ғәмәлгә инә һәм төбәк ядроһыҙ зонаға әйләнә[16].
Көнсығыш Тимор һәм Папуа — Яңы Гвинея
2011 йылдың мартында Джакарта ҡалаһында уҙған ағза-дәүләттәр осрашыуында Көнсығыш Тимор АСЕАН-дың тулы ағзаһы булырға теләк белдерә[17][18][19]
1976 йылда Папуа — Яңы Гвинеяға ойошмала күҙәтеүсе статусы һәм 1981 йылда айырым күҙәтеүсе статусы бирелә[20]. Папуа-Яңы Гвинея — Меланезия илдәре. 1976 йылғы Бали саммитынан һуң АСЕАН иҡтисади хеҙмәттәшлек программаһын башлай. Был программа 1980-се йылдар уртаһында бәләгә тарый һәм 1991 йыл тирәһендә генә Таиландтың төбәк ирекле сауҙа зонаһы төҙөү тәҡдименә яуап итеп тергеҙелә.
АСЕАН рәйестәре
| Йыл | Ил | Йыл | Ил | Йыл | Ил | ||
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 2008 | 2015 | 2022 | |||||
| 2009 | 2016 | 2023 | |||||
| 2010 | 2017 | 2024 | |||||
| 2011 | 2018 | 2025 | |||||
| 2012 | 2019 | 2026 | |||||
| 2013 | 2020 | ||||||
| 2014 | 2021 |
Тирә-яҡ мөхит
2002 йылда Көньяҡ-Көнсығыш Азияла төтөн менән бысраныуҙы контролдә тотоу өсөн яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла[21] . Башҡа экологик килешеүҙәр араһында «Көнсығыш Азия энергетика хәүефһеҙлеге тураһындағы Себу декларацияһы» (2007), «Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау буйынса АСЕАН-дың тәбиғәт һаҡлау селтәре» (2005)[22] һәм «Экологик саф үҫеш һәм климат буйынса Азия-Тымыҡ океан теләктәшлеге» климаттың үҙгәреүенә ҡаршы саралар булып тора. АСЕАН дәүләттәре өсөн климат үҙгәреүе көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Ирекле сауҙа
2007 йылдың 26 авгусында АСЕАН ирекле сауҙа зонаһы тураһында Ҡытай, Япония, Корея Республикаһы, Һиндостан, Австралия һәм Яңы Зеландия менән килешеүҙәрҙе 2013 йылға төҙөп бөтөргә йыйыныуы хаҡында иғлан итә. Бының сәбәбе — 2015 йылға АСЕАН Иҡтисади Берләшмәһен төҙөү[23][24]. 2007 йылдың нояберендә АСЕАН Уставы ҡабул ителә. Шул уҡ йылды Себу утрауында «Көнсығыш Азия энергетика хәүефһеҙлеге тураһындағы Себу килешеүенә» АСЕАН ағзалары һәм EAS-тың башҡа ағзалары (Ҡытай, Япония, Корея Республикаһы, Һиндостан, Австралия һәм Яңы Зеландия) ҡул ҡуя. Декларация энергетика хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн альтернатив яғыулыҡ сығанаҡтарын эҙләүҙе хуплай. 2009 йылдың 27 февралендә АСЕАН Яңы Зеландия һәм Австралия дәүләттәре араһында ирекле сауҙа тураһындағы килешеү төҙөлә[25][26] АСЕАН ағзалары 2013 йылда Ҡытай, Япония, Корея Республикаһы, Һиндостан, Австралия һәм Яңы Зеландия илдәре менән бергә «Бөтә яҡлы төбәк иҡтисади теләктәшлеге» барлыҡҡа килтереү тураһында һөйләшеүҙәрҙе башлайҙар[27].
Рәсәй — АСЕАН партнёр диалогы
1996 йылдың июленән алып Рәсәй АСЕАН-дың тулы хоҡуҡлы диалог буйынса партнеры булып тора. Ошо осорҙа хеҙмәттәшлектең норматив-хоҡуҡи нигеҙе булдырылды. Уға түбәндәге төп документтар инә:
Азия-Тымыҡ океан төбәгендә тыныслыҡ, хәүефһеҙлек, именлек һәм үҫеш хаҡындағы Рәсәй менән АСЕАН-дың уртаҡ декларацияһы (2003 йылдың 19 июне, Пномпень, Камбоджа); халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәш өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында Рәсәй — АСЕАН уртаҡ декларацияһы (2004 йылдың 2 июле, Джакарта, Индонезия); үҫешкән һәм комплекслы партнерлыҡ тураһында Рәсәй һәм АСЕАН лидерҙарының уртаҡ декларацияһы (2005 йылдың 13 декабре, Куала-Лумпур, Малайзия); Рәсәй менән АСЕАН араһында иҡтисад һәм үҫеш өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара килешеү (2005 йылдың 10 декабре, Куала-Лумпур; 2006 йылдың 11 авгусында үҙ көсөнә инә); Рәсәй менән АСЕАН хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса 2005—2015 йылдарға иҫәпләнгән комплекслы ғәмәлдәр программаһы (2005 йылдың 13 декабре, Куала-Лумпур).
2004 йылдың 29 ноябрендә Рәсәй 1976 йылғы Көньяҡ-Көнсығыш Азияла дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә (Бали килешеүе) ҡушылды. Был аҙым Рәсәй менән АСЕАН араһындағы диалогты тәрәнәйтеүгә һәм АСЕАН үҙәк урын биләгән интеграция берләшмәләрендә ҡатнашыуға нигеҙ һалды.
2005 йылдың 13 декабрендә Куала-Лумпурҙа Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин ҡатнашлығында тәүге Рәсәй — АСЕАН саммиты үтте. Саммиттарҙы даими үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Рәсәйҙең сит ил эштәре министры йыл һайын АСЕАН-дың диалог партнерҙары менән үткәрелгән «АСЕАН+1» һәм Көнсығыш Азия саммиты (АСЕАН+8) форматындағы кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. 2008 йылдың 23 июлендә Сингапур дәүләтендә сираттағы Рәсәй — АСЕАН сит ил эштәре министрҙары кәңәшмәһе үтте. Унда хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса «юл картаһы» раҫланды һәм киләсәктә икенсе Рәсәй — АСЕАН саммитын үткәреү идеяһы хупланды.
Партнерлыҡ сиктәрендә түбәндәге хеҙмәттәшлек механизмдары эшләй:
- Берләшкән хеҙмәттәшлек комитеты;
- Диалог партнерлығының финанс фонды буйынса Берләшкән планлаштырыу-идара итеү комитеты;
- Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөм;
- Фәнни-технологик хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөм.
Даими нигеҙҙә шулай уҡ:
- сәйәси мәсьәләләр буйынса өлкән вазифалы кешеләрҙең кәңәшмәләре;
- трансмилли енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса өлкән вазифалы кешеләрҙең осрашыуҙары үткәрелә.
2006 йылдың 19 июлендә Сингапурҙа Рәсәй менән АСЕАН-дың иҡтисади мәсьәләләр буйынса өлкән вазифалы вәкилдәренең тәүге консультациялары ойошторолдо.
Хеҙмәттәшлек мәҙәниәт, фән, технологиялар һәм туризм өлкәләрендә лә киңәйә. 2005 йылдың декабрендә Чианграй ҡалаһында мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса тәүге Рәсәй — АСЕАН эксперттар осрашыуы үтте. 2006 йылда Рәсәй менән АСЕАН илдәре араһында фәнни-технологик хеҙмәттәшлек концепцияһы раҫланды. 2007 йылда туризм буйынса консультациялар башланды.
Рәсәй — АСЕАН мөнәсәбәттәрендә парламентара бәйләнештәр ҙә мөһим урын биләй. Рәсәй парламентарийҙары делегациялары даими рәүештә АСЕАН Парламентара ассамблеяһы (AIPA) ултырыштарында күҙәтеүсе булараҡ ҡатнаша.
Эшҡыуарлыҡ даирәләре араһындағы бәйләнештәр ҙә үҫешә. 1998 йылда Куала-Лумпурҙа Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән АСЕАН Сауҙа-сәнәғәт палаталары конфедерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө һәм Рәсәй — АСЕАН Эшлекле советы булдырылды. Уның эгидаһы аҫтында ике Рәсәй — АСЕАН бизнес-форумы ойошторолдо.
2006 йылда Рәсәйҙә «Көнсығыш үлсәме» йәмәғәт хәрәкәте төҙөлдө. Ул Рәсәйҙең Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре менән гуманитар һәм эшлекле бәйләнештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
2010 йылдың 30—31 октябрендә Рәсәй президенты Дмитрий Медведев Ханой ҡалаһында үткән Рәсәй — АСЕАНдың икенсе саммитында ҡатнашты.
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ҡарамағында АСЕАН үҙәге асылды. Уның маҡсаты — Рәсәй һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт таратыу, эшлекле һәм фәнни бәйләнештәрҙе үҫтереү, гуманитар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.
2016 йылдың 19—20 майында Сочи ҡалаһында диалог партнерлығының 20 йыллығына арналған юбилей саммиты үтте. Унда Сочи декларацияһы һәм Рәсәй — АСЕАН хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса 2016—2020 йылдарға комплекслы эш планы ҡабул ителде. Шул уҡ йылда Рәсәй — АСЕАН Мәҙәниәт йылы ла үткәрелде.
2017 йылда Рәсәй АСЕАН эргәһендә Джакартала Даими вәкиллек асты. Рәсәй Президенты указы менән даими вәкил итеп Александр Иванов тәғәйенләнде.
2018 йылдың 14 ноябрендә Сингапурҙа үткән өсөнсө Рәсәй — АСЕАН саммитында мөнәсәбәттәрҙе стратегик партнерлыҡ кимәленә күтәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ мәғлүмәти-коммуникация технологиялары өлкәһендә хәүефһеҙлек буйынса хеҙмәттәшлек тураһында уртаҡ белдереүгә ҡул ҡуйылды.
2019 йылда АСЕАН форумына рәйеслек итеүсе ил булып Таиланд һайланды. Ошо йылда Рәсәй менән Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре араһында сит ил эштәре, оборона, иҡтисад, энергетика һәм сауҙа өлкәләрендә бер нисә юғары кимәлдәге осрашыу үткәрелде. Саммиттың йомғаҡлау саралары Бангкок ҡалаһында ойошторолдо.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Selected Basic ASEAN Indicators. ASEAN.organisation. ASEANstats. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2015. Архивировано 4 сентябрь 2015 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Report for Selected Countries and Subjects (ингл.). IMF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2022. Архивировано 31 март 2022 года.
- ↑ Восточный Тимор официально стал 11-м членом АСЕАН (26 октябрь 2025). 26 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ The ASEAN Charter. Архивировано 20 апрель 2016 года.
- ↑ АСЕАН — справка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2012. Архивировано 13 май 2013 года.
- ↑ Bernard Eccleston, Michael Dawson, Deborah J. McNamara. The Asia-Pacific Profile. — Routledge (UK), 1998. — ISBN 0-415-17279-9.
- ↑ Background Note:Brunei Darussalam/Profile:/Foreign Relations. United States State Department. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2007. Архивировано 2 март 2007 года.
- ↑ Vietnam in ASEAN : Toward Cooperation for Mutual Benefits. ASEAN Secretariat (2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
- ↑ 1 2 Carolyn L. Gates, Mya Than. ASEAN Enlargement: impacts and implications. — Institute of Southeast Asian Studies, 2001. — ISBN 981-230-081-3.
- ↑ Statement by the Secretary-General of ASEAN Welcoming the Kingdom of Cambodia as the Tenth Member State of ASEAN : 30 April 1999, ASEAN Secretariat. ASEAN Secretariat (2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
- ↑ Экономический совет Восточной Азии
- ↑ 1 2 Asiaviews.org, Whither East Asia?
- ↑ UNT.edu, Asia’s Reaction to NAFTA, Nancy J. Hamilton. CRS — Congressional Research Service.
- ↑ IHT.com , Japan Straddles Fence on Issue of East Asia Caucus. International Herald Tribune.
- ↑ Regional Financial Cooperation among ASEAN+3. Japanese Ministry of Foreign Affairs. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2008. Архивировано 9 октябрь 2008 года. 2008 йылдың 9 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Бангкок килешеүе
- ↑ Лидер Восточного Тимора стремится к членству в АСЕАН 2012 йылдың 14 март көнөндә архивланған. (недоступная ссылка с 15-05-2013 (4824 дней) — история)
- ↑ Восточный Тимор заявки на вступление решительную поддержку АСЕАН Победы , Bangkok Post, дата: 31 января 2011 года.
- ↑ Восточный Тимор присоединится к АСЕАН в Джакарте 2011 , Джакарте глобус, Дата: 1 декабря 2010 года.
- ↑ ASEAN secretariat. ASEAN (23 июль 1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
- ↑ Соглашение АСЕАН о трансграничном дымовом загрязнении воздуха
- ↑ ASEAN Statement on Launching of the ASEAN Wildlife Enforcement Network (ASEAN-WEN). ASEAN (1 декабрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
- ↑ ASEAN to complete free trade agreements by 2013, Forbes (26 August 2007). 27 август 2007 тикшерелгән. 2010 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ong, Christine. ASEAN confident of concluding FTAs with partners by 2013, Channel NewsAsia (27 August 2007). 27 август 2007 тикшерелгән. 2007 йылдың 29 август көнөндә архивланған.
- ↑ ASEAN, Australia and New Zealand Free Trade Agreement – NZ Ministry of Foreign Affairs and Trade. Mfat.govt.nz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2009. Архивировано 15 апрель 2009 года. 2009 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Asean, Australia, New Zealand Sign Free-Trade Deal (Update1), Bloomberg (27 February 2009). 21 май 2009 тикшерелгән.
- ↑ ASEAN+6 trade bloc in the making, Investvine.com (23 февраль 2013). 24 февраль 2013 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- АСЕАН в начале XXI века: Актуальные проблемы и перспективы / Отв. ред.: Е. В. Кобелев, Г. М. Локшин, Н. П. Малетин; Институт Дальнего Востока РАН. — М.: Форум, 2010. — 368 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-8199-0421-3. (в пер.)
- ASEAN: Building national cooperation de Richard Stubbs dans Contemporary Southeast Asia édité par Mark Beeson, éditions Palgrave Macmillian, 2004. (инг.)
- Aséanie, Revue francophone bi-annuelle de sciences humaines concernant l'Asie du Sud-Est (17 numéros en ligne en 2012 avec 290 contributions pour 1997-2005), fondée en 1998 et publiée par le centre EFEO de Bangkok avec le Sirindhorn Anthropology Centre, sous le haut patronage de S. A. R. la princesse Maha Chakri Sirindhorn, soutenu par l'IRD (Institut de recherche pour le développement), l'Institut de recherche sur le Sud-Est asiatique et le ministère français des Affaires étrangères. (фр.)
- Amitav Acharya: Constructing a Security Community in Southeast Asia: ASEAN and the Problem of Regional Order. London/New York: Routledge 2001, ISBN 0-415-15762-5, ISBN 0-415-15763-3 (Paperback). (инг.)
- Badié et Vidal, Nouveaux acteurs, nouvelle donne, La Découverte, 2011. (фр.)
- Sebastian Bersick, Felix Heiduk: Im Krebsgang nach vorn: Die Asean hat sich eine Charta gegeben. SWP-Aktuell 2007/A 65, Dezember 2007. (инг.)
- Mely Caballero-Anthony: Regional Security in Southeast Asia: Beyond the ASEAN Way. Singapur: Institute of Southeast Asian Studies 2005, ISBN 981-230-261-1, ISBN 981-230-260-3. (инг.)
- Jörn Dosch & Christian Wagner: ASEAN und SAARC. Entwicklung und Perspektiven regionaler Zusammenarbeit in Asien. Hamburg: Abera Verlag 1999, ISBN 978-3-934376-22-9. (нем.)
- Michael Leifer: Dictionary of the Modern Politics of South-East Asia. London: Routledge 1996. ISBN 0-415-13821-3.
- Stefan Rother: Normen, Identitäten und die Logik der Anarchie: Die ASEAN aus konstruktivistischer Perspektive. Freiburg i. Br.: Arnold-Bergstraesser-Institut 2004, ISBN 3-928597-41-8. (нем.)
- S. Streich: ASEAN- ein Überblick und aktuelle Entwicklungen, GRIN Verlag, 2007 ISBN 3-638-67024-4, 9783638670241 (нем.)
- Michael Yahuda: The International Politics of the Asia-Pacific, 2004 ISBN 0-415-20798-3, Seite 225 (нем.)
- Gerhard Wahlers (Hrsg.): ASEAN and the European Union (PDF; 605 kB). Singapur: Konrad-Adenauer-Stiftung 2006. (инг.)
Һылтанмалар
- АСЕАН Секретариаты офсайт (инг.)
- АСЕАН-дың 11-се саммиты 2018 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған. 2005, Куала Лумпур, Малайзия офсайт (инг.)
- АСЕАН-дың 11-се саммиты 2006 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған. 2005, Куала Лумпур, Малайзия (инг.)
- АСЕАН төбәк форумы 2013 йылдың 25 июль көнөндә архивланған. (инг.)
- АСЕАН мәғәрифы (инг.)
- АСЕАН-Япония үҙәге 2006 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған. (недоступная ссылка с 15-05-2013 (4824
дней) — история) (инг.)
- АСЕАНдың яңылыҡтар селтәре 2005 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған. (инг.)
- АСЕАНдың фокус төркөмө (инг.)